Йәмғиәт
25 Апреля , 14:49

Балкондар ҙа оса...

Был йорт 2017 йылда ғына тапшырылған...

Балкондар ҙа оса...Балкондар ҙа оса...
Балкондар ҙа оса...

Беҙҙә ҡоштар ғына түгел, балкондар ҙа оса башланы. Хәйер, саҡ ҡына ел сыҡһа яңы йорттарҙың стеналары, ҡыйыҡтары осоуға өйрәнеп тә бөттөк. Йылдар буйы ипотека түләп йәшәгән өйҙәребеҙҙең хәле, ысынлап та, шатланырлыҡ түгел. Туймазыла, мәҫәлән, күп һанлы йорттарҙың береһенең балконы осҡан. Фатир 2017 йылда ғына тапшырылған. Был күренешкә Туймазы халҡы күнеп тә бара шикелле. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, бынан бер нисә йыл элек төҙөлгән йорттоң да балконы осҡан булған. Ярай ҙа, зыян күреүсе юҡ. Елемдә генә йәбешеп торған төҙөлөш материалының кеше өҫтөнә килеп төшөүе лә бар бит. 

Фото интернеттан алынды. 

Балкондар ҙа оса...
Балкондар ҙа оса...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас