+15 °С
Болотло


Яҙ миҙгеле етеү менән тәбиғәт йоҡоһонан уяна. Был осраҡта яңы хәүеф-хәтәр ҙә арта төшә. Талпан да тик ятмай. Башҡортостанда быйыл йыл башынан 327 кеше талпан ҡаҙалыу осрағы менән табипҡа мөрәжәғәт иткән. Тәбиғәткә ялға сыҡҡандан, саф һауала эшләгәндән һуң кәүҙәнең бар өлөшөн дә ентекләп ҡарарға кәрәк. Йәнә оҙон еңле, оҙон балаҡлы кейем кейеү ҙә, был бәләкәс кенә, әммә ҙур проблема тыуҙырыусы йән эйәһе йәбешеүенән һаҡлай. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит. Үҙбеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Фото интернеттан алынды.