Йәмғиәт
14 Апреля , 11:10

Хеҙмәт юлы

...Ҡуйы томан. Бер ни күреп булмай. Ярҙа ҡалды беҙҙең базалар. Бортҡа һуға диңгеҙ тулҡындары. Урап ҡына үтһен ҡазалар!

Хеҙмәт юлыХеҙмәт юлы
Хеҙмәт юлы

Хеҙмәт юлы

Алыҫтарға яҙмыш алып китте,

Тыуған илдән мине айырып.

Бурысымды үтәп ҡайтырмын мин,

Диңгеҙ тулҡындарын ҡайырып.

...Ҡуйы томан. Бер ни күреп булмай.

Ярҙа ҡалды беҙҙең базалар.

Бортҡа һуға диңгеҙ тулҡындары.

Урап ҡына үтһен ҡазалар!

Ил һағында хәрби поста торам.

Отсектарҙың ябыҡ люктары.

Яҡтылыҡтан мәхрүм итмәһенсе

Плафондарҙың һүрән уттары.

Бына бөгөн тағы дифферентта

Тәрәнлеккә төшөп барабыҙ.

Тынысланды бер мәл тулҡындар ҙа.

Етһен генә беҙгә һауабыҙ!

Сигналы был шартлы тревоганың –

Шомландырып ревун саҡыра.

Көнмө, төнмө – бер ҙә белеп булмай,

Ял итергә ине саҡ ҡына...

...Хәрби бурыстарҙы үтәнек беҙ.

Инде көтә диңгеҙ ярҙары.

Һалҡын көҙҙәр илап оҙатҡайны,

Ҡаршы алды йылы яҙҙары.

Хеҙмәтебеҙ шулай үтеп китте,

Артта ҡалды көслө тулҡындар.

Йылдар үткәс, шул мәлдәрҙе иҫләп,

Йәрәккәйем генә һулҡылдар.

 

Йәмил Ҡотлогилдин.

Автор:
Читайте нас