Йәмғиәт
13 Апреля , 16:25

Өмөтһөҙ шайтан ғына...

Унда: “Яратҡаның бер көн килеп һине ташлап китәсәк. Әммә һинең һөйөүең икенсе төрлө булып әйләнеп киләсәк”, – тиелә.

Өмөтһөҙ шайтан ғына...Өмөтһөҙ шайтан ғына...
Өмөтһөҙ шайтан ғына...

Франц Кафка Берлин урамдарында йөрөгәндә ете-һигеҙ йәштәрҙәге бер ҡыҙҙың илағанын күреп, янына бара. Бала яратҡан ҡурсағын юғалтҡан икән. Был ваҡытта ҡырҡты уҙған донъя кимәлендәге билдәле шәхес ҡыҙсыҡҡа уйынсығын эҙләшә. Тик таба алмайҙар. Иртәгәһенә ошо урында улар осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылыша. Яҙыусы ҡыҙҙы йыуатыр өсөн үҙе менән юғалған ҡурсаҡтан “хат” килтерә. Унда: “Мин донъя буйлап сәйәхәт итергә сығып киттем. Илама. Яңылыҡтарым тураһында яҙып торором”, –  тиелә.

Франц Кафка менән осрашҡан һайын юғалған ҡурсаҡтан да “сәләмдәр” килеп тора. Ә бер көндө яҙыусы ҡыҙға яңы ҡурсаҡ тотоп килә. Тик бала: “Был минең юғалған ҡурсағыма бөтөнләй оҡшамаған”,  – тип уны алыуҙан баш тарта. Тик: “Сәйәхәт итеү мине үҙгәтте. Мин хәҙер бөтөнләй икенсе ҡурсаҡҡа әйләндем”, тигән сәләме лә булғас, ҡабул итә.

Бер йылдан һуң донъя кимәлендәге әҙип баҡыйлыҡҡа күсә. Теге ҡыҙ ҡурсаҡта ҡәҙерләп һаҡлай һәм оҙаҡ йылдар үткәс, ҡурсаҡтың эске яғында ҡыҫтырылып ҡуйылған сәләм-хатты табып ала. Унда: “Яратҡаның бер көн килеп һине ташлап китәсәк. Әммә һинең һөйөүең икенсе төрлө булып әйләнеп киләсәк”, – тиелә.

Фото интернеттан алынды. 

Өмөтһөҙ шайтан ғына...
Өмөтһөҙ шайтан ғына...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас