Йәмғиәт
18 Апреля , 13:16

Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ

Йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы.

Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡРухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ
Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ

 Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыуҙы йыл да ҙур тулҡынланыу менән көтөп алам. 2018 йылдан бирле даими  яҙам. Мәктәптә, китапханала ойошторолған майҙансыҡтарҙа, шулай уҡ онлайн да яҙырға тура килде. Минең үҙемә иһә, майҙансыҡтарҙа яҙыу нығыраҡ оҡшай. Башҡорт теленән диктант яҙыусылар һаны йылдан-йыл артыуы һәм йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы.

Быйыл Салауат ҡалаһының 42-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре диктантты Үҙәк моделле ҡала китапханаһы ойошторған майҙансыҡта яҙҙыҡ. Милләттәштәребеҙ менән ихлас аралашып, дәртләнеп, илһамланып, рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ.

Рәйлә Латипова, Салауат ҡалаһының 42 -се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ
Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас