Йәмғиәт
10 Апреля , 10:34

Яулыҡ ябынылырға тейеш

Журналист үҙ фекерен еткерә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Яулыҡ ябынылырға тейешЯулыҡ ябынылырға тейеш
Яулыҡ ябынылырға тейеш

Һуңғы йылдарҙа милли әйберҙәргә, биҙәүестәргә иғтибар артты. Тик барыһы ла боронғо йолаларға ярашлы итеп тотонамы? Күп гүзәл-заттың яратҡан баш кейеменә әйләнгән фанцуз яулығының тәғәйенләнеше тураһында яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова социаль селтәрҙә үҙ фекерен белдергән. Әҙибәнең стиль үҙенсәлектәрен һаҡлап, цитаталайбыҙ: "Был – француз яулыҡ йәки фөлөр (флора һүҙенән, үҫемлек биҙәкле). Ябай сепрәк түгел. Байраҡ дәрәжәһендәге еңеүсе символы. Уны беҙҙең ата-бабаларыбыҙ француз яуынан, йәғни оҙайлы походтан ҡатын-ҡыҙына бүләк итеп алып ҡайтҡан. Яугир ирҙең һиҙиәте, милли кейем күрһәткесе кимәленә күтәрелгән ҡомартҡы. Тарихын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, шулай бит? Һәм уның урыны – башта! Бармы беҙҙә шул урын? Булһа, кәрәк ерендә һәм урынында был яулыҡты шунда ябынайыҡсы. Булмаһа – йонсотмайыҡ уны, баш ҡапларға ғәрләнәбеҙ икән, ятһын һандыҡта. Замана кейеменә төҫ итеп тағырға башҡа милли атрибуттар ҙа етәрлек бит. Юғиһә, ҡайһы бер фотоларҙы ҡараһаң – сиған ҡыҙҙары отдыхают. Или там, низнай, парад генералов һымаҡ. Баштар асыҡ, сәстәр ялбыр, өҫтә салбар һәм әлеге ҡыҙыл тауар ҡайҙа ғына һалынмаған, бәйләнмәгән. Ниндәй бөйөк стилистың ижад емеше икән был? Вирус кеүек)). Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө роленән һрансыз яулыҡ в шоке, минеңсә".

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Фото интернеттан алынды. 

Яулыҡ ябынылырға тейеш
Яулыҡ ябынылырға тейеш
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас