Йәмғиәт
17 Апреля , 11:40

Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде

Башҡортостан Яҙыусылар союзы йортонда ла бөгөн башҡортса диктант яҙҙылар. Араларында төрлө быуын, төрлө милләт кешеләре булыуы ҡыуандырҙы.

Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килдеВалерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде

Башҡортостан Яҙыусылар союзы йортонда ла бөгөн башҡортса диктант яҙҙылар. Араларында төрлө быуын, төрлө милләт кешеләре булыуы ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Валерий  Назаров - рус егете. Өфөлә үҫкән. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Валерий бәләкәйҙән йыр-моңға, әҙәбиәткә, төрлө телдәргә ғашиҡ. Йырлай, башҡортса өйрәнә, хатта махсус башҡорт милли кейеме лә бар. 

-Шәхестең күп тел белгән  һайын мәҙәни кимәле байый, күпте белә.  Балаларым да башҡорт телен ихлас өйрәнә, - ти Валерий. 

Сараны Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырлы сәләм менән асты. Артабан ҡурайсы Айҙар Байтимеров "Урал" башҡорт халыҡ көйөн уйнаны.

Диктантты Йәш яҙыусылар ҡоро ағзаһы, шағирә Таңсулпан Рәсүл уҡыны.

 

Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Валерий Назаров та башҡорт теленән диктант яҙырға килде
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас