

Маҡсатына иреште Хәбир. Бөгөн үҙенең автосервисын асыуҙы байрам итә. Үҙе һәм уның ике коллегаһы, шул уҡ ваҡытта уның эшселәре лә шулар. Уйлай китһәң... Урта мәктәпте бөткәне бирле катаржан кеүек эшләне лә эшләне инде. Тәүлектең 16, хатта 18 сәғәте эш менән үтә ине. Мехфакта уҡыу менән бер рәттән, эшләмәгән эше ҡалманы. Студент сағынан башлап тинләп аҡса туплау менән мәшғүл булды.
Ата-әсәһе ике ҡыҙын кейәүгә биреп, туйҙар үткәргәс, инде артабан тыныс йәшәү хаҡында хыялланғанда кинәт яралған бала ине Хәбир. Шуға күрә ата-әсәһе баланы түгел, бала ата-әсәне ҡарарға тейеш тип үҫмер сағынан ҡанына һеңгәйне. Хәбир уңды-һулды айыра башлағанда ата-әсәһе ныҡ ҡына ҡаҡшап өлгөргәйне инде. Таң һарыһынан тороп, ҡараңғы төшкәнгә тиклем үҙ хужалығында ҡырмыҫҡа һымаҡ тырбандау инде ауыл тормошо. Өҫтәлеңдә һәр ваҡыт һөтө-майы, ите, йәшелсәһе булһын тиһәң, үҙеңде аяп тормайһың. Ата-әсә лә кинйәләре өсөн йән атып тора, уның өсөн береһенең пенсияһын йыйып барҙы. Ике яҡлап та ошолай тырышыу һөҙөмтәһе – Хәбирҙең арыу фатиры бар. Бына автосервис та асып ебәрҙе. Быға тиклем, был эште төшөнөү өсөн, мехфакты бөтөү менән ҙур автосервиста эшләп, күп тәжрибә йыйып өлгөргәйне. Үҙ эшендә ул тиңһеҙ оҫта. Үҙенә генә хас таксаһы бар. Түрә-ҡара, бай ғына кешеләр уның хеҙмәте өсөн алдан яҙыла.
Ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй, оялмай байрам итә бөгөн. Һыйланыр өсөн яҡшы ғына кафе һайланылар. Күршелә генә йәштәр (Хәбир үҙен олоға һанай), студенттар булырға тейеш, кемеһелер тыуған көнөн үткәрә. Ике өҫтәлде ҡушып бер итеп алғандар. Ул яҡта күңелле: тауыштар гөрләй, йырлап-бейеп тә алалар. Хәбир өҫтәлендәге һымаҡ туҡтауһыҙ бокал күтәрмәй ҙә күңелле ултыралар. Егеткә ҡаршы ғына бер ҡыҙ урынлашҡан. Башта Хәбир уларға бөтөнләй иғтибар итмәне. Бала-сағаға ҡарап ултырырға шаҡтай олпат та инде ул. Уға быйыл көҙ 26 йәш тулды. Тора-бара, хәмер парҙары башына китә башлағас, күршеләге мәжлескә иғтибар итә төштө. Теге йәш кенә ҡыҙ унан күҙен алмай түгелме һуң? Эйе, Хәбир күркәм егет, күҙ һалмаҫлыҡ түгел. Тик егеттә бер ҙә генә ҡыҙ ҡайғыһы булманы, ваҡыты ла етмәне. Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙ сибәр, йәш. Етмәһә, саҡырыулы, сая ҡараштары менән күптән наҙ күрмәгән йәнде-тәнде арбай. Егет үҙен-үҙе белештермәҫ хәлгә етә бара. Бәй, ҡыҙ бәләкәй сумкаһын яурынына эләктереп, урынынан ҡуҙғала башланы түгелме? Иптәштәре ҡалырға өгөтләп шаулаша.
– Миңә ҡайтырға алыҫ. Автобус йөрөгән саҡта ысҡынып ҡалырға кәрәк, – ти теге.
Хәбир ҙә кеҫәһендә әҙерләп ҡуйған сумманы ҡапшай.
– Артабан үҙегеҙ дауам итегеҙ, бында артығы менән. – Аҡсаны иптәштәре алдына һала ла ашығып ҡуҙғала.
Ҡыҙ ишек алдында тора, әллә уны көтә инде? Хәбир еңел тын алды. Шундай яҡын, күптәнге танышы төҫлө ул. Ике лә уйлап тормай, нәфис кәүҙәне стенаға һыланы, ике ҡулы менән юлды кәртәләне. Ҡыҙ ҙа сәбәләнмәй, унан күҙҙәрен алмай. Егет матур ирендәргә үрелә, ҡаршылыҡ булмағас, ҡыйыу итеп үбә.
– Киттекме миңә?
– Киттек.
Егет ашығып такси саҡыра. Уныһы ла көтөп кенә торған, ахрыһы. Килеп тә етте. Артҡы урында яратышыуҙы дауам итергә теләүселәргә оло ғына таксист аҡайып ҡарай. Ни хәл итәһең, сабыр итергә тура килә. Ҡалғаны тоноҡ ҡына иҫтә. Ҡыҙ ғиффәтле ине.
– Ниңә әйтмәнең, иҫәркәй?
– Һине тағы ҡасан күрермен дә, ҡасан осратырмын?
Хәбир, ғәҙәттәгесә, иртә уянды. Бөгөн ял, тормаҫҡа ла булыр ине. Ҡыҙ сабый йоҡоһо менән йоҡлай. Шундай бала ғына бит. Ә сибәр үҙе. Оҙон керпектәре еүеш. Илап алған да яңы ғына серемгә киткәндер. Ҡыйғас ҡаштары, алһыу таңдай бит остары, күпереп кенә торған сейә ирендәре ҡарап туймаҫлыҡ. Йылтыр ҡара сәстәре мендәргә һибелгән. Егет ҡурҡыуға ҡалды: бәлиғ булғанмы был бала? Әгәр яуап биреп йөрөргә тура килһә, яңы асҡан бизнесың йәһәннәмгә осасаҡ. Ҡыҙыҡайҙың күңелен күрергә кәрәк. Егеттең һыуытҡысы буш ине. Тиҙ генә яҡындағы кафеға заказ ебәрҙе: салат-малат, манты, сейә бәлеше. Үҙе ҡойоноп алырға душҡа инеп китте.
Йомшаҡ ҡына өй салбары, футболка кейеп алып йоҡо бүлмәһенә инһә, ҡыҙ уянған, матур күҙҙәрен тултырып уға ҡарап ята. Шайтаның, ҡалай һоҡланғыс!
– Хәйерле иртә, иҫәркәй! Һиңә ун һигеҙ бармы һуң? Мине төрмәгә ултыртырға уйламайһыңдыр бит? Ниңә мине, күптән ҡатын-ҡыҙ күрмәгән кешене, шулай иҫәрләндерҙең инде? Уф, баш киткәйне шул.
Ҡыҙ һонолоп ҡына кескәй сумкаһын алып, паспортын сығарып һуҙҙы. Ҡыҙға йәй ун һигеҙ тулған икән.
– Үҙе йығылған иламай.
– Иламаҫһыңмы?
– Юҡ...
“Аптыраш... Ах, шайтан, ниндәй аҙап менән үҙенә ҡул һелтәп, беренсе күргән кешегә эйәргән был бала... Йә, үҙе беләлер. Уны ашатып, һыйлап оҙатырға кәрәк”.
Ләйлә (Хәбир уның исемен паспортын ҡарағас ҡына белде) уның һыйҙарын йәш кешеләргә хас булғанса яратып, ҙур теләк менән ашаны. Туйып алғас, кәйефләнеп китеп, ултырғыс артына һөйәлде, хатта амин тотто. “Ҡара һин уны, ундай рәтте мин белмәйем дә”.
– Артабан осрашабыҙҙыр?
– Һин нимә, ҡыҙыҡай, минең свиданиеға йөрөргә ваҡыт бар тиһеңме? Мин, ғөмүмән, ғишыҡлыҡ менән баш вата торған кеше түгел. Ундай юҡ-барҙы алдағы киләсәктә планда тотмайым әлегә.
Ҡыҙҙың күҙе йәшләнде, өнө тынып бер аҙ ултырғандан һуң:
– Мине оҡшатҡан өсөн өйөңә саҡырманыңмы ни? – тип көскә әйтә алды.
– Ну, кәрәк сағы еткәндер инде. Ваҡыты- ваҡыты менән ҡатын-ҡыҙ наҙы иҫкә төшөп ала бит инде. Шунан был хаҡта күп айҙарға онотоп торам. Постоянный кешем булғаны ла юҡ. Кәрәкмәй ҙә. Ну, йәш айырмаһы ла байтаҡ. Һин дә үҙ ишеңде, үҙ тиңеңде табырһың.
Ҡыҙ үҙенекен ҡуймай.
– Ә үҙ тиңемде тапҡансы, һиңә килергә буламы?
– Уф, ну өҙгөсһөң.
– Сәбәбе бар. Номерыңды бир.
Тәки үҙенекен итте. Номерҙы алғандан һуң, хәбәрҙәрен яуҙырҙы ғына:
– Бөгөн көн шулай үтте...
– Шул преподтың дәрестәре йоҡоно килтерә, ә был уҡытыусыныҡы һиҙелмәй ҙә ҡала...
– Беләһеңме, миңә предметтарҙың ҡайһыһы оҡшай?
Смайликтар, үҙенә оҡшаған роликтарҙы ебәреп бушаманы. Хәбир был юҡ-барҙы асып, иғтибар итеп тә тормай. Ул бала-саға түгел. Ҡыҙ айына ике мәртәбә булһа ла килергә тырыша: ”Һағындым”, – ти. Хәбир уның университеттан ныҡ йыраҡ йәшәгәнен белде. Әсәһенең апаһы булған кешелә, Черниковканың бер осонда йәшәй. Ҡала транспортында сәғәттән ашыу ваҡыты үтә бер осҡа ғына. Шунан килеп бер ҙур булмаған магазинда ярты ставкаға эшләп йөрөй. Сөнки ҡыҙ әсәһе менән генә үҫкән, яңғыҙ ҡатын ҡыҙына ҙур ярҙам күрһәтә алмай. Тормошта булған ундай хәлдәргә Хәбир аптырамай. Ә бына Ләйләнең юҡ ваҡытын, юҡ аҡсаһын бар итеп уға килергә тырышҡанын ғына аңларға теләмәй. Килгәс, кире ҡаҡмай инде. Төнөн ҡыҙҙы ҡайтарып ебәрергә оялмай. Ләйлә үҙе такси саҡырып ҡайтып китә. Хәбир үҙен шундай мәнһеҙ тота.
Егет 27 йәшен таныш кафела үҙенең эшселәре менән билдәләне. Был ваҡытта уның эшсеһе дүртәү булып киткәйне. Эше лә алға бара, аҡса ла мулыҡты. Байтаҡ ҡына ултырып ташлағандан һуң такси менән фатирына ҡайтты. Иғтибарһыҙ ғына килгән егеткә подъезд эргәһендә берәү ҡаршы күтәрелде. Сүкәйеп, бөршәйеп кенә ултырған ҡыҙға иғтибар ҙа итмәй үтеп бара ине.
– Хәбир, тыуған көнөң менән!
– Оҙаҡ көттөңмө? Эй, өс сәғәт тирәһе инде, пүстәк.
Ҡыҙ уға ҙур булмаған ҡупшы пакеттағы бүләген һуҙҙы.
– Инәһеңме?
– Ваҡытым ҡалманы инде, ҡайтам.
Меҫкен бала үпкәләргә лә белмәй, исмаһам, бүләген бирә алғанына шат. Ә Хәбир уның тыуған көнө ҡасан булғанын да белмәй. Ингәс пакетты бер тартмаға ырғытты ла онотто. Нимә икәнен ҡарап та торманы.
Шулай ваҡыт уҙа бирҙе. Ҡыҙ бала телефон аша үҙенең бер ҡатлы хәбәрҙәрен оҙатыуҙы дауам итте, һағынһа, килеп етте. Ә егет иһә Ләйләнең был ҡылыҡтарын тейешле бер хәл итеп ҡабул итергә өйрәнде. Кәрәк саҡта, төнгө клубҡа сығып, бер төнлөк һөйәрҙәр эҙләүҙән ҡотолдо. Ҡыҙ һағынып килә лә егетенең ҡосағына сума. Был ваҡытта ул шундай бәхетле. Яғымлы ҡараштарын егеттән алмай. Уның бар булмышы нур сәсә. Хәбир уның һылыу йөҙөнә, ҡойоп ҡуйғандай кәүҙәһенә ҡарап туя алмай. Ҡыҙ быны һиҙә, күңеле нығыраҡ йомшара. Тик Хәбир ағаһы уны күктән ергә тиҙ үк төшөрә һала.
– Күҙемә күп күренә башланың, – ти ул.
– Һаман эшенә сумған, үҙенә ал-ял бирмәй тырыша. Ата-әсәһенең тормошон, өй ҡаралтыларын күптән рәтләгән инде, уларға бурысын да ҡайтарған. Үҙенең өҫ-башы ла гел яҡшынан, юғары брендлы әйберҙәрҙән ғибәрәт.
Бер килеүендә Ләйлә тағы осрашып йәшәү, ысын мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
– Юҡ тип бер әйттем бит инде! – Хәбирҙең ҡатҡан күңеле һис йомшармай ине.
– Һиңә оҡшайым бит, нимә тип ҡыртлашаһың?
– Сәбәбен күптән әйткәнмен. Кемгәлер яуаплы булыу, ғишыҡ тотоуҙар минең эш түгел тип.
– Иҫәр. Мин тиккә йөрөйөммө һиңә? Тәү күргән көндө үк ғашиҡ булдым, шуны аңламайһыңмы ни? Түшәк өсөн йөрөйөммө ни? Һинән башҡаны күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Һанламайһың инде, тәүге көндә үк бирелгәс, еңел-елпе тип уйлайһыңдыр. Башҡаларға ҡулымды ла тотторғаным юҡ минең. Бары һин, һин тәүге үптергән, ҡосаҡлатҡан егетем.
– Улай тип уйламайым. Һин ысынлап та саф йәнле, саф тәнле кеше. Һиңә ғашиҡтар ҙа барҙыр.
– Юҡ, башҡалар кәрәкмәй! – Ҡыҙ илап, үпкәләп ҡайтып китә.
* * *
Хәбиргә егерме һигеҙ тулғанда өс автосервисы бар ине. Хатта бер аҙ йомшарып алырға мөмкин булыр ине. Юҡ, һаман үҙе лә эшселәре менән эшләй, улар ҙа – юғары кимәлдәге оҫталар. Хужа уларҙы рәнйетмәй, яҡшы эш хаҡы түләй. Ул ҡалаға яҡын бер нисә районда ла үҙенең автосервистарын асырға планлаштырған. Һәм үҙ теләгенә ирешәсәк тә. Эш менән мауығып, Ләйләне бөтөнләй иҫенә төшөрмәгән икән. Ни хәлдәлер. Уныһы шуны ғына көтөп торған тиерһең, шылтыратып та ебәрҙе. Әллә уйын һиҙә инде?
– Ни хәл? Һине һағындым.
– Кил.
– Мин хәҙер!
Сәғәт үттеме, юҡмы, килеп тә етте. Бик ябыҡҡан. Курткаһы кейем элгестә тора тиерһең, буп-буш булып ҡалған. Балҡып торған йөҙө һурылған.
– Ни булды?
– Сессия булды. Үҙең белергә тейешһең. Экзамен биргәндә хәлдән тайып йығылдым. Магазиндан сығарға тура килде. Мин хәҙер хәйерсе студентка. Каникулда икенсе урындан эш эҙләйем.
– Мин һиңә ярҙам итәм, рәхәтләнеп.
– Нимә, аҡса тәҡдим итмәксеһеңме? Уйлама ла. Мин фәхишә түгел аҡса өсөн йөрөргә. Кәрәкмәй аҡсаң!
“Ә нимә кәрәк?” тип әйтергә уйлаған егет телен тешләне. Ләйләнең ни тип әйтерен алдан белә бит инде: “Һин кәрәк, аҡсаң түгел” тип әйтере көн кеүек асыҡ.
Ҡәһәрең, күңелгә шундай яҡын. Егет шул хәлгә еткән ҡыҙҙы йәлләй:
– Йоҡлап, хәл йыйып ал, мин ашарға йүнәтеп алайым.
– Йоҡлар өсөн килгәмме ни, ас та түгелмен. Һиңә килдем, һағынып, үлеп.
Ни эшләмәк кәрәк? Егет ҡыҙҙы ҡосағына ала. Иркәләй башлай. Ике аралағы бәйләнеш шулай дауам итә, ваҡыт үтә бирә. Хәбир өҫтөнә бер яуаплылыҡ та алмай. Ҡалай уңайлы.
Ни тиклем ныҡ һымаҡ тойолһа ла, Хәбир бер көн эштән саҡ ҡайтып йығылды. Үҙен шул хәлгә еткергәне юҡ ине бер ҡасан да. Шундай ҙа әҙәм булыр икән. Эшселәре менән бергә һаман да эшләй бирә, отчеттар алып, эш барышын компьютерҙан ғына күҙәтеп барырға була бит инде. Әллә нисә тымауҙы, һалҡын алдырыуҙы аяҡ өҫтө үткәргәйне шул. Кеше тимерҙән яһалмаған, бына бөгөн килеп йығылды. Температураһы ҡырҡҡа етә яҙған, иҫе инәм-сығалы, таблеткалар ҙа ярҙам итмәй.
Ҡыңғырау шылтыраны, көс-хәл менән генә тороп ишек биген асты ла аяҡтары тотмай иҙәнгә йығылды. Ҡалғаны саҡ-саҡ ҡына иҫенә төшә: Ләйлә уны тартып торғоҙорға тырыша, нисек етте шулай һөйрәп килтереп урынға һала. Таҫтамалды һалҡын һыуға манып тәнен сылата, маңлайына ла һыулы сепрәк һала. Бер-бер артлы дарыуҙар ҡаптыра, һыу эсерә. Шулай ике көн үтте, буғай. Өсөнсө көнөн саҡ еңеләйеп, башына һалынған һыулы таҫтамалды алып ташлап тороп ултырҙы. Арып-талған Ләйлә эргәләге креслола бөгәрләнеп кенә йоҡлап киткән. Хәрәкәт һиҙеп шунда уҡ күҙҙәрен асты, уның хәле лә шәптән түгел. Күҙ төптәре ҡапсыҡланған, төҫө ағарып киткән. Ауырыуҙы ҡарап, төндәрен йоҡламай үткәргән. Тора һалып егеттең температураһын үлсәй һалды, ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Төшкән. Хәҙер һиңә ашарға кәрәк.
– Гел янымда булдыңмы?
– Эйе.
– Рәхмәт, – тауышы ҡарлығып сыҡты.
Бер ярты сәғәт үтмәне, сәй ҡайнатып, ҡарабойҙай бутҡаһы бешереп өлгөргән. Ярманы ҡыҙ үҙе алған, Хәбирҙең уны бер ҡасан да алғаны юҡ ине. Ныҡ асыҡҡан икән. Аҡ май төшөргән бутҡаны, һөтлө сәй менән оҙата-оҙата ҡомһоҙланып ашаған егетте Ләйлә яңағына таянып күҙәтте. Унан әсәләргә хас бер хәстәрлек, изгелек һирпелә.
- Эй, Хәбир, Хәбир, тәки яңғыҙ интегәһең бит. Мин яныңда булһам, һине шул хәлгә төшөрмәҫ инем.
Инде тамағы туйып, ҡәнәғәтлек кисергән Хәбир рәхәтләнеп кирелеп алды.
– Эйе, ҡайһы ваҡыт янда кеше кәрәк була икән.
– Бәлки, үҙеңә әҙерәк яҡынайтырһың?
Тағы бер балыҡ башы. Бер нәме тылҡыуҙан тәки ялҡмай был ҡыҙ!
– Юҡ.
– Мин саҡ ҡына ла өмөт итә алмайыммы?
– Алмайһың.
– Бер шанс та бирмәйһеңме?
– Бирмәйем.
– Их, Хәбир, таш бәғер. Үҙеңә шулай ҡасандыр бер ғашиҡ булыуҙан ғазапланырға яҙһасы.
– Тағы...
– Мин бит һинең өйөңдә ятырға, һине күҙәтергә, ялҡытырға теләмәйем. Тик үҙеңә саҡ ҡына яҡын ит. Йәрең булайым.
– Юҡ тинем дә инде.
Үлтерҙе тамам, ҡыҙҙың мөхәббәт менән тулы ҡайнар йөрәген телде, ватты, ярсыҡтарға әйләндерҙе.
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Тәбиғәт бөтөнләй яҙға тарта, күңелле итеп ҡоштар сутылдай, ҡояш та дәртле ҡыҙҙыра. Хәбирҙең телефонына хәбәр килгән: ”Ғәфү ит мине, Хәбир. Һинән мөхәббәт теләнселәмәм. Бөтәһе лә элеккесә ҡалһын. Тик мине этәрмә генә”. Егет Ләйләнең номерына блок ҡуйҙы. Ниңә уны интектерергә, төңөлгәне яҡшы булыр.
Ямғырлы килде йәй башы. Тота ла ҡойорға керешә. Бер айҙа бөтөн йәйгә етерлек яуғандыр. Хәбирҙең автосервистарында эш ҡайнап тора. Техника бысраҡты яратмай, буғай. Машиналар күп килә. Бер көн бик ашығыс заказ булып, механиктар өлгөрмәгәс, Хәбир үҙе лә эштән бушаманы. Ныҡ арығас, үҙ машинаһы менән түгел, такси саҡыртып ҡайтырға булды. Хатта ҡайтҡас ашарға әҙерләп тормай, душ инер ҙә йығылыр. Башына беренсе тапҡыр: ”Их, Ләйлә килеп, ашарға бешереп көтөп торһон ине”, – тигән уй килде. Ә Ләйлә юҡ, хатта тауышын да ишетмәй, телефонын өҙгән. “Ахмаҡ!” – тип егет үҙен әрләне. Таксиҙан сығып ишеккә табан атланы. Ишек эргәһенән кемдер айырылып, уға ҡараны. Ләйлә. Лысма һыу сәстәренән яға эсенә һыу аға, ҡулдарын джинсовка еңенә йәшергән булған. Ҡалтырай, ирендәре күм-күк. Хәбир бер һүҙ әйтеп тормай, ҡыҙҙың ҡулынан тотоп эскә тартты.
– Шылтыратһаң ни... – һүҙен әйтеп бөтөрмәй, шып туҡтаны. Үҙенең мәғәнәһеҙ ҡылығы ауыҙын йомдорҙо. Ишек төбөндә ҡыҙҙың лысма һыу кейемдәрен систереп алды. Уның өҫтөнә тиҙ генә үҙенең футболкаһын ырғытты. Ә бына һалдат ботинкаһына оҡшаған аяҡ кейемен һалдыра алмай бер булды. Яратмай ошо ботинкаларҙы егет. Ҡыҙҙар кейемеме? Арығанын онотоп, йүгереп йөрөп сәйен ҡайнатты. Һыуытҡыста булған сыр, колбаса кеүек нәмәләрҙе теҙҙе. Ҡыҙ әллә ни һөйләшеп барманы, уның урынына Хәбирҙең ауыҙы ябылманы. Айҙар буйы йыйылып килгән яңылыҡтарын теҙҙе. Һаман йылына алмай ҡалтыранған ҡыҙҙы ҡосағына алып ятты. Ләйлә һаман асылып етмәй ине. Һағыныуын, һағышын баҫырға килгәне аңлашылып тора, ә ауыҙына йөҙөк йәшергән тиерһең. Ныҡ хәтере ҡалған инде. Ҡараштары бөтөнләй башҡаса, элекке кеүек балҡып йылмаймай, бесәй балаһы кеүек һыйынып иркәләнмәй. Үҙен тыйырға тырышҡан кеүек ҡылана. Әкренләп төңөлөргә итәме әллә? Хәбиргә был оҡшамай, башынан алып ташларға тырыша.
Бер нисә сәғәттән һуң ҡыҙ ҡайтырға йыйына башланы.
– Иҫәрләнмә, ҡал.
– Дүшәмбе минең яуаплы көн. Дәрескә әҙерләнергә кәрәк.
– Бында әҙерлән.
– Бәй, бында нисек әҙерләнергә? Китап-дәфтәрҙәр, лекциялар юҡ.
– Әйҙә, барып алабыҙ.
Ҡыҙ аптыраны, шулай ҙа риза булды.
– Мин ҡысҡырып уҡыйым, һине ялҡытырмын.
– Теләһәң, көнө буйы ҡысҡырып йырла, бер һүҙ әйтмәм. – Егет үҙенә үҙе аптырай. Ләйләне янында тотҡоһо килә лә баһа.
Йәнә такси саҡырып, ҡыҙҙың уҡыу әйберҙәрен барып алдылар. Йәй башы студенттар өсөн ҡыҙыу мәл шул. Ял көнө буйы ҡыҙ дәреслектәр менән ултырҙы, ҡысҡырып та, эстән дә уҡыны. Ҡайһы урындарҙы ҡат-ҡат ҡабатланы. Ә Хәбиргә нисектер рәхәт, шым ғына йөрөп ашарға әҙерләй. Үҙен ғаиләле кеше һымаҡ тоя. Йәнһеҙ яңғыҙлыҡтан, фатирындағы һалҡынлыҡтан туйған икән. Эргәһендә йән йылыһы бөрккән кеше кәрәк була башлаған. Инде Ләйләне үҙенең фатирында йыш күргеһе килә Хәбирҙең. Ҡыйынһынып булһа ла саҡыра, ял көндәрен үҙендә үткәртергә тырыша. Үҙен Ләйләһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Ул килгән көндәрҙе байрам һымаҡ үткәрә, киноға алып бара, парктарҙа йөрөп киләләр. Күптән яҡын парҙар тиерһең. Тик эстәге шайтан ниңәлер һаман ҡотортоп тора, ҡыҙҙы үҙенә ул тиклем яҡынлаштырмаҫҡа ҡушҡан төҫлө.
Нимәһе етмәй? Ләйлә һылыу, бар яҡтан килгән. Егәрле, тырыш, тыйнаҡ, маҡсатлы. Хәбирҙән бер нәмә лә һорамай, мыжымай. Эшселәренең ҡатындарын күргәне, ирҙәренә ваҡһып, мыжып бер булғандары бар. Затлы тун, бриллиантлы биҙәүестәр, диңгеҙгә барыуҙы һорап ҡына торалар. Ирҙәре лә ҡатындарының һорауын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Ләйләнең үҙ ҡәҙерен үҙе белмәүе шулай еңел ҡарарға мәжбүр иттеме? Бәлки, шулайҙыр.
Хәбирҙең байлығы үҙе өсөн баштан ашҡан. Ата-әсәһе лә хәҙер бик етеш көн күрә. Үҙе теләгән маҡсатҡа ирешкән инде егет. Ҡала ситенән йорт алырға ла хыялланып ала. Тик ни өсөн? Яңғыҙ башына кәрәкме? Һуңғы ваҡыт телефонын ҡулынан ысҡындырмай, гел ниҙер көткән төҫлө. Үҙенән-үҙе йәшерһә лә, Ләйләнең шылтыратыуын көтә ул. Хәҙер ҡыҙ уның бер ҙә күңеленән китмәй. Егет үҙенең ҡыҙҙы ныҡ оҡшатыуын, уны һағыныуын, яратыуын тойҙо. Хәйер, был тойғолар, хистәр уның бар булмышында күптән йөрөй түгелме? Тик ниңә үҙен гел баҫырып килде һуң? Эйе, эше артыҡ күп ине. Хәҙер эшкә алһыҙ-ялһыҙ йөрөмәҫкә була, күберәк офисында, өйөндә булырға тура килә. Ҡайтһа, фатирындағы шыҡһыҙлыҡ, яңғыҙлыҡ күңелен өшөтә.
Ә Ләйлә килмәй, шылтыратып ҡаңғыртмай, күп хәбәр һөйләмәй. Һанда һирәк осрашҡанда ҡошсоҡ кеүек һайрамай. Биҙҙерҙеме, төңөлдөрҙөмө Хәбир үҙенең аҫыл ҡошсоғон? Хәҙер ятһа ла, торһа ла, эшендә йөрөһә лә Ләйләне уйлай. Ғашиҡ булыу шулай булалыр инде. Әҙәм тигәнең үҙен дә аңлап етмәй, ҡайҙа инде бүтәнде төшөнөү. Ләйлә лә бит шулай интеккән, үҙенә баш була алмаған, Хәбир тип өҙөлгән. Ә ниңә Хәбир баштан уҡ Ләйләнең хистәрен ҡабул итә алмаған? Аҫыл ташты ҡулына йома һалып, алтын тирәс менән ситләп ала һалмаған? Билдәле бер ваҡыт кәрәккәнме, ҡәҙерен белмәгәнме – Хәбир был хаҡта теүәл аңлап та бөтмәй.
“Байлыҡ тип сабаһың, ул байлығыңды кем өсөн йыяһың? Уны теге донъяға алып китеп булмай”, – тигәйне бер саҡ Ләйлә, оло ҡарсыҡ һымаҡ итеп. Ҡыҙыҡ ул: бер ҡараһаң – бер ҡатлы сабый, бер ҡараһаң – оло йәштәрҙәге инәйҙәр һымаҡ фекер йөрөтә.
Хәбир уға шылтыратты. Оҙон-оҙон гудоктар бара, ләкин телефонды алмайҙар. Нимә, тамам күңеле ҡайттымы? Аптырағас, бер көндө егет үҙе китте. Бер барғайны бит инде, яҡшы хәтерләй Черниковка ситендәге был урамды, бынан йөҙ йыл элек һалынған ике ҡатлы йортто. Ундайҙар хәҙер һирәк ҡалған инде. Ишекте оло йәштәге апай асты. Таныш кеше һымаҡ эскә саҡырҙы, “һин кем?” тип һорап та торманы. Бик күптәнге йыһаз, шулай ҙа бөхтә йыйыштырылған. Апай һораулы ҡараштарын егеткә төбәй, үҙе һүҙ башламай.
– Мин Хәбир тигән кеше булам.
– Аңланым.
– Мин Ләйләгә килгәйнем.
– Аңлап торам, ниңә киләһе иттең?
– Һеҙ беләһегеҙ инде, беҙ уның менән күптән таныш. Был арала уға ниҙер булды, телефонын алмай.
– Их, егет, егет... Ләйләнең хәтерен ни тиклем ҡалдырғаныңды, нисек уның ҡанаттарын ҡайырғаныңды аңламайһыңмы ни? – Әбей урынынан уҡ тороп китте. Бер әйләнеп йөрөп алды: – Күпме төндәрҙе илап үткәрҙе ул? Нисек ғазапланды. Ул атаһынан бишектә ҡалған бала. Атаһын фото аша ғына белә. Һине күргәс тә, атаһына оҡшатып, ғашиҡ булған да ҡуйған. Тәү күргәндә ни һуң нисек ҡанатланып йөрөгәйне ул, бәхетле ине. Хистәренә яуап булыр тип нисә йыл ышанды. Ә һин бер туң йөрәк булып сыҡтың.
Хәбирҙең йөрәге әллә нисек төпкә ҡолап киткән төҫлө булды. Үкенес тойғоларынан ни эшләргә белмәй, ҡулдарын ыуғыланы. Әбей уның беләгенә ҡағылып алды:
– Хәтерләйһеңме, ул һиңә көмөш беләҙек бүләк иткәйне, 27 йәшеңә.
Хәбир иҫләмәй.
– Хатта иҫләмәйһең дәме? Ләйлә ул пар беләҙектәрҙе күргәс, һинең тыуған көнөңә бүләк итеү теләге менән янды. Ә аҡсаһы юҡ ине. Йә мин ярҙам итә алмайым. Шул нәмәләрҙе алам тип, көнөнә бер ашап тигәндәй йәшәне, төндәрен эшләне. Барыбер алды. Берәүһен ҡулынан төшөрмәй кейеп йөрөнө. Һинең кеймәгәнеңде күргәс тағы иланы.
Инде әкреләп һүрелә шикелле балаҡай.
– Улай тимәгеҙ, зинһар. Ул миңә бик ҡәҙерле.
– Һуңлап ҡуйма, бәлки, һуңлағанһыңдыр ҙа.
Хәбир был йортта артыҡ ҡала алманы. Әллә нисек быуындары йомшарҙы, хәле бөттө. Ысынлап та, һуңлаһа ни эшләр ул? Быны нисек күтәрер?
Өйөнә ҡайтҡас, пыр туҙып беләҙекте эҙләргә тотондо. Аҫтағы, күптән асылмаған бер тартманан бүләк пакет килеп сыҡҡас, еңел һуланы. Юғары пробалы көмөштән ҡойолған ҡалын ғына беләҙек. Эске яғына “Һөйөклөмә” тип яҙылған. Оҙаҡ ятып төҫһөҙләнә төшкән металды Хәбир ышҡып ялтыратып алғандан һуң беләгенә кейҙе. Ашығып типкән йөрәге бер аҙ хәл алған төҫлө булды.
Хәҙер ул бик яҡшы аңлай Ләйләнең хәлен. Нисә йыл шулай ғазап сиккән меҫкен ҡыҙ. Меҫкенме икән? Юҡ, көслө ул. Түҙгән. Хәленән килгән тиклем мөхәббәте өсөн көрәшкән. Хәҙер ниндәй юлдар менән уның һөйөүен кире ҡайтарырға һуң? Тырышыр Хәбир. Яҡшылығы менән, изге юлдар менән.
Һирәк-мирәк осрашыуҙы егет ялынып-ялбарып ала хәҙер. Ҡат-ҡат шылтырата, яҙа. Ҡыҙҙың килеүен өлтөрәп көтөп ала. Өйөн ялт итеп йыйыштырып ҡуя, һыйҙарын әҙерләй. Беләгенә кейгән беләҙекте уның күҙенә салындырырға тырыша, ә Ләйлә инде беләҙеген сискән. Кеймәй ҙә. Уның күҙҙәрендә ғүмерлек рәнйеш ҡатып ҡалған кеүек. Кереү менән хәбәрҙәрен бушатырға керешмәй, үҙе хаҡында бөтөнләй һөйләмәй. Уның урынына Хәбирҙең ауыҙы ябылмай: аҡҡан-тамғанын һөйләй, кәңәш һораған була.
Ах, нисә йылды бушҡа үткәргән ул. Нисек тә ваҡыт табырға кәрәк булған, аҙнаһына бер көндө булһа ла һөйгәненә бүлергә булған бит. Аптырағас, Ләйлә менән осраша башлағандан алып яҙышҡан хәбәрҙәрҙе уҡырға кереште. Бер ҡатлы ҡыҙ бала үҙенең хәбәрҙәрен, ни менән мауыҡҡанын, нисек уҡыуын, курсташтарынан кемдәр менән аралашыуын, кем менән кем дуҫлашып, аҙаҡ туйҙар үткәреүен, нисек имтихандарға әҙерләнеүен, ниндәй билдәләр алып уҡыуын – ҡыҫҡаһы, бар тормошон теҙгән. Ә Хәбирҙең яуаптары йә бөтөнләй юҡ, йә булмаһа “шулаймы”, “ ваҡыт юҡ”, “ҡаңғыртмай тор әле”, “улай икән”, “килеп сыҡ”. Бына шундай ҡыҫҡа, мәғәнәһеҙ яуаптар.
– Ахмаҡ, һуҡыр шайтан, – тип үҙен тетеп әрләп ташлай егет.
Юҡ, шылтыратмай хәҙер, тик бер көн бошоноп ултырғанда кинәт телефонда Ләйлә номерына ҡуйылған көй яңғырап, егеттең күңелен елкендереп ебәрҙе.
– Алло! – тауышы ҡарлығып сыҡты.
– Кискә табан килеп сығам.
– Көтәм, көтәм, – Хәбир ашҡынып яуап бирә һалды. Ҡыҙ артабан хәбәр ҡуйыртманы, һөйләшеүҙе өҙҙө.
Хәбир әҙерләнергә тотондо. Магазиндан аҙыҡ-түлек алып, өй ризыҡтары бешереп алды. Ун ете йәштән яңғыҙ йәшәп, аш-һыуға шаҡтай оҫта ул. Аш-һыу менән эше бөткәс, өйөн ялт иттереп йыйыштырып ҡуйҙы. Ҡунаҡ көтәме ни! Йыуынып-төҙәнеп бөтөүгә ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ишекте аса һалып, ҡыҙҙы үткәреп, аптыраулы ҡарашын уға төбәне. Элекке Ләйлә түгел был. Шундай ябыҡ, арыған-талған, шулай ҙа һаман һөйөклө, ҡәҙерле.
– Үт, – ул ҡыҙҙың өҫ кейемен һалып, түргә әйҙүкләне, – һиңә һыйҙар әҙерләнем.
– Ашарға килмәнем, кәрәкмәй.
– Хәл йыйып ал, улайһа, арып бөткәнһең.
– Мәшәҡәт күп булды. Әсәйемә бүләк алайым тип күп эшләргә тура килде.
– Минән аҡса алмаған булаһың бит. Йә, ятып йоҡлап ал.
– Йоҡларға ла килмәнем.
Бына имһеҙ. Ни эшләтергә быны? Аптырағас, һөйгәненең ҡулынан тартып диванға ултырта, ҡосағына ала, һаҡ ҡына иркәләй башлай. Сәстәренән һыйпай, ҡосағы ҡайнарлана бара, үбеүҙәре йышая. Бер нисә минутҡа ҡыҙҙың күҙҙәрендә элекке наҙ, һөйөү нурҙары ҡабынып ала ла тиҙ үк юҡҡа сыға...
Күпмелер ваҡыт үткәс, егет кухняға сығып, һыуынған аш-һыуҙы йылытып алды. Ҡыҙ янына сыҡһа, ул өҫ кейемдәрен кейеп, көтөп тора.
– Бәй, был ни хәл, – ти егет үпкәле тауыш менән, – сисен, – ул ҡыҙҙың курткаһындағы замокка үрелә.
– Ҡағылма, мин китәм хәҙер.
– Ниңә ҡалмайһың?
– Ваҡыт юҡ, юл сумкам әҙер түгел әле.
– Ҡайҙа китәһең? – ти егет, ҡото осоп.
– Үҙебеҙҙең районға ҡайтам. Педпрактика.
– Күпме ваҡытҡа?
– Юлы-ние менән айҙан артығыраҡ булырмын. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң шунда ҡайтырмын тип хәл иттем. Үҙем уҡыған мәктәптә химбиолог кәрәк.
– Ай ваҡыт түгел инде. Берәй ялда мин барып сығырмын. Әсәйең менән танышырмын.
– Юҡ, килмә. Шылтыратма ла. Һинең менән бәйләнеште өҙөргә кәрәк!
– Мине ташларға итәһеңме?
– Ташлашыр өсөн бергә булырға кәрәк түгелме? Һин минең менән бергә булдыңмы? Саҡырыуыңа килеп йөрөүсе ҡыҙ ғына булдым. Ниндәй ғәрлек, мәсхәрә, уйлаһам, йөрәк өшөй.
Хәбир ҡалтырап төштө. Бер аҙға хәле китеп алғандай итте. Шунан иҫенә килеп, Ләйләгә ауыҙ асырға ирек бирмәй, үҙ хәбәрен теҙҙе:
– Әрлә мине, хатта туҡма, һүҙем юҡ. Мин мәғәнәһеҙ бер иҫәр, ахмаҡ, хайуан. Ҡәҙереңде белмәнем, аңламаным. Һин мине ғүмер буйы яратырһың, килерһең тип күнегеп бөттөм. Хәтереңде һаҡламаным. Ләкин мин һине яратам. Ләйлә, һинән башҡа миңә йәшәү юҡ, минең тормошом һанһыҙ, йәнһеҙ. Ғәфү ит мине, зинһар. Бынан ары һине иғтибарһыҙлығым менән интектермәм, тик ташлама, ҡалдырма мине. Бында, ҡалала, эш юҡмы ни? Китмәҫһең, яраймы?
– Мине әле лә интектерәһең. Һинең бар булмышың мине ғазаплау ине бит. Мин көттөм, сабыр иттем. Һөйөүемде аңларһың, ҡәҙерен белерһең тип уйланым. Башҡа берәүгә лә ҡараманым да, күрмәнем дә. Тик һин генә белмәмеш тә, күрмәмеш, гел мине кире ҡағыу менән булдың. Хатта йәйҙәрен ҡалала ҡал, имеш, йүләр. Һинең өсөн. Әсәйемә ярҙам итер ваҡытта, һинән айырыла алмай йөрөнөм. Етер. Был арала һине күңелемдән сығарырға тырышып йәшәнем. Үҙемде еңә лә башланым. Һин бит мине йәрең итмәнең, иш күрмәнең... Миңә башҡа юл ҡалманы. Хәҙер бар көсөмә, бар ихтыярымды һалып, һинән башҡа, тормошомдо яңы биттән башларға кәрәк.
Хәбир инде ни эшләргә белә алманы, төрлө юлдар эҙләне:
– Әйҙә, әсәйеңде ҡалаға алайыҡ, – тине ул, – уға фатир алып бирерлек рәтем юҡмы? Олоғайған көнөндә интекмәй йәшәр.
– О! Бигерәк йомартланып киттең түгелме? Тик әсәйемде ауылдан бульдозер менән дә ҡуҙғатып булмаясаҡ. Ололар йәшәү урынын үҙгәртергә яратмай. Үҙеңдең ата-әсәңде уйла. Улар ҡалаға килмәгән бит.
Ҡыҙ ишектән сығырға әҙерләнде:
– Бүтән тотҡарлама мине. Былай ҙа ныҡ һуңға ҡалдым...
Китте... Хәбир иҫһеҙ тигәндәй баҫып тороп ҡалды. Шунан һығылып төштө. Күңелендә барлыҡҡа килгән өңөрәйеп торған бушлыҡҡа һис тә түҙерлек түгел ине. Ул тәгәрәп ятып иланы, хатта үлгеһе килде. Башланғыс кластан бирле илағаны юҡ уның. Һағыш-хәсрәтен, үкенеүҙәрен күҙ йәштәре менән йыуҙы.
“Мине йәрең итмәнең...” Ҡыҙҙың ошо һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик торҙо.
* * *
Хәбирҙең эштән буш ваҡыты Ләйлә менән яҙышҡан хәбәрҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыу менән үтә. Үҙе туҡтауһыҙ ҡулындағы көмөш беләҙекте әйләндерә. Бер ҡатлы, эскерһеҙ яҙмаларҙы уҡығанда Ләйләнең балаларса саф, яңғырауыҡлы, матур тауышын ишеткәндәй була. Көндәрҙе көнләп түгел, сәғәтләп һанай. Ай һуңында ҡыҙҙың ауылына барырға иҫәп тота. Барыр, Ләйләнең әсәһе менән танышыр, ҡыҙының ҡулын һорар. Оло кешеләр сабыр, аҡыллы була бит. Әсәһе, моғайын да, Хәбирҙе ситкә типмәҫ. Һәр хәлдә, егет шулай уйлай. Ләйләнең ҡайһы ауылдан ғына түгел, ҡайһы райондан икәнен белмәүен уйлаһа, бите янып китә. Ярай әле, ҡыҙҙың Черниковкалағы әбеһе адрес биреүҙән баш тартманы. Ул Хәбирҙең һуңлап булһа ла аҡылға килеүен, үкенеүен ҡабул итте. Ләйләне өгөтләргә, ярҙам итергә ризалашты. Шулай булғас, буласаҡ ҡәйнәһе лә аңлар егетте. Әлегә көтөргә, сабыр итергә тура килә.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/back-view-couple-holding-hands-park_11055345