Йәмғиәт
18 Апреля , 10:22

“Шәмбе өмә”ләре гөрләне

Иртә торһаң ит бешә, һуңға ҡалһаң бит бешә, тигәндәрен иҫтә тотоп.

“Шәмбе өмә”ләре гөрләне“Шәмбе өмә”ләре гөрләне
“Шәмбе өмә”ләре гөрләне

Бөгөн тотош республика буйлап “Шәмбе өмә”ләре үтте. Өфө ҡалаһының 8-се һанлы китапханаһы ла был эштән ситтә ҡалманы. Хеҙмәткәрҙәр эшкә килеү менән китапхананың тирә-яғын таҙартырға тотонғандар. “Иртә торһаң ит бешә, һуңға ҡалһаң бит бешә, тиҙәр, бит. Өмәгә шуға иртә менән сыҡтыҡ. Тирә-яғыбыҙ таҙа, матур булһа, үҙебеҙгә лә күңелле. Май байрамдары алдынан әҙерлек эштәренең береһе ул”, - ти китапхана хеҙмәткәрҙәре.

Ә һеҙ бөгөн “Шәмбе өмә”һенә сыҡтығыҙмы?

“Шәмбе өмә”ләре гөрләне
“Шәмбе өмә”ләре гөрләне
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас