Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 14:50

Башҡорт рухын далаларға таратып

Өлкәнең тиҫтәнән ашыу районында башҡорт ауылдары бар. Шунда үткән төрлө сараларҙа ла ҡатнашалар.

Башҡорт рухын далаларға таратып
Башҡорт рухын далаларға таратып

Татарстан Пермь крайы, Һарытау, Силәбе, Һамар өлкәләрендә аҫаба башҡорттар йәшәй. Үҙҙәренең тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә тоғро милләттәштәребеҙ улар. Ырымбур ҡалаһындағы “Яйыҡ” ансамбле лә – шуларҙың береһе.

Һәр төбәк рухлы халҡы, зыялы шәхестәре менән дан тота. “Яйыҡ” ансамбленә нигеҙ һалыусы, отставкалағы милиция майоры Марат Самат улы Сарбаев та тап шундайҙарҙан. Александровка районының Иҫәнгилде ауылы егете ул. Көслө спортсылар бишегенән. Ябай тракторсы Зиннәт Агишев үҫмерҙәрҙе ауыр атлетикаға ылыҡтыра. Үҙе эш аралаш Ырымбурҙа үткән был төр спорт ярыштарында йыш ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Юғары кластарҙа уҡығанда Марат Самат улы артабан Вячеслав Григоренко тигән тренерҙа шөғөлләнә. 1984 йылда ирекле көрәштән – Башҡортостандың Октябрьск ҡалаһында “Поволжье – Урал”, ауыр атлетиканан – 1987 йылда Өфө ҡалаһында Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш, грек-рим көрәшенән – 1990 йылда Волгоград өлкәһенең Камышин ҡалаһында уҙғарылған чемпионаттарҙа СССР спорт мастерына кандидат исемдәренә эйә була. Ауыл хужалығы техникумында төҙөүсегә уҡыһа ла, хеҙмәт юлы Эске эштәр министрлығы менән бәйләнә. Ырымбурҙа Мәскәү юридик институтын тамамлап, алған һөнәре буйынса эшләй. Был ваҡытта ла спорт менән дуҫлыҡты өҙмәй. Гер күтәреү буйынса Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы ярышта Рәсәй чемпионы, 1988 йылда СССР буйынса баҡыр миҙалға лайыҡ була. Зыялы милләттәшебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡас, Ырымбурҙа башҡорттар ҡоролтайы менән етәкселек итә башлай. 2019 йылда сираттағы ултырышта Ырымбурҙа ансамбль төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай. Ә бер айҙан унлап йыйылған кеше менән тәүге тапҡыр сәхнәгә лә сығалар.
Репертуар һайларға, вокал буйынса һабаҡтар бирергә ҡалала музыкаль училищела уҡытҡан Мәүлиҙә Ҡобағошоваға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. 2020 йылда Ырымбур ҡалаһының төп майҙандарының береһендә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған концертта “Яйыҡ”тарҙың тәүге ҙур сығышын тамашаға йыйылған халыҡ алҡыштарға күмә. 2022 йылда “Яйыҡ”ҡа эләгеүселәрҙең һаны шул тиклем арта – егермеләгән кешене бергә сәхнәгә сығарыу мөмкин булмағас, улар икегә бүленә. Әлеге мәлдә Мәүлиҙә Ҡобағошова етәкселегендә “Ялҡын” исемле башҡорт ансамбле айырым эшләй.
“Яйыҡ”та бөгөн күңелендә башҡорт рухына тоғро ҡалған, уның мәҙәниәтен, йолаларын киләһе быуындарға тапшырыу ниәтендә янып йәшәгән төрлө быуын, төрлө һөнәр эйәләре йөрөй. Музыкаль яҡтан етәксе итеп Ырымбур ҡалаһында тыуып үҫкән Марат Яҡшымбәтов һайланған. Ул ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, фортепиано, скрипка буйынса музыка мәктәбен тамамлаған. Юғары уҡыу йортонда техник белем алған егет һөнәре буйынса заводта эшләп йөрөһә лә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының магистратураһында ҡурай бүлегендә Азат Айытҡоловта уҡый.
Ансамблгә йөрөүсе гүзәл заттарҙың күбеһе Новосергиевка районында тыуғандар. Марат Самат улының уң ҡулы Мерәҫ ауылынан Фәриҙә Һатыусина-Мерәҫова хеҙмәт юлын Ырымбур шәл бәйләү фабрикаһында башлай, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән исемгә лайыҡ була. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып клуб мөдире вазифаһын башҡара. Ауылдаштары менән “Сафлыҡ”, балалар өсөн “Дала ҡыңғырауҙары” ансамблдәрен төҙөй. Ырымбур ҡалаһына ҡабат күсеп килгәс, хорҙа ҡатнаша. Әлеге ваҡытта “Яйыҡ”тарҙың алмаштырғыһыҙ солисы яҡташтарына түшелдеректәр эшләргә өйрәтә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы төҙөүсе һөнәрен үҙ итеп Ҡаҙағстан далаларында эшләгән, радистка булып ике йыл армияла йөрөгән, йырҙар ижад иткән ансамблдә иң олоһо Дания Һатыусина менән башҡорт халҡының йыр-моңдарын ғүмере буйы үҙаллы көйләп күңелен баҫҡан, ансамбль төҙөлөү менән ҙур теләк менән йөрөгән Тәскирә Асҡаровалар ҙа Мерәҫ ауылынан.
Красногвардейский районынан Иҫке Юлдаш ауылында донъяға килгән, солистарҙы йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән Һәҙиә Яҡшымбәтова хаҡлы ялға сыҡҡансы бухгалтер булып тир түгә. Ҡыуандыҡ районының Оло Сурай ауылында тыуған Минзәлә Мурзинаның йәшлеге Орск ҡалаһында үтә һәм унда “Ләйсән” халыҡ ансамблдең солисы була. Ырымбур ҡалаһына йәшәргә күскәс, “Яйыҡ”тарға ҡушыла. Яңы Троицктан килгән, тыуған яғында “Юлдар” ансамблендә йөрөгән Гөлфиә Юлдашева –шәфҡәт туташы. Красногвардейский районының Юлтый ауылы ҡыҙы Гөлназ Ильясова –парикмахер, матурлыҡ салоны хужаһы. Йәштәрҙән уҙҙырып өҙә баҫыусы Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында тыуған Илиза Солтанова ғүмере буйы клуб мөдире була, тыуған яғында йәш быуынды башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өйрәтә. Ейәнсура районының Биштирәк ауылы ҡыҙы, боронғо һөнәрҙәрҙең береһе – дебет менән бәйләүҙе лә йәш быуынға еткереү менән янған Земфира Ҡансурина Ырымбурға уҡырға килә һәм ошонда төпләнеп ҡала.
Ансамблдә йәштәрҙең дә теләп йөрөүе – шатлыҡлы күренеш. Ғафури районының Юлыҡ ауылы ҡыҙы Гөлнар Яҡшыбаева-Шайлина Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлай. Кейәүгә сыҡҡас, Ырымбурға килеп төпләнәләр. Ике ҡыҙ үҫтергән йәш әсәй тыуған республикаһында ойошторолған конкурстрҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Быйыл Стәрлетамаҡта “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” тигән асыҡ республика конкурсында “Рухлы ғаилә” номинацияһында еңеп сығалар. Үҙе Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыған осорҙа өйрәнгән бейеүҙәрҙе балаларына өйрәтә.
Репертуарҙарында “Бер алманы бишкә бүләйек”, “Гөлнәзирә”, “Ҡарабай”, “Шәл бәйләнем” кеүек башҡорт халыҡ ижады өлгөләре лә, “Шайморатов” кеүек рухлылары ла, “Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, бергә йырлайыҡ” кеүек табын йырҙары ла бар. Сағыу башҡорт милли кейемдәрендә сәхнәгә сығып баҫҡан ансамбль солистарын күреү – үҙе үк ҙур ҡыуаныс. Кейемдәрҙе башта үҙҙәре тегә. Һуңғараҡ Башҡортостандан ебәргәндәр. 2021 йылда “Каруанһарай”ҙың төҙөлөүенең 175 йыллығын билдәләгәндә, Премьер-министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадрановҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Бер нисә айҙан егерме – ҡатын-ҡыҙ, биш пар ир-егет башҡорт милли кейемдәре килеп тә етә.
Бөгөн “Яйыҡ”тарҙы Ырымбур башҡорттары менән Башҡортостанды мәҙәни, әҙәби, тарихи яҡтан бәйләп тороусы ойошма тип атарға ла мөмкин. Йылына ҡырҡ-илле тапҡыр төрлө сараларҙа ҡатнашып, башҡорт йыр-моңдарын тараталар. Күбеһе Ырымбурҙа урынлашҡан башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә үтә. Белем усаҡтарына барып башҡорт халҡының көнкүреше, кейемдәре, тарихы менән таныштыралар. “Төрлө милләт балаларының беҙҙең менән бергә халыҡ уйындарын уйнап, йырлап, бейеп күңел асыуҙарын, беҙҙең һөйләгәнде ауыҙҙарын асып тыңлауҙарын күреү бер бәхет. Тимәк, беҙҙең тырышлыҡ бушҡа түгел, тип шатланып ҡайтабыҙ”, – тиҙәр “Яйыҡтар”.
Үҙҙәрендә тыуған билдәле шәхестәрҙең тыуған ауылдарында исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эш алып баралар. Яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышының ете орденлы легендар геройы Ҡорбан Итҡоловтың тыуған яғы Новосергиевка районының Әхмәр ауылында таҡтаташ асҡандар. Өлкәнең тиҫтәнән ашыу районында башҡорт ауылдары бар. Шунда үткән төрлө сараларҙа ла ҡатнашалар. Бигерәк тә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарының биҙәгенә әйләнгәндәр. Салауат Аҡдәүләтовтың проекты менән эшләнгән һәм Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йорто бүләк итеп ебәргән ике тирмәне лә үҙҙәре менән йөрөтәләр.
Башҡортостандан килгән әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән шәхестәрҙе лә ҙурлап ҡаршы алалар. Улар менән осрашыуҙар ойошторалар. Концерт, спектаклдәр килһә, билеттарҙы таратыуҙа ярҙам итәләр. Үҙ телебеҙҙә баҫылған ваҡытлы матбуғат, яңы китаптар менән дә даими танышып баралар. “Һигеҙенсе класҡа тиклем мәктәптә башҡорт телендә белем алһам да, сит өлкәлә йәшәү барыбер үҙенекен итә. Туған телебеҙҙә аралашыуға һыуһап китһәм, телем ҡытыршылана башлағанын тоя башлаһам, башҡорт телендә яҙылған әҙәби әҫәрҙәр, үҙемде ҡыҙыҡһындырған темаларға мәҡәләләр уҡыйым”, – ти Марат Самат улы.
Үҙҙәре лә Башҡортостанға йыш саҡырылған ҡунаҡтар. Уларҙың әүҙемлеге, әлбиттә, ваҡытында баһаланып та бара. Марат Сарбаев, Фәриҙә Һатыусина, Илиза Солтанова, Минзилә Мурзиналар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгәндәр.
“Яйыҡ”тар ирекмәнлек эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөгәнен яҡшы беләләр һәм тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға ашығалар. Мәҫәлән, былтыр Ырымбур өлкәһен һыу баҫыу арҡаһында бәләгә тарығас, Өфө, Күмертау, Көйөргәҙе, Ишембай райондары халҡы ебәргән йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын тараталар, аҡса йыйыуҙа ҡатнашалар. МХО-ға ярҙам итеп ылау ебәреүҙә лә улар алдынғылыҡты бирмәй. Окоп шәмдәре эшләйҙәр, сетка үрәләр.
– Бынан ун йыл самаһы элек Ырымбур ҡалаһында урынлашҡан Милли йортта башҡорт йәштәре күпләп йыйылып, төрлө саралар ойошторола ине. Бер мәл ошонда танышҡан һигеҙ парға башҡорт йолаларына таянып туйҙар үткәрҙек. Тик бер мәл уларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Шылтыратып хәлдәрен белешә башлағас: “Ипотекаға фатир алдыҡ, балалар үҫтерәбеҙ. Өлгөрә алмайбыҙ. Тормошобоҙ яйға һалынғас, мотлаҡ һеҙгә килеп ҡушыласаҡбыҙ”, – тиҙәр. Шулай буласағына тамсы ла шигем юҡ. Күңелдәрендә туған телдәренә, тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар икән, иртәме-һуңмы шул рухты далаларға таратыуҙа улар ҙа үҙ өлөштәрен индерәсәктәр, киләһе быуындарға тапшырасаҡтар”, – ти Марат Самат улы.
“Яйыҡ”тарҙың был башланғысы киң даръяларға сығыр, үҙҙәренең матур эштәре, йыр-моңдары менән оҙаҡ йылдар һөйөндөрөп торор әле.

Рәзинә УРМАНШИНА.
Ырымбур ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас