Йәмғиәт
15 Апреля , 09:33

Мин нисек массаж яһаусы булдым

Йәшәү шарттары шәп. Бушлай ашаталар. Аҡса кеҫәгә йомарлам ғына инеп ята.

Мин нисек  массаж яһаусы  булдымМин нисек  массаж яһаусы  булдым
Мин нисек массаж яһаусы булдым

Ҡыҙыҡ күреп кенә тотонған кәсебем Себерҙән ҡайтҡас массажистҡа уҡып сығып, сертификат алырға мәжбүр итте. Алған һөнәремә үкенмәйем. Дуҫтарымдың, туғандарымдың һаулығын нығыта алыуым менән бәхетлемен.

Арктикалағы Сабетта эшселәр ҡаласығына 2023 йыл башында яңынан барҙым. Горничная булып эшләргә ине иҫәп. Йәшәү шарттары шәп. Бушлай ашаталар. Аҡса кеҫәгә йомарлам ғына инеп ята.
Себерҙә мин, ғәҙәттә, үҙемдең журналист, яҙыусы икәнемде белдермәҫкә тырышам. Сөнки етәкселеккә был оҡшамай. Әммә эшселәр ятағында иҙән йыуа башлаған көндә үк вахтер ҡатын мине танып ҡалды. Ятаҡта таныусылар тағы ла күберәк булып сыҡты. Ни хәл итәһең, Сабетта тулы Баймаҡ, Әбйәлил ҡыҙҙары булғас! Учалынан бер ҡыҙ китабымды һорай башланы. Мин йыйыштырған ятаҡ вахтеры Миәкә районы ҡыҙы ине. “Не гоже поэтессе горшки мыть. Работать надо хотя бы вахтером”, – тине. Вахтер эше, әлбиттә, еңелерәк! Душ менән беренсе ҡаттың коридорын йыуаһың да, вахтаға эшкә килгән егеттәрҙе теркәп, постель кәрәк-ярағын биреп, ҡайтып киткәндәрендә әйберҙәрен ҡабул итеп ултыраһың. Бөтә ятаҡҡа күҙ-ҡолаҡһың, һәр эшсе өсөн яуаплыһың. Һәр хәлдә, ысынлап та, йүгереп йөрөп бүлмәләрҙе, бәҙрәфтәрҙе йыумайһың.
Бер аҙна горничная булып эшләгәс, вахтер эшенә күсереүҙәрен һорап мастерға шылтыраттым. Бик уҫал ине Елена Анатольевна. Шулай ҙа ниңәлер миңә ҡарата ныҡ йомшаҡ булды.
Сабеттала ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ятағы айырым. Эштән ҡайтҡас, кис һайын, сәғәт ундарҙа, Елена Анатольевна ҡыҙҙар бүлмәһен тикшерергә сыға. Кем урынында юҡ – һораша башлай, ҡайтыу менән үҙенә инергә ҡуша. Бының сәбәбен миңә бүлмәләштәрем шундуҡ аңлатты – ир-егеттәр менән осрашырға ярамай икән. Урамда ла ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән курилкала бергәләп тәмәке тартырға мөмкин, ә ҡултыҡлашып, ҡосаҡлашып йөрөгәндәр шунда уҡ администрацияға еткерелә. Хатта ирле-ҡатынлыларға ла бер бүлмәгә урынлашырға рөхсәт итмәйҙәр. Төндө бергә үткәрергә теләгән бер-ике ғаиләне оло ғауға менән ҡыуғандар, тинеләр. Бына шундай тәртип. Шундай сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр бер-береһе менән таныша, осрашыу юлдарын таба, хатта ғаилә ҡороусылар ҙа осрай.
Сабетта ҡырмыҫҡа иләүе кеүек. Әммә “ҡырмыҫҡалар” иртәнге һигеҙҙән киске ете-һигеҙҙәргәсә күренмәй. Һәр береһе эштә. Юғары белемле икәнемде иҫәпкә алып, мине вахтер итеү яйын ҡарай башланылар. Быға бигерәк тә 23 февралдә ятаҡта ир-егеттәр өсөн бер үҙемдең концерт ҡуйыуым этәргес көс булды. Русса тәржемәлә шиғырҙарымды уҡыным, башҡортса, русса бер-ике йыр йырланым. Нисек тә эш кешеләренең кәйефен күтәрергә тырыштым. Ныҡ оҡшаттылар. Ҡайһы бер егеттәр: “Һеҙ миңә ҡарап ҡына йырланығыҙ, ныҡ күңелем булды”, – тип әйтеп китте. Йырлағанда күҙ кемгә эләккән, шул һөйөнгән инде. Шунан мине үҙем хеҙмәт иткән АКС компанияһының генераль директоры йәшәгән ятаҡҡа вахтер итеп ҡуйырға булдылар. Әммә унда урын бушағанса биш көн бар ине әле. Ул биш көндө мин шәп ҡунаҡханала горничная булып үткәрҙем.
Был ҡунаҡхана, ысынлап та, шәп ине. Иҫ киткес матур ике ҡатлы бина. Ҡиммәтле мебель ҡуйылған номерҙар. Әммә ул буп-буш. Бер кем юҡ. Вахтер менән икәүләп кенә көн үткәрәбеҙ. Элек француздар һәм башҡа сит ил эшҡыуарҙары килеп-китеп йөрөгән икән. Хәҙер, санкция осоронда, ул бушап ҡалған. Онотҡанда бер ҡытайҙар ғына килеп төшә. Уларҙы Сабеттаның аэропортында беҙҙекеләр йылы кейемдәр менән көтөп торалар, шунда уҡ йылы итек, курткалар, кәпәстәр кейҙереп, бында алып киләләр.
Миңә был ҡунаҡхана ныҡ шомло күренде. Эш юҡта эш булһын тип, номерҙар буйлап көн дә мебелдәрҙе һөртөп сығам. Иҙәндәрҙә – келәм. Тап-таҙа. Икенсе ҡаттағы холдың балаҫын саң һурҙырғыс менән таҙартып йөрөгәндә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Кемдер мине күҙәтә кеүек бит! Тирә-яғыма ҡарайым, бер кем юҡ. Күн диван эргәһенән һаҡ ҡына үтәм. Шул тирәлә күңел тынғыһыҙлана. Йәһәт кенә саң һурҙырғысын йыйҙым да һыпырттым бынан. Артыма әйләнеп ҡарарға ҡурҡам. Шунан ары икенсе ҡатҡа менергә шөрләй башланым. Етмәһә, көнөнә ике тапҡыр һәр номерҙың кранынан һыу ағыҙырға ҡушалар. Сабеттала һәр саҡ ҡараңғы бит инде. Тиҙ генә утты яндырып, ванна бүлмәһендәге крандарҙы асам да икенсеһенә йүгереп инеп сығам. Егерме минут үткәс, крандарҙы кире ябам. Кранда һыу оҙаҡ торһа, тутлай. Һоро-һары тутлы һыу үтә күренмәлегә әйләнгәнсә ағыҙаһың да ағыҙаһың инде...
Бер көн икенсе ҡаттан төшөп барғанда коридор ишеге башында кәнфит күрҙем. Берәйһе шаяртып һалды микән, тип вахтерҙан һораным. “Тейҙеңме әллә?” – ти был. “Юҡ, нишләп?” “Ул – өй эйәһенә. Ҡыҙҙарҙың ҡотон алмаһын. Тынысланһын өсөн. Уның урыны – икенсе ҡат. Холда диванда ултырырға ярата. Ҡайһы саҡ шунда шәүләһе лә күренә”, – ти Нина.
Шунан үҙенең тәүге дежурствоһын һөйләп алды. “Телевизор ҡабыҙҙым. Документтарҙы рәткә килтерҙем. Ҡунаҡхана буш. Төн уртаһы етте. Бер заман икенсе ҡатта дөбөр-шатыр йөрөй башланы кемдер. Иҙәнгә ныҡ баҫа. Телевизор тауышына ла ишетелә. Телевизорҙы һүндерҙем дә мөйөшкә боҫоп тик ултырам. Таң атҡанса йөрөп сыҡтылар өҫтә. Менеп ҡарарға йөрәгем етмәне. Иртәнсәк миңә алмашҡа килгән Ольгаға һөйләһәм: “Ят кеше тип, ҡабул итмәгән инде өй эйәһе. Мине белә ул. Беренсе ҡатҡа ла төшә. Эргәнән фырт итеп үтеп китә. Елпеүе генә һиҙелеп ҡала. Икенсе ҡатта гел диванда ултыра”, – ти. Икенсе ятаҡҡа эшкә күсергәндәренсә өй эйәһе менән һөйләшеп йөрөй башланым. Ишектән килеп инеү менән һаулыҡ һорашам, икенсе ҡатҡа менгәс, холды йыйыштырғанда йомшаҡ, йылы тауыш менән хәлен һорашам. Күңел тынысланды.
Вахтер булып арыу ғына ятаҡта эш башланым. Берәр айға Рәсәйҙең төрлө яғынан түрә-ҡара килә. Нефть-газ эшен күҙәтә. Бик ипле, итәғәтле кешеләр. Евгений тигән инженер көн дә һары сумаҙан тотоп йөрөй. “Что за секретный чемодан у Вас?” – тип һорағас, ул ундағы приборҙар менән нефть, газ һурҙырылған ерҙең кимәлен тикшереүҙәрен әйтте. Шундай урындарҙа ер күпмелер кимәлдә аҫҡа төшә икән. Ул ерҙә артыҡ һурҙырмайҙар, икенсе ергә күсәләр.
– Улайһа, беҙ ерҙең ҡанын, майын һурабыҙ булып сыға! Зыян булмаймы планетабыҙға?
– Газ, нефть ваҡыт үтеү менән яңынан барлыҡҡа килә, ер аҫтындағы бушлыҡ шулай тәбиғи тулыландырыла.
– Бының өсөн оҙаҡ йылдар кәрәк бит! Бәлки, тейергә ярамайҙыр уларға?
– Аллаһ бер нәмәне лә юҡҡа яратмаған. Барыһын да кеше ҡуллана ала. Тик сама белергә кәрәк.
Ошо һөйләшеү миңә көслө тәьҫир итте...
Етәкселәрҙең төшкө ашҡа ҡайтҡан мәле ине. Береһе килеп минән: “Массажист бар микән Сабеттала?” – тип һораны. “Юҡтыр ул, шулай ҙа ҡыҙҙарҙан һорашырмын”, – тинем. Был ҡаласыҡта, дөрөҫөн әйткәндә, горничная, вахтерҙар араһында парикмахер ҙа, маникюр эшләүсе лә, массажистар ҙа бар. Футболка, шампунь-маҙар, тәмәке-фәлән килтереп өс-биш тапҡырға ҡыйбат хаҡҡа һатыусылар ҙа байтаҡ. Тик барыһы ла аҫтыртын эш итә. Сөнки кәсеп ныҡ тыйыла. Төнгө сменаға килгән Галинаға массаж тураһында өндәштем. Уның күҙҙәре янып китте. “Мин эшләйем! – ти был. – Ҡайһы бүлмәнән?” Аптырап киттем. Бал менән дә эшләй алам массажды, ти етмәһә. Шул саҡ баяғы ир килеп етте. Эргәһендә икенсеһе лә бар. Галина шунда уҡ теге ир менән хаҡын килешә һалды. Егерме минутҡа 400 һум. Был кешенең иптәше: “Бәлки, һеҙ миңә массаж эшләрһегеҙ?” – тип күҙгә ҡарай. “Массажды яҡындарыма, туғандарыма ғына эшләйем шул”, – тигән булам. “Беҙ бында барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә туған инде, бер ятаҡта, бер ҡаласыҡта”, тигәс, егерме минутын 500 һумға һөйләштем. Шатланып риза булды.
Массаж яһарға ниәт итеүемдең тағы бер сәбәбе бар. Быға тиклем диспетчер булып Сорғоттан 470 саҡрым ары объектта эшләгәйнем. Мастер Закир исемле, дағстан милләтенән. Бер көн эшкә сыҡманы. Генераль директорҙың ағайы булғас, иркәләп яталыр тип, өндәшмәйбеҙ. Икенсе көндө лә юҡ теге. Механик Александр менән борсола башланыҡ. Өсөнсө көнгә иртәнсәк инде диспетчерскаяға инде Закир. Муйынын бормай ғына һаулыҡ һорашты ла: “Продолжаю болеть” – тип сығып китеп бара. “Нимә булды? тип һорайым. “Башым ауырта, ҡулым күтәрелмәй, муйыным һыҙлай”, – ти, бите көл төҫөндә. “Закир, төшкө аш мәлендә мин Һеҙҙең янға инеп массаж эшләрмен. Өс массаждан, тимәк, өс көндән һап-һау буласаҡһығыҙ”, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мастер уңайһыҙланып китте, шулай ҙа ризалашты. Тиҙ генә ашап килдем дә, вагончиктан булған кремдарымды барып алып, Закирҙың бүлмәһенә индем. Ҡатыу алған мускулдарын иҙеп, тызып, әҙерәк аҡырттым инде, шатырҙатып массаж эшләнем. Әсәйем йонсой торғайны ҡатыу алып. Гел шул техника менән эшкендереп ала инем. Шуға ҡыйыулығым етеп тотонғайным инде дауаларға.
Икенсе көндө Закир эшкә килмәне. Ҡотом осто. Ах, тим, минең дауалау, тимәк, килешмәне... Шунан ашханаға сыҡһам, мастерыбыҙ ауыртҡан ҡулы менән көрәк күтәреп, тракторға ҡайһы ерҙе ҡарҙан таҙартырға күрһәтеп йөрөй. Эй ҡыуаныуым шунда! Аҙаҡ диспетчерскаяға инеп: “У Вас волшебные руки! Вы меня спасли. Я выздоровел”, – тип рәхмәт әйтеп сыҡты. Яңы йыл алдынан яҡындағы ауылға барып миңә бер тоҡ күстәнәс килтереп бирҙе. Емеш-еләк, тәм-том, хатта туңдырма ла бар ине унда.
Шул ваҡиғанан һуң әсәйемдең: “Ҡулыңдың име, шифаһы бар, ҡыҙым”, – тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңланым. Әле бына ниндәй кремыбыҙ бар, шулар ходҡа китте. Пилоттар бик һирәк килә. Айына бер-ике тапҡыр. Улар өсөн дүртәр кешелек матур бүлмәләр бар. Икенсе бүлмәнән тағы ла бер өҫтәл индереп ялғаныҡ. Кеше буйы булды. Юрған түшәнек. Простыня-фәлән үҙебеҙҙең ҡулда. Уларға үҙебеҙ хужа. Тик бына коридорҙың ике яғынан күҙәткән камеранан ғына күреп ҡалмаһындар!
Сменаларыбыҙ алышынған мәлдә, дежурствола бер-беребеҙҙе алыштырып, аҡса һуға башланыҡ. Аҡмаһа ла тама бит. Ярты сәғәткә бер мең һораһаң да риза булырҙар! Тик ул ҡәҙәре ваҡыт юҡ. Ял иҫәбенә генә кәсеп ителә. Кремдарыбыҙ бөткәс, Галина: “Әйҙә көнбағыш майы һылайыҡ”, – ти. Интернеттан ҡараһаҡ, ул тәндәге күҙәнәктәрҙе ҡаплай икән. Һис юғы зәйтүн майы кәрәк, тиелгән. Шунан вахтаға килгән ҡатындарҙан, бешеренергә кәрәк тип, зәйтүн майы ҡатыш көнбағыш майы алдырҙыҡ. Эшләү еңел булып ҡалды. Сөнки ҡайһы бер ирҙәрҙең арҡаһы ныҡ йөнлө, һылаған майҙы үҙенә һеңдереп тик тора. Тәненә ҡул эләкмәй.
Ни булһа ла, яҡшы массажист тигән даным ирҙәр араһында тиҙ таралды. “К Вам на массаж можно записаться?” – тип һорап киләләр. Көлкө инде. Минән массаж эшләткәндәрҙең кәүҙәләре турайып, йөҙҙәре асылып китте. Яурындарына, гүйә, ҡанат үҫте. Бер кеше: “Бер көнгә булһа ла массаж эшләһәгеҙ ине. Эш ныҡ ауыр. Нервым бөттө. Энергиямды һуралар. Иртәгә ҡайтып китәм”, – тигәс, йәлләп төшкө аш мәлендә урыныма горничнаяны ултыртып тороп, уның бүлмәһенә йүгерҙем. Тәнендә псориаз. Уңайһыҙланып ҡына футболкаһын сисеп ятты. Стресс арҡаһында шундай ауырыуға дусар булғандыр инде. Егерме минут түгел, ял мәлен сарыф итеп, ярты сәғәт массаж яһаным да эш урынына барып ултыра һалдым. Көндөң төрлө мәлендә ҡапыл ғына етәкселек шылтырата торған. Бер аҙҙан айҙай балҡып клиентым килеп етте. Бер мең аҡсаны алдыма һалды. “Күҙҙәрем асылды, йәшәгеләрем килеп китте. Ҙур рәхмәт!” – тине ул.
Галинама бүтән клиент йөрөмәне. Тәүге клиентының арҡаһын бал һылап яндырғас, яманлап һөйләгәндәрҙер инде. Уның байы, администрациянан Оксана исемле ҡатын рәхәтләнеп унан бушлай массаж яһатты. Кемдер Галинаның массаж яһағанын алып барып еткергән. Шуға һүҙ булмаһын тип, бушлай эшләне инде. Мине, һәр хәлдә, ул һатманы. Шуға ныҡ рәхмәтлемен. Шәп ҡатын ине Галина. Күңеле киң, Ҡазан эргәһендәге бер ауыл мәрйәһе. Йырҙарҙы күп белә. Ауылда фольклор ансамбленә йөрөгән. Кухняла төшкө ашты үҙебеҙ бешерәбеҙ. Ул күп итеп сало, бәшмәк алып килгән ине. Танһыҡҡа рәхәтләнеп ашайбыҙ. Сатлама себер һыуығы бөтә нәмәне лә ашата ул. Ашханалағы аш ялҡытып та китә.
Ҡайтыр саҡта вахтаға 40-50 йәштәрҙәге бер ир килде.
– Дүрт көндән Өфөгә самолет. Клиенттар алмайым, – тим тегегә.
– Булһын. Миңә бер сеанс та етә, – ти был.
– Бер сеанста кеше һауыҡмай, кәмендә һигеҙ сеанс кәрәк.
– Етә ул. Мин Һеҙҙән эротик массаж көтәм, – тигәйне, йәнем көйҙө лә китте.
– Мы такие услуги не предоставляем! – тип ҡаты ғына әйткәйнем, “понял” тип китеп барҙы. Ыстағафирулла, кемде генә күрмәҫһең был донъяла...
Өфөгә май аҙағында массаж эшләүҙән ҡулым байтаҡ шымарып ҡайтып төштөм. “Ҡулың шифалы, тигәстәр, әллә массажға уҡып алырғамы”, – тип уйлап Башҡортостан массажистары ассоциацияһына йүнәлдем. Оздоровительный (һауыҡтырыу) массажына эйә булғым килеүен әйттем. Уға тиклем классик массаж курсын үтергә кәрәк икән. Унһыҙ уҡыуға алмайҙар. “Минең практика бар. Оҙаҡ йылдар классик массаж эшләйем кешегә”, – тип алданым. Ышандылар, алдылар. Алмаз Ғәлиев тигән бик шәп уҡытыусыға эләктем. Уҡыусылар, беҙ, бер-беребеҙгә массаж эшләп, теорияны нығытабыҙ. Үҙҙәре салон асҡан ҡыҙҙар уҡый. Элек йә уҡытыусы, йә бухгалтер булғандар. Массаж серҙәренә төшөнөп, Аллаға шөкөр, ҡулыма сертификат алдым. Алмаз телеграм-каналда һаман да беҙҙең менән бәйләнештә. Һәр ваҡыт видеояҙмалар ебәреп, белемебеҙҙе арттырып, нығытып тора.
Бына шулай уйламағанда яңы һөнәргә эйә булдым. Ҡулым менән кешеләрҙе ауырыу-сырхауҙарҙан дауалай алам. Шундай һәләткә эйә булыуым менән ныҡ бәхетлемен!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Автор:
Читайте нас