

Кисә “Торатау ”конгресс-холында “Ос, әйҙә!” форумы сиктәрендә “Уҡытыусы: һөнәрҙең абруйын нисек күтәреү” тигән темаға дискуссия майҙансығы эшләне. Был иң йәнле темаларҙың береһе булып торған һәм был проблемаға битараф булмаған педагогтарҙы, мәғариф өлкәһе етәкселәрен, депутаттарҙы, профсоюз һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен йыйҙы.
Осрашыуҙың модераторҙары – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина һәм башҡортостан Башлығының социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Альбина Ҡасимханова булды.
Замана уҡытыусыһына ҡағылышлы төрлө һорауҙар күтәрелде. “Уҡытыусы абруйын күтәреү өсөн нимәләр эшләргә?” - тигән һорауға яуаптар эҙләнелде. Оҙаҡ йылдар уҡыусыларға белем биргән уҡытыусыларҙың фекеренсә, йәштәр мәктәпкә эшкә килһен өсөн иң тәү сиратта ата-әсәләрҙең тәрбиәле һәм етәксенең аҡыллы булыуы мөһим. Сөнки балаһын дүрт-бишкә йәшкә тиклем һөйләшергә лә өйрәтмәгән әсәй кеше уҡытыусыны нисек эшләргә аҡыл һата башлай. Йәнә төрлө идеялар менән янған уҡытыусының башына етәксе баҫып торған осраҡта ла алға китеш булмай. Бер көн килеп, һөнәрен ни тиклем яратһа ла, уҡытыусы мәктәпте ҡалдырасаҡ. Тағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәре, уҡытыусыларҙы йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырыу ҙа был һөнәрҙән баш тартырға булышлыҡ итә. Уҡытыусы абруйын күтәреү өсөн бөгөн йәмғиәттә нимәләр эшләнергә тейеш? Был хаҡта һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
Фото интернеттан алынды.