

Был башты, был уйҙарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә... Нисек был халәттән ҡотолорға? Сараһыҙлыҡтан башты ҡутарып асып, ҡыҙған күмерҙәй мейене ҡараңғы туң бер урынға ҡуйып тораһы ине. Һәм, исмаһам, биш минут булһа ла бер ни уйламай, бер ни кисермәй, күңелдән бер ниндәй тойғо тулҡынын үткәрмәй ултырып алаһы ине... Ҡана һуң... ҡана...
Юғиһә, тубалдай булып ҡалған баш көндән-көн нығыраҡ эйелә, болот ҡаплаған сырай һытылғандан-һытыла бара. Ҡасан үтер был болоҡһоу көндәр?! Үҙ-үҙеңде эстән ашап йөрөүҙәр... Эйе, дөрөҫ әйтәләр: «Иң ауыры – баштағы уйҙар». Яҡындарыңды борсомаҫҡа теләп, был хәлеңде йәшерергә тырышып йөрөүҙәр тағы ла ҡыйыныраҡ.
Үҙеңде ҡапылда ғәйепле тойоу. Ә сәбәбе – билдәһеҙ...
– Ҡара әле, улым, ҡапҡа алдына кемдер берәү килеп туҡтаны, шикелле, – атайымдың өндәшеүе уйҙарымды бүлде.
Ултырғыс тояғын йүнәтеп булашҡан атайҙың һүҙҙәренән имтиханға әҙерләнеп, дөрөҫөрәге, ошо ауыр уйҙарға бирелеп ултырған еремдән тороп, түлде асып ебәрҙем. Ни күрәм: текмә буйында ҡойроғон уңлы-һуллы һелтәп, арба еккән ат тора. Һы, бөгөнгө заманда ла ат егеп йөрөр әҙәм булыр икән, тигән уй мейемдән йәшен тиҙлегендә йүгереп үтте. Ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайыуымды атай шәйләп өлгөрҙө булһа кәрәк.
– Нимәндәй мәрәкә таптың? Кем бар унда? – тауышы ҡәтғи сыҡты.
– Үткән быуаттан бер бабай аҙашып килеп сыҡҡан, – тием, күргәнемә үҙем шикләнеберәк.
Шаяртыуымды атай ҡабул итмәне. Ҡулындағы отверткаһын иҙәнгә һалып, миңә етди ҡараны.
– Ышанмаһаң, үҙең ҡара, – тип, тәҙрә алдынан шылыңҡыраным.
Атай торған еренән тышҡа күҙ һалды ла, өҫтөн ҡағыштырып, аш бүлмәһе яғына ашыҡты.
– Әсәһе, сәй ҡуй! Ҡәҙерле ҡунаҡ килгән, – тигәне ишек яңағына эленеп ҡалды.
Ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә сығып, әсәй ҡарашын тәҙрәгә йүнәлтте.
– Кем ул? – тим мин, бер ни аңламаған аңра малай.
– Танымайһыңмы ни? – Әсәй миңә йылмайып ҡараны. – Хафиз апаң даһа. Бар, улым, атайыңа ат туғарыш.
Хафиз апа... Беләмме мин уны? Ҡапылҡара был һорауға яуап таба алманым. Хәтер һандығымды аҡтара-аҡтара ҡапҡаны барып асам. Кәртәгә атын етәкләгән һоро плащлы етмеш-һикһән йәштәрҙәге урта буйлы ҡарт килеп инде. Башында – иҫке генә фуражка. Ҡаштарын, һаҡал-мыйыҡ төктәрен сал баҫҡан. Бөгөн ҡырынмағанлығы күренеп тора. Моғайын, ҡырыныу ҡайғыһы булмағандыр. Аҙымдарын ашыҡмай ергә батырам тигәндәй баҫа. Ингәс тә өйҙө, кәртә эсен тултырып байҡап сыҡты.
– Хуш, – тип ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән үҙ алдына ҡәнәғәт әйтеп ҡуйҙы ла миңә ҡулын һуҙҙы. – Һаумы, улым.
Мин уның эскә батҡан күҙҙәренә ҡараным. Таныш күҙҙәр... Улай ғына ла түгел: ҡәҙерле күҙҙәр. Тик уларҙа күптән күрешмәгән кешеһе менән күрешеүҙән һөйөнөү түгел, ә моңһоулыҡ күрҙем. Ошо саҡ эсемдә быға тиклем һис ҡасан да үҙен белгертмәгән бер ҡыл йөрәгемде тартып ҡуйҙы. Әйтерһең, ҡасандыр кисереп тә инде күптән күңел төбөнә күмелеп ҡуйылған нескә тойғо, бына, ниһайәт, өҫтөнә өйөлгән таштарҙы алып ташлап, ҡалҡып сығып, башын күрһәтте. Ҡалҡып сыҡты ла тауыш бирҙе. Ҡайҙа ҡасан күргәнем булды икән минең был күҙҙәрҙе?
Минең таш һындай ҡатып ҡалғанымды күреп, атай быны, күрәһең, әҙәпһеҙлеккә һананы:
– Ни нәмәһен шундай итеп тексәйҙең? Һаулыҡ һораша һинең менән апаң, – тип бойороулы өндәшеп ҡуйҙы.
Мин ашығып ҡарттың ҡулын ҡыҫтым. Сөйәлле ҡаты ҡулдар. Ә үҙем һаман һорауыма яуап эҙләйем: ҡайҙан беләм мин уны?
Атты туғарып, алдына бесән һалып, һыу ултыртҡас, өйгә индек. Әсәй өҫтәл әҙерләп өлгөргән дә инде, сәйгә саҡырҙы. Беҙ ҡура тирәһендә булышҡан арала күрше Тәскирә еңгә ингән икән. Ул ҡабаланмай йөрөй торған кеше, ҡунағығыҙ бар ҙаһа, ҡамасауламайым тип сығырға ашыҡманы, беҙҙең менән ултырҙы.
– Килеп тә сыҡмайһығыҙ, – тине Хафиз апа, көндәлек хәлдәрҙе һораштырғас.
– Әллә, бер нисек тә ваҡыт табып булмай ҙаһа, – атай, аҡланған балалай төҫ алып, апаға ҡарамай ғына өндәште.
– Тормош мәшәҡәттәре бөтмәй ул. Ә туғандар мәңгелек түгел, – Хафиз апа ҡарашын ситкә алды. – Апайың мәрхүм булып ҡалды, Камила.
Өҫтәл артында ауыр тынлыҡ урынлашты. Күпме шулай ултырғанбыҙҙыр. Яңылыҡ барыһын да тетрәткәйне. Беренсе булып әсәй телгә килде.
– Йәне йәнәттә булһын, – тине ул, ауыр һулап.
– Итәғәтле, иғтибарлы ине ҡайынбикә. Шул уҡ ваҡытта талапсан була торғайны. Үҙ һүҙе булды, бер әйттеме – үтәмәй ҡара. Һәм дөрөҫ була торған ине бит ҡарарҙары. – атай бер аҙ хәтирәләргә бирелеп алды. – Йәл...
– Ә нисә йәш ине? – күршебеҙ кәнфитен ҡыштырҙатып асҡан арала һүҙ ҡушты.
– Һикһән дүрте менән бара ине, – Хафиз апа ауыр һулап ҡуйҙы.
– Ә, ярай, йәшәрен йәшәгән, – кәнфитен йотоп, сәйен һемергән Тәскирә еңгә бер ни булмағандай әйтеп ҡуйҙы.
– Былай тип әйтергә нисек телең әйләнә ул, Тәскирә? – Хафиз апаның төҫө боҙолдо. – Хәйер, бәләкәстән уйламай һөйләй торғайның. Бында килен булып төшкәс тә аҡыл инмәгән икән үҙеңә.
– Ә нимәһен? – Тәскирә еңгә ҡапыл ҡарттың ғәйеп ташлауын аңламаны, шикелле. – Ҡайһы берәүҙәр, ана, пенсия йәшенә лә етмәй үлеп ҡалалар.
Хафиз апа уға ҡул һелтәне, йәнәһе, ахмаҡҡа аңлатып маташма.
– Яҡын кешеңде, нисә йәшендә булмаһын, юғалтыуы ауыр... бик ауыр. Донъяңды унһыҙ күҙ алдына килтерә лә алмағаныңда яңғыҙ тороп ҡалыуың ошо донъяңдың селпәрәмә килеүенә тиң... – Хафиз апаның тауышы ғына түгел, бар кәүҙәһе ҡалтыранып ҡуйғандай итте.
– Яңғыҙ түгелһең дәһә, ағай. Эргәңдә, ана, итәк тултырып үҫтергән балаларың. Улар һине ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, – Тәскирә еңгә үҙенекен тылҡый бирҙе.
Әсәй уға шелтәле ҡарап, һуң, шымып торсо әле, тигәндәй, эйәк ҡаҡты. Ә атай түҙмәне.
– Күрше, сәйеңде эсеп бөттөңмө? – тип һорап ҡуйҙы. Ғәҙәттә, былай тип оҙаҡ өҫтәл артында ултырған балаға өндәшәләр, быныһын мин беләм.
Тәскирә еңгә беҙгә күҙ йүгертеп сыҡты. Башҡа берәү ҙә өндәшмәгәс, сәйен төп күтәрә эсте лә сынаяғын өҫтәлгә дыңҡылдата ултыртып ҡуйҙы, шунан һикереп тигәндәй торғас, үҙ алдына ниҙер мығырлай-мығырлай сығыу яғына ыңғайланы.
– Өйҙә ултырып сыҙамағас, атҡа ултырып юлға сыҡтым, – ишек ябылғас, Хафиз апа һүҙен дауам итте. – Хәҙер бит берәй ни булдымы, барыһын да телефондан белгертәләр. Уйҙар шауҡымында һеҙгә нисек килеп еткәнемде хәтерләмәйем. Күңел үҙе ҡушҡандыр. Ә юлда бар ғүмер күҙ алдынан үтте: еңгәгеҙҙе осратҡандан алып бөгөнгә хәтлем. Ә барлап ҡараһаң, әйтерһең, йәшен тиҙлеге менән бер көн булып, елеп үтеп киткән тормош.
Күренеп тора: ғәзиз кешеһен юғалтыуҙы бик тә ауыр кисерә Хафиз апа, күңелендәген бушатырға кәрәк үҙенә. Бындай мәлдә әңгәмәсе, юҡ, быныһы дөрөҫ түгел, тыңлаусы булһын яныңда. Фекеремде раҫлап, апа һүҙен дауам итә.
– Йыуатыуығыҙ кәрәкмәй миңә. Мөлдөрәмә тулғанда күңелдәгене кемгәлер бушатыу зарур. Тыңлауығыҙ еткән. Һәм әйтелгәндәремдән бер ни тиклем фәһем алып, үҙегеҙ өсөн һығымта яһағыҙ ҙа минең хаталарымды ҡабатламаһағыҙ ине. Һеҙгә әле йәшәргә лә йәшәргә. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, уны шәләй-вәләйгә туҙҙырмаҫҡа өйрәнергә генә кәрәк.
Хафиз апаның тауышы тыныс, ә күҙҙәренән осҡондар сәсрәй йә һалҡын бөркөлә. Арҡанан бер-бер артлы эҫе йә дерелдәткес тулҡындар йүгереп үтә. Ҡарт кешенең йөҙөнә ҡарап ҡына уның эске торошон төшөнөп булмай. Ул сабырлыҡҡа сыныҡҡан. Бары тик әйткәндәренән генә ни кисергәнен аңларға мөмкин. Бына әле лә апа ҡайҙалыр алыҫҡа текәлгән дә тормош йомғағын һүтә бирә.
– Ҡартайған көндәремдә гелән Хоҙайҙан: «Мине алдараҡ ал», – тип һораным. Ә тормош бит ул үҙенсә хәл итә. Алда һине ни көтөрөн белеп һәм һиңә генә кәрәген һорап алып булмай. Өмөтбикәм мәңгелеккә күҙҙәрен йомғас, үтенесемдең ҡай ҡәҙәре эгоистик булғанлығын аңлайым хәҙер, – Хафиз апа ауыр һулап ҡуйҙы. – Бер көн дә үтмәне, ә инде Өмөтбикәм етмәй миңә. Китаптарҙа яҙылғанса, бер көндә үләйек, тип һорарға кәрәк булған икән ул.
Ҡарашым бүлмәгә һыймай, тәҙрәгә йүнәлде. Ниндәй матур көн: тәбиғәттең ҡышҡы йоҡоһонан уянып, ихлас итеп кирелгән ваҡыты. Ағастарҙа бөрөләр асыла. Ҡояш, балаһына ҡарап туймағандай, йылы нурҙары менән ерҙе башынан һыйпай. Ҡоштарҙың һайрауы ғына түгел, хатта күҙгә күренмәҫ бөжәктәрҙең безелдәп осоуы ла күңелгә йәм-дәрт өҫтәй. Бындай яҡты көндәрҙә йәндең тынысһыҙланып тулауына, бигерәк тә ҡайғылы хәбәр ишетеүеңә ышанып булмай. Ә тормош, ана, ҡалай ҡылана, ҡайһы яҡтан килтереп һуғырын белеп булмай. Белгән осраҡта ла янтайып өлгөрөп булмайҙыр...
– Ни ҡылһаң да, үткән ғүмерҙән үкенес ҡала икән ул. Ниңә бирә алған ҡәҙер-йылыһын мәлендә бүләк итмәй ул?! Исмаһам, иң ғәзиз кешем булғанын белдергән һүҙҙәремде ниңә генә көн дә әйтеп йөрөмәнем икән? Иғтибарһыҙ ҡалдыраһың, ризаһыҙлыҡ белдерәһең, тауыш күтәрәһең – быныһы пүстәк! Ә бына «яратам», «ғәфү ит», «мин хаҡлы түгел инем» кеүек һүҙҙәрҙе белдереүе – тауҙы күтәрә алмаҫлыҡ ише иң ауыр эш. Ни өсөн әҙәм балаһына барҙың ҡәҙерен аңлар өсөн уны юғалтыу кәрәк һуң ул? Шуныһы аңлашылмай.
Ошо саҡ атай менән әсәй бер-береһенә ҡарашып алдылар. Мин уларҙың күҙҙәрендә наҙ, һөйөү тойҙом һәм, тамағымды ҡырып:
– Һуң, һөйөүеңде мотлаҡ һүҙ менән әйтергә тимәгән дәһә. Уны эшең, хәстәрең белдерә ләһә, – тием, хәсрәтле ҡунағыбыҙға тәүгә һүҙ ҡушып.
– Уныһы бар, – ти апа һуҙып. – Ғаилә – көндәлек хеҙмәт бит ул. Эшләһәң, тырышһаң ғына йәшәй, гөрләй ғаилә. Уның бер ағзаһы ғына ҡул һелтәп ҡуйһа, шиңә, усағы һүнә, һөҙөмтәлә килеп бер көн тарҡала.
Тормошта төрлөһө булды. Етмеш һигеҙҙең яҙында Өмөтбикә менән улыбыҙ Мөнир баҡсала ҡый үләндәрен яғып йөрөгәндәрендә, ут һарайыбыҙға үрмәләй. Халыҡҡа рәхмәт төшкөрө, тотош ауыл менән янғынға ҡаршы көрәштек. Һарай янып бөтһә лә, уттың башҡа ҡаралтыларға күсеренә юл ҡуйманыҡ. Шул торонбаштар ғына төтәп ҡалды тигәндә, халыҡ сыуалған арала йәштәренә быуылған Өмөтбикә мунсаға инеп бикләнә. Ярай әле быны Мөнир күреп ҡала һәм күршебеҙ Ғәзинурға барып өндәшә. Һуңынан быларҙы берҙе ҡыҙмаса булып алған Ғәзинур үҙе һөйләне. Йәнәһе: «Ә еңгәне шул саҡ кем хаталы аҙымдан аралап ҡалғанын беләһеңме әле?! Ғүмерең буйы бурыслыһың һин миңә, Хафиз». Ҡайҙан беләйем, ти? Ундағы мәхшәрҙә аҡты-ҡараны күрмәй, утты һүндерергә тип сабып йөрөгән мәл. Күрше менән һөйләшеүҙән һуң тәүҙә уға ышанмай, ысынлап та шулай булдымы, тип һорай ҡуйҙым Өмөтбикәнән. Ул, күҙҙәрен аҫҡа эйеп, өндәшмәй генә баш һелкте. “Ни өсөн?” – тим һаман ышанмайса. «Һин ғәфү итмәҫһең, мин бит сәбәпсеһе янғындың тип уйланым», – ти, ә үҙенең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә. Хайран ҡалдым, шундай ҡаты күңелле кешеменме ни? Хатаны ғәйептән айыра алмаҫлыҡ әҙәм боҫҡаһымы? Ҡатыным үҙемдән ҡурҡып тора! Тәүбә, баш һау булһын, малы табылыр. Ғәзинур, мунса ишеген емерә тартып асып, өмөтһөҙлөккә бирелгән Өмөтбикәне тотоп ҡалған. Ә яңы һарайҙы шул уҡ көҙгә һалып та ҡуйҙыҡ. Ҡышты малдарҙы таҡтанан түгел, буранан һалынған һарайҙа сығарҙыҡ. Шулай, дыуамал уйҙарға баш бирмәйек, туғандар, юғиһә, эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы бар, – Хафиз апа уфтанып ҡуйҙы.
Тағы, тағы күңеленә килгәндәрен һөйләне ул. Атай-әсәй бүлдермәй, ихлас тыңланылар, унда-бында ғына һүҙ ҡыҫтырғылап ҡуя инеләр. Ә мин мәле менән үҙ уйҙарыма бирелеп китәм. Шулай ҙа апаны һаман иҫемә төшөрә алмайым. Үҙем һиҙенәм: яуап бына эргәлә генә, бына, бауҙы тартһам, шаршау асылыр ҙа тулы картина алдымда булыр. Әммә ошо бауҙы һәрмәп алырға ғына кәрәк. Тик ҡайһы яҡҡа ҡулды һуҙырға кәрәклеген генә әлегә белмәйем.
– Беҙ, ҡарттар, нимә бирә алабыҙ? Тормош һабаҡтарынан туплаған үҙебеҙҙең аҡылды киләһе быуынға еткерә генә алабыҙ. Бына шуның өсөн быларҙың барыһын һөйләйем. Аңларһығыҙ һәм ғүмерегеҙҙә ҡулланырһығыҙ тип ышанам, – Хафиз апа инде һыуынып бөткән сәйен уртлап алды. – Туғандарҙы оноторға ярамай. Донъя хәлдәрен белеп булмай. Кемдең кемгә ҡайһы осраҡта кәрәк булыры Хоҙайға ғына билгеле. Ә туғаныңа терәк-таяныс булыуы – үҙе бер оло сауап.
– Ошо яңы өйөбөҙгә күсенгәндә ҡалай ныҡ ярҙам иткәйнең, ҡайнаға, – тип өндәшеп ҡуйҙы атай.
– Хатта көнөнә тиклем иҫләйем, Насир. Туҡһан икенсе йылдың ун икенсе апреле ине, – Хафиз апа ҡәнәғәт йылмайып алды. – Иртә килгәйне ул йылы яҙ. Ә көнө нисек матур ине... Мин бит ул көн юл төшкәндә хәл белергә генә ингәйнем һеҙгә.
Күсенеүҙе телгә алғастар, минең уйҙар үҙ юҫығы менән китте. Бына лаһа баянан бирле һорауыма эҙләгән яуап! Хафиз апаға тәү күргәндәй ҡарап алам. Ә хәтирәләр ташҡын булып ҡалҡып сыға башланылар.
...Арбаға тейәлгән шифоньер эсендә барам. Соҡорҙарҙа һелкетә. Ишек ярыҡтарынан буй-буй булып ҡояш нурҙары күҙгә төшә. Мин күкте күҙәтәм. Бер болотһоҙ салт аяҙ көн. Тағы оҙаҡ ҡалдымы икән? Һиҙемләүемсә, күперҙе сыҡтыҡ. Тәгәрмәстәр шығырлай. Шифоньер эсендә һелкенеп барыуы ойота башланы, ахыры. Йоҡламаҫҡа кәрәк. Ниндәй һөйөнөс: беҙ яңы өйөбөҙгә күсәбеҙ! Атай һалған ҙур йортта үҙебеҙ генә йәшәйәсәкбеҙ! Бына бит нисек! Мәңге ризаһыҙлыҡ белдергән, мәңге тиргәшкән-әрләгән өләсәй был йортта булмаясаҡ. Ниһайәт, ҡотолдоҡ! Ошо уйҙарымдан түҙмәй, шкафтан һикереп сығып, ат алдынан йүгерергә әҙермен. Ниңә өләсәй беҙҙе яратмай ул, тигән һорау туҡтатып ҡала. Ысынлап та, ниңә ҡыуып сығарҙы беҙҙе өйөнән өләсәй?
Туғандарҙың төрлөһө була икән. Әсәй яғынан өләсәйҙе беҙ, Балапан ауылында йәшәгәс, «Балапан өләсәй» тип йөрөттөк. Атай яғынан өләсәйҙең йортонда торҙоҡ. Уны «Был өләсәй» генә тип атайбыҙ. Кәүҙәгә оҙон ғына, әммә күпселек ваҡыт өҫтәл янындағы диванда ултыра. Тынлыҡ ярата, ахыры, ағайҙар менән шаулаша башлаһаҡ, урамға ҡыуа. Атай-әсәй эштәләр, ҡайһы саҡта ғына төшкө ашҡа ҡайтып китәләр. Шуның өсөн беҙ көнө буйы өләсәй менән генә. Ләкин ул гелән беҙҙән ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Тик ярамаған эштәр ҡылабыҙ буғай. Йә ишекте асып ҡуйғанбыҙ, йә ябып еткермәгәнбеҙ, йә ултырғысты урынына шылдырмағанбыҙ, йә һыу эскәс, ижауҙы урынына ҡуймағанбыҙ, йә икмәк кимереп, иҙәнгә валсыҡтарын ҡойолтоп бөткәнбеҙ, йә тәтәйҙәрҙе йыймағанбыҙ, йә урындыҡты болартҡанбыҙ... Шуға күпселек ваҡыт тышта уйнарға тура килә. Бында ла беҙ бар нәмәне аҫтын-өҫкә әйләндергәнбеҙ. Йүгереүҙән асығып инһәң, ашарыңа бирмәй, йәнәһе, бына һеҙгә яза. Беләбеҙ: үҙе беҙ урамда саҡта тәмләп сәй эсеп алған да ҡаймаҡ, ҡайнатма, печеньеларҙы шкафҡа тығып, бикләп ҡуйған. Эсебеҙҙә бүре олоуҙарҙа уның эше лә юҡ. Уның тыныслығын боҙма, шунда ҡолағың тыныс булыр. Ҡайһы саҡта беҙҙең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамай, сәғәттәр буйы үҙ яйы менән булышып йөрөй. Рим ағайҙың, бәлки, беләге һыҙырылғандыр, Вәсим ағайымдың тамағы ауырталыр, ә минең эсем боралыр – уға барыбер.
Балапан өләсәйгә барһаң, киреһенсә, алдыбыҙға нимәһен ҡуйып, нимәһен бирергә белмәй. Ул аштарымы, ул бөкөрөш-йыуасаһымы, ул ҡаймағымы – барыһы телеңде йоторлоҡ! Өйөндә һәр саҡ тәмле еҫтәр аңҡый уның. Үтә шашынып китһәк тә тауыш күтәрмәй, ипләп кенә: «Тәртип боҙма, балам, юғиһә, Алла башыңа һуғыр», – тип иҫкәртеп, ниңә улай ҡыланырға ярамағанлығын аңлатып бирә. Ул беҙҙең менән һөйләшә, һорауҙарыбыҙға ентекләп яуап бирә, һабаҡтар өйрәтә.
Ә Был өләсәйҙә нимә? Эт кеүек ырылдарға әҙер генә тора. Уның ике бүлмәле өйөндә күңел ҡоршау эсендә тотолғандай тойола. Һауаһы күкрәкте ҡыҫа. Шуға ла, моғайын, атайым, ғаиләлә кинйә булыуына ҡарамаҫтан (бәләкәс балаға атай йорто ҡалыуын мин беләм), үҙебеҙгә айырым өй һалып сығырға ниәт иткәндер инде.
Бына әле беҙ күсенеп ятабыҙ. Бөгөн үҙебеҙҙең өйҙә йоҡлаясаҡбыҙ. Бүлмәләргә лә бүленмәүенә, соланы ла эшләнмәгәненә ни булған?! Ҡапҡаһын да эшләрбеҙ, мунсаһын да һалырбыҙ, баҡсаһын да гөл-сәскәгә күмербеҙ. Ә былай тағы ла мәҙәгерәк тәһә: өй тултырып йүгерергә мөмкин, өйҙән сыҡтыңмы шундуҡ урамға килеп эләгәһең.
Тик өләсәйҙең кисәге аҡырған һүҙҙәре генә һаман ҡолаҡта сыңлап тора. Тапҡан ғауға ҡуптарыр сәбәп: күршеһенә ингән арала йөҙөмөн ашап ҡуйғанбыҙ икән. Күҙгә күренеп ултырған урында ҡалдырмаһын үҙе. Рогатка юныр өсөн ҙур бысаҡ алырға тип ултырғысҡа менеп баҫҡан Рим ағайым тәрилкә тулы йөҙөмдө күреп ҡалған шул. Күптән ашамаған емеште йәһәт кенә ҡорһаҡҡа төшөрөп тә ҡуйҙыҡ. Һуңынан тәмлекәсенең урынында юҡлығын күргән өләсәй тетмәбеҙҙе тетте. Сәғәттәр буйы алдында баштарҙы эйеп, үҙеңдең ниндәй хайуан икәнлегеңде тыңлау рәхәт түгел. Ҡайтып ингән әсәйҙең дә алҡымынан алды: «Ҡасан ғына шул үләт ҡырылғыларыңды алып сығып китәһең, ә?!» Әсәй беҙгә бер һирпелеп ҡарап ҡуйҙы ла өндәшмәй генә әйберҙәрҙе төйнәй башланы.
Шуға күрә, ярҙамһыҙ яңғыҙымды ҡалдырып сығып киттегеҙ, тип ғәйеп таҡмаһын атай-әсәйемә өләсәй. Үҙе ҡыуҙы, үҙе ситкә типте.
Инде өйгә етеп киләбеҙҙер. Һаҡ ҡына шифоньерҙың ишеген асып, ҡалҡынып тирә-яҡҡа ҡарайым. Тимер юлға терәлеп тигәндәй ятҡан картуф баҡсалыҡтары эргәһендә юлдан түбәнгә төшөп киләбеҙ. Ана, өйөбөҙ ҙә күренә! Ҡарашымды атҡа күсерәм. Малҡай, ауыр йөк тартыуына ҡарамаҫтан, һәлмәк атлап килә. Уны Хафиз апа етәкләп алған. Ҡартмын, ауыр йөкмәргә ярамай, тимәне, шифоньерҙы күтәрешеп сығып, арбаға тейәште. Нисә күргәнемдә лә ошо ергә тейеп тигәндәй торған һоро плащын кейеп алған була. Ығы-зығы ҡуптармаған, юҡ-барға сәбәләнмәгән, тыныс холоҡло кеше ул, һүҙен үлсәп кенә һөйләй, кәрәкмәгән еренә ҡыҫылмай, ярҙам һораһалар, ҡуй тимәй. Һырҙар баҫҡан йөҙө һәр ваҡыт бер сырайлы, ҡасан шаяртып, ә ҡасан шелтәләп әйткәнен ҡапылда аңламаҫһың. Мәғәнәһенә төшөнөр кәрәк тәүҙә. Оҙон булмаған кәүҙәһен артыҡ бөкрәйтмәйсә, ашыҡмай үҙ яйына ғына атлай. Минең уның ҡулын ҡыҫҡаным бар, таш кеүек ҡаты. Эшсән ҡулдар шундай була, ти атайым. Үҫкәс, минең дә ҡулдарым шундай ҡаты буласаҡ, тип ҡарар ҡылып ҡуйғанмым мин.
Өйгә еткәнсе Хафиз апанан күҙ алмай барҙым. Ишек тапҡырына еткәс, атын туҡтатып, миңә боролоп ҡараны.
– Йүгер, улым, өйөңә, – тине арҡамдан һөйөп.
Мин ҙур булмаған бер-ике төйөнсөктө эләктереп, һикерә-юрғалай өйгә инеп киттем.
...Минут эсендә күҙ алдымдан ошо ваҡиғалар йүгереп үткәс, ҡарашымды йәнә Хафиз апаға күсерәм. Алдымдағы бая ят әҙәм шундуҡ яҡын кешемә әйләнде лә ҡуйҙы. Үҙем дә һиҙмәҫтән ултырғысымды уға яҡыныраҡ шылдырып ҡуйҙым. Ә апа һүҙен дауам итә.
– Бигерәк мал йәнле ине Өмөтбикәм. Бер йәй аҙағында оло һыйырыбыҙ Алаҡайҙың быҙауы ғәйеп булды. Эҙләмәгән ер, ҡарамаған мөйөш, тапамаған һуҡмаҡ ҡалманы – юҡ! Өмөтбикәнең шунда өҙгөләнеүҙәре, төндәрен йоҡлай алмай сыға ине. Быҙауын таптырып баҡырған Алаҡайҙы ни тип кенә йыуатманы. Дүртенсе көнөнә соҡорҙа айыуҙан һуғылып, емтеккә тип ҡалдырылған көйөнә барып таптыҡ малҡайҙы. Өмөтбикәнең быҙауҙың башын ҡосаҡлап илағаны... Балабыҙмы ни?! Хәйер, ул һәр себеш-бәпкәне, бәрәс-быҙауҙы әпәүләп торҙо. Һәр малдың үҙ холҡо була бит ул. Иң уҫалына тиклем яйын таба белде. Һәр береһе менән һөйләшә торғайны, иғтибарын бүлде.
Оҙаҡ һөйләне Хафиз апа. Кисләтә башлағайны, машина килеп туҡтағаны ишетелде. Өйгә йүгерә-атлай ир кеше килеп инде.
– Атай, шулай итәләрме ни? Ҡурҡыттың бит барыбыҙҙы ла, – ти Мөнир ағай, һаулыҡ һорашҡас. – Урам буйында уйнаған малайҙар атыңды күреп ҡалғандар бая алай ҙа, улар әйтеп ебәрҙе.
– Һин, улым, юҡтан буран сығарма, – ти Хафиз апа боролмай ғына. – Кәрәк тип тапҡан урында ултырам мин.
– Һуң булып килә бит. Ҡайтырға кәрәк, – Мөнир ағай, әсәйҙең сәйгә саҡырыуына ҡарамаҫтан, ултырырға ашыҡмай.
– Кәрәк, кәрәк... – Хафиз апа ҡалҡынды.
Кәртәгә сығабыҙ.
– Иртәгә көтөп ҡалам, – ти Хафиз апа, атын ысҡындырып.
– Мин һинең менән барам, – ти атай. – Төнөн көтөр кеше лә кәрәк.
– Кеше етерлек ул былай, – Мөнир ағайҙың ҡабаланыуы күренеп тора, урынында тороп түҙмәй.
– Улай булғас, мин дә һеҙҙең менән, – тим, бер атайға, бер әсәйгә боролоп ҡарап.
– Үҙең беләһең, – ти атай, һүҙемде кире ҡаҡмай.
Күптән, бик күптән арбала йөрөгәнем юҡ ине. Танһыҡ тойғо. Йәнекәйгә тиклем ара байтаҡ, ошо тойғо тулҡындарында иркенләп бәүел дә бәүел. Еңел генә һелкенеп барыуҙары, яҙғы йылы елдең биткә ҡағылыуҙары, сәсте туҙҙырыуҙары, аттың ваҡыты-ваҡыты менән ҡойроғон болғап алыуҙары... Үҙе бер тормош.
Көт әле, һуңғы арала күңелде кимереп торған ауыр тойғолар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡҡан түгелме? Сәйер. Һайлауҙарыңда шикләнеү еңел түгел ул. Тотош алдағы тормошоңдо хәл итерлек һайлау эшләгәндә, яңылышып ҡына ҡуймайым тип, нисәмә көндәр ҡурҡып йөрөүҙәре. Бына сетерекле мәсьәлә үҙенән-үҙе килеп хәл ителде шикелле. Юҡ, бүтән һуҙып йөрөргә кәрәкмәй. Бар йөрәгем менән тоям бит: Айһылыу – минең яҙмышым. Әлбиттә, ҙур аҙым яһар алдынан бер ни тиклем ҡурҡыта. Бер күреүҙән аяҡ бармаҡтарынан алып ҡолаҡ остарына тиклем ғашиҡ булып, шул уҡ секундта ошо сибәркәйҙең тап һинең мөхәббәтең булыуын аңлайһың, тигәндәре китаптарҙа ғына яҙылалыр ул. Тормош был: кешене белеү мотлаҡ. Яҡындарым мин эшләгән һайлауҙы хупламаһа, тигән шиктәргә лә бирелеп китәһең. Бына әле килеп аныҡ хәл иттем: киләһе ҡайтҡанымда яңғыҙ ҡайтмайым. Атай-әсәйем менән Айһылыуҙы таныштырырға ваҡыт.
Хафиз апа атын ҡабаландырмай, малҡай үҙ яйы менән атлай. Гүйә, нисәмә йылдар үтмәгән, мин һаман бәләкәй малай, яңы өйөбөҙгә күсенеп китеп барабыҙ. Өләсәйҙән ҡыуылып... Өләсәй тигәндән. Мин дүртенсе класта уҡығанда мәрхүмә булып ҡалғайны. Ашап ултырған ерендә ултырғысы менән бергә артҡа ҡолап, арҡаһына барып ятҡан, тинеләр. Телен арҡыры тешләгән булған. Яман кешенең үлеме лә ямаҡай булалыр.
Мин өләсәйгә үпкә тотмайым. Булған – үткән, ҡалайтаһың. Тормош был. Иртәгә үк, йолалар үтәлгәс, мулланан уның исеменә доға уҡытырға кәрәк булыр.