

Туған телеңә ҡарата булған һөйөү төрлө яҡлап сағылыш таба. Шуның бер алымы уны пропагандалауға ҡайтып ҡалған йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, әүҙемлек күрһәтеү. Бөгөн туған теле артабан да йәшәүен, уның киләсәк быуындарға ла барып етеүен теләгән һәр кем башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. “Шоңҡар” журналының коллективы ла был изге эштән ситтә ҡалманы.
Сараны Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырлы сәләм менән асты. Артабан ҡурайсы Айҙар Байтимеров "Урал" башҡорт халыҡ көйөн уйнаны.
Диктантты Йәш яҙыусылар ҡоро ағзаһы, шағирә Таңсулпан Рәсүл уҡыны.
Акцияла Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары ла, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары ла, кескәй балалар ҙа ҡатнашыуы сараға айырым йәм өҫтәне.