

Гөлдәр Кәримова – Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы. Һөнәре буйынса бухгалтер. Тормош иптәше Айҙар Булат улы менән өс бала үҫтерәләр.
Ҡайҙа ла бер ҡояш
Хикәйә
Йәйге селлә. Түҙеп торғоһоҙ эҫелә саңлы юлдан ялан аяҡ, ялан баш, биш-ете йәштәрҙәге ике малай килә. Олорағы кесеһенә әленән-әле йыуатып һүҙ ҡуша:
– Арыныңмы, ҡустым,саҡ ҡына түҙ йәме, анау боролошто үтһәк, Түбәнге Урман ауылы күренә.
– Шунан?
– Шунанмы? Ауылды үткәс, ҙур йылға.
– Шунан, – ти тағы бәләкәсе иламһырап.
– Йылғаны кисеп сыҡһаҡ, әсәйгә барып еттек тигән һүҙ.
– Ә әсәй унда нимештәй?
– Бесән сабалар Һаҙый байға.
– Ә ул ништәп үҙе сапмай, беҙҙең әсәйҙән саптыра?
– Бай кеше үҙе сапмай инде, кеше ялдай, уның ере күп бит. Бер үҙе өлгөрмәй.
Бөтәһен дә үҙе лә аңлап еткермәй әле Әлибай. Уйлап ҡараһа ла, башы етмәй. Ни өсөн кемдер бай, кемдеңдер ашарына ла юҡ. Атайҙары иҫән булһа, былай ыҙалап йөрөмәҫтәр ине лә, былтыр ҡыш ошо Һаҙый байҙың бесәнен ташығанда һыуыҡ тейҙереп ауырып китте лә ҡапыл ғына үлеп ҡалды.
Тирә-яҡҡа билдәле, малы ла, ере лә күп булған бай күпләп ялсы ла тота. Юҡ ҡына сәбәп менән дә ялсыларын туҡмай. Хатта һандыҡ ҡапҡасы менән баштарын ҡыҫтырып язалай тип тә һөйләйҙәр. Ә әсәйҙәре һыҡмырлығы менән дан алған Сөләймән ҡартҡа кейәүгә сыҡты. Тәүге көндән үҙ итмәне малайҙарҙы үгәй атай, тамаҡтарынан тартты, үҙе өйҙә саҡта ашъяулыҡҡа яҡын да юлатманы. Ҡолаҡтарын бороп, баштарына сәпәп ебәрергә лә күп һорамай. Һыҡмыр ғына түгел, ҡаты ҡуллы, әшәке телле лә булып сыҡты Сөләймән. Саҡ берәй эш уныңса булмаһа, әсе һүгенеп әрләп ташлай.
Әлибайҙың уйҙары ошо урынға еткәндә, Хәлим ҡустыһы:
– Ағай, ә был ауылда эттәр уҫал микән? – тип һорап ҡуйҙы.
– Күрәһеңме, бынауы сыбыҡты, бер эләктерһәм, шунда уҡ сәңкелдәп ҡасып китәсәктәр, – тине Әлибай, юл ситендәрәк ятҡан оҙон ғына сыбыҡты эйелеп алып.
– Сыбыҡ менән шап – бер эт юҡ, шап – икенсеһе юҡ, – тип көлөп ебәрҙеләр.
Күңелдәре күтәрелеп киткән малайҙар “Һай гәҙер генәйем, уай гәҙер генәйем”, – тип саңлы юлды борҡотоп бейеп киттеләр хатта. Көн эҫелегенән ҡасып, күрәһең, әрһеҙ эттәр ҙә, уҫал малайҙар ҙа күренмәне. Балалар ауыл урамын үтеп йылға ярынан кисеүгә йүгереп төштөләр, селтерәп кенә ағып ятҡан кисеү аша лайлалы таштарға тая-тая етәкләшеп сыҡтылар ҙа юл буйлап бейек ярға менделәр.
Танауҙарына шунда уҡ тәмле ит еҫе килеп бәрелде. Ас балаларҙың ашҡаҙаны бороп-бороп алды.
Туғайҙың яртыһын тиерлек иңләп, ҡолас киреп ир-ат, яулыҡтарын түбән төшөрөп бәйләгән ҡатын-ҡыҙ берҙәй тырышып бесән саба. Тау итәгенә етәрәк ҡыуыштар теҙелеп киткән, бер нисә урында ҡаҙан аҫылған, уларҙы тирәләп ашнаҡсылар йүгерешә. Малайҙар бесәнселәр араһынан әсәләрен байҡап торған арала, сың-сың итеп тимергә һуҡҡан тауыш ишетелде, барса халыҡ эштән туҡтаны. Ир-ат йылға буйына ыңғайланы, ҡатын-ҡыҙ бесән сапҡанда ҡыҫтырылған итәктәрен төшөрә-төшөрә ҡыуыштарға ҡарай китте. Шунда ғына Әлибай әсәһен күреп ҡалып:
– Әсәй, – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡустыһын етәкләп йүгерҙе.
Зөлхыя битенән аҡҡан тирен күлдәк итәген әйләндереп һөрттө лә:
– Бәпестәрем, бар ҡыуыштың артына барып ултырығыҙ. Әлибай, бесәнде соҡоп сеүәтә һыйғандай тишек эшлә, йәме. Мин һеҙгә шунан аш бирермен, – тине.
Арыған, асыҡҡан малайҙар ҡыуыш артына барып ауҙылар.
Бер аҙҙан Сөләймән ҡыуышҡа инеп ҡырын төшөп ятты, ҡатыны йәһәтләп алдына аш ултыртты. Ҡыуыш артындағы малайҙарға үгәй атайҙың шапылдап ашағаны ишетелеп торҙо. Ауыҙҙарына йыйылған төкөрөктәрен йотоп, балалар үҙ сиратын көттө. Ашап туйған Сөләймән салҡан ятып йоҡлап та китте. Шуны ғына көткән Зөлхыя тишектән бәләкәй сеүәтә менән аш, ике телем икмәк, ике ҡалаҡ һондо. Берәр көрөшкә сәй ҙә эсеп алғас, тамаҡтары туйған малайҙар әүен баҙарына китте. Ире тороп бесән сабырға киткәс кенә әсәләре малайҙарҙы ҡыуышҡа индереп һалды. Кис эштән туҡтап ҡыуышҡа килгән Сөләймәндең балаларҙы күреп ҡашы емерелде.
– Килеп тә еткәндәр, дуңғыҙҙар, – тип мөңкөлдәне.
– Нисек килгәнһегеҙ, шулай ҡайтығыҙ, – тиһә лә, күршеләренән уңайһыҙланып, – ултырығыҙ арбаға, – тине.
Малайҙарға ни шул ғына кәрәк, арба артына аяҡтарын һәлендереп ултырҙылар ҙа тәгәрмәстәр дыңғырҙауына ҡушылып:
– Һай гәҙер генәйем, уай гәҙер генәйем, – тип таҡмаҡлап та ебәрҙеләр.
Был Һаҙый байҙың һуңғы өмәһе булды. Илдә колхозлашыу осоро башланыу алдынан бөтә хәлле кешеләр, шул иҫәптән Һаҙый ҙа, бар мөлкәте тартып алынып, һөргөнгә һөрөлдө. Ҡатыны ваҡ балалары менән мунсала көн күрҙе.
Башҡалар рәтендә Сөләймән менән Зөлхыя ла колхозға инде. Колхоз үҙ донъяң түгел, көн дә йөрөп, егелеп эшләргә кәрәк. Әкренләп өйрәнделәр шулай. Кем тырышып эшләй, кем хәбәр һатып көн үткәрергә килә ошонда беленде.
Малайҙар – мәктәптә, ололар – колхоз эшендә. Тормош яйға һалынды, тип эстән генә ҡыуанды Зөлхыя. Тик күпкә барманы шул ҡыуанысы. Сөләймән башҡа мал ҡараусы ирҙәр менән, эштән һуң арыуҙы бөтөрә тигән булып, әсе бал эсеп ҡайтырға әүәҫләнде. Күберәк ҡырын тейәп ҡайтһа, балаларға көн бөтә. Көн тип тормай, төн тимәй, тышта ямғырмы, буранмы, аҡырып-баҡырып ҡыуа ла сығара.
Бына бөгөн дә күңеленә ҡауға төшөп тора Зөлхыяның, эсеп кенә ҡайтмаһа ярар ине абышҡаһы, сатлама һыуыҡ тышта. Ҡараңғы төшкәс, аяғына саҡ баҫып ҡайтып инде Сөләймән, дәрес әҙерләп ултырған малайҙарға ҡаш аҫтынан үгеҙ күҙе кеүек ҡыҙарған күҙҙәре менән һөҙә ҡарап торҙо ла:
– Тайығыҙ өйөмдән сәсрәтә һуҡмаҫ борон! – тип екерҙе.
– Ҡайҙа барһындар улар бынау һыуыҡта? – тип ҡаршы килгән ҡатынын һуғып осорҙо.
Әсәләрен яҡлашырға ынтылған балаларҙы елкәләренән тотоп соланға быраҡтырҙы, арттарынан көпөләрен быймаларын ырғытты ярай. Юғиһә, бер кейемһеҙ сығарып ырғытҡан саҡтары ла аҙ булманы. Инде ныҡлап ҡараңғы төшөргә лә өлгөргән, күрше-тирәнең, исмаһам, берәйһенең тәҙрәһендә ут күренһәсе. Урам тышында бер килке кем ишеген ҡағырға тип аптырап торғандан һуң:
– Әйҙә, Түбәнге ауылға, Ғәлиә апайға йүгерәбеҙ, – тине Әлибай.
– Нисек, бынау һыуыҡтамы? Барып еткәнсе туңып үлербеҙ бит, ағай, – тип иламһыраны ҡустыһы.
– Йүгерһәк өшөмәҫбеҙ. Атайҙың бер туған һеңлеһе. Өйҙәре ҙур. Мул йәшәйҙәр. Бер килгәс, тамағыбыҙ ҙа туйыр, – тип, Әлибай юлға төшөп йүгереп тә китте.
Сана юлы һәйбәт, ҡар һалмаған булғас, саҡрым ярым араны тиҙ үтте малайҙар. Тышылдашып апайҙары йортона барып еткәндә тәҙрәләрҙә балҡып ут яна ине.
– Етеле шәм – тип ҡуйҙы Әлибай. – Ул шулай яҡты яна.
Ишек бикле ине, йәһәтләп тәҙрә туҡылдатты малайҙар, ул арала былҡылдап тәҙрәләрҙә ут һүнде.
– Ғәлиә апай, ас инде. Был беҙ – Хәлим менән Әлибай, Әғзәм ағайыңдың уландары. Беҙҙе Сөләймән ағай ҡыуып сығарҙы, өшөнөк, – тип ҡысҡырһалар ҙа, ишек асыусы булманы.
– Мөхәмәт еҙнәй, ас! – тип ҡысҡырып ҡараны Хәлим.
– Өйҙә юҡтыр ул. Ат санаһы күренмәй, әйҙә бесәнлеккә.
Мөмкин тиклем төпкәрәк соҡоп инеп бесәнде, бер-береһен һыға ҡосаҡлап ятты малайҙар.
– Апай нишләп индермәне икән, ағай? Ә әсәй? Нимешләтте икән уны Сөләймән? – Һыҡтап илап ебәрҙе Хәлим.
– Йә, ярай. Йоҡларға тырыш, ҡустым. Беҙҙе сығарып ырғытһа, әсәйгә теймәй ул, ә апай бурҙар йөрөй тип ҡурҡҡандыр, нисек тә төн үткәрһәк, иртәнсәк белербеҙ.
Малайҙарҙың бәхетенән, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан Мөхәмәт ҡайтты. Атын туғарып, бесән һалып инәйем, малҡайҙы йонсоттом бөгөн, тип уйлап, һәнәген бесәнгә ҡаҙайым тигәндә генә уйылған урынды күреп аптырап китте. Ҡулдары менән бесәнде аралап ҡараны ла шоҡорайып ятҡан балаларҙы күреп шаҡ ҡатты. Бәй, былар бит Әғзәм ҡайнағамдың уландары. Нисек бында? Тимәк, кеше һөйләгән дөрөҫ булған. Ҡаға малайҙарҙы Сөләймән, тип ишеткәйне бит инде, донъяға әүрәп йөрөп онотоп ебәргән.
– Тороғоҙ, тороғоҙ әле, балалар, йәгеҙ йәһәт кенә өйгә, – тип, малайҙарға торорға булышты ла, – шәм бар инеме? – тип һораны.
Баш ҡына ҡаҡты Әлибай. Ишек инде асыҡ, Ғәлиә түрбашта ҡыштырҙай. Малайҙарҙы күреп, аптырап киткән ҡиәфәт алды.
– Аһ-аһ, быларҙы ҡайҙа тап иттең? – тигән булды.
– Бесәнлектә. Йәһәт бул. Малайҙарға ҡайнар сәй, ҡоротло эҫе һурпа әҙерлә, – тине лә, Мөхәмәт балаларҙы сисендереп, улай-былай кәрәге сыға ҡалһа тип алып ҡуйылған араҡы менән тәндәрен, аяҡ-ҡулдарын ыуҙы. Юрғанға төрөнөп ултырып ҡоротло эҫе һурпа һемергәндә Әлибайҙың күҙҙәренән әсе йәштәре тәгәрәне.
Быны күреп, Мөхәмәттең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ҡуй инде, кем балалары ыҙа сигә бит. Әй шәп кеше ине лә ҡайнағаһы.
– Йә, аңлат инде хәҙер, Ғәлиә, ни өсөн бер туған ағайыңдың балалары бесәнлектә йоҡланы, туҡылдатҡан бит улар, шәм янып торған?
– Кем йөрөмәҫ төн йөҙөндә, ҡурҡтым, үҙең йөрөмәҫ инең ҡырҙа, – тип бупылданы бисәһе.
– Ана шул һинең таш бәғереңдән, ҡатылығыңдан ҡасып барам да инде мин Кәримәгә.
Күрше ауылда йәшәй Мөхәмәттең йәш ҡатыны, таң менән ҡайтып та килмәҫ ине әле, кисә колхоз председателе: “Иртә таңдан идарала йыйылыш, теге эске ойошторған малсыларҙы тикшерәсәкбеҙ”, – тимәһә.
– Өс көн малайҙарҙы ҡайтармайһың. Ҡара уны, тамаҡтарына яҡшылап ашат, йоҡлаһындар йоҡолары туйғансы.
– Әсәйегеҙгә лә, уҡытыусығыҙға ла үҙем инеп әйтермен! – тине Әлибайға.
Йоҡлай ине әле Сөләймән Мөхәмәт барып ингәндә, илап күҙҙәре ҡыҙарып бөткән Зөлхыяға:
– Балалар беҙҙә ҡайынеңгә, борсолма, – тине лә Сөләймәнде ботонан иҙәнгә һөйрәп төшөрөп яғаһынан алды, – тағы бер тапҡыр малайҙарға, ҡайынеңгәгә ҡул күтәргәнеңде ишетһәм, йәнеңде алам, ишеттеңме, һаһыҡ кәзә тәкәһе! Һыта баҫам! Юҡтың аты юҡ.
Ныҡ ҡыҙған Мөхәмәттең үкергән тауышы, иҙәнгә килеп төшкәндә төкөп шаңҡыған башына саҡ барып етте кисәгенән айнып та етмәгән ир аҡтығының. Булыр бынан, һытмаҫ тимә, муйыныңдан башыңды бороп алырға ла күп һорамаҫ. Былай ҙа ҡурҡа ул суҡмар йоҙроҡло, бәһлеүән кәүҙәле, уҫал ҡарашлы ферма мөдиренән.
– Ебәр, ағай, яғаны, – тип ғыжылданы. – Бөттө, бөттө. Эскән баштан барыһы ла. Башҡаса тырнаҡ менән дә сиртмәҫмен балаларға ла, ҡатынға ла. Ебәр.
– Тфү, ир тимәһәң хәтерең ҡалыр, бер сәғәттән әшнәләрең менән идарала булығыҙ, –тине мөдир.
– Ҡайынеңгә, малайҙар бер нисә көн беҙҙә булып торорҙар, үҙем алып килеп китермен, –тип Мөхәмәт сығып китте.
Төнө буйы керпек ҡаҡмаған, иларлыҡ та хәле ҡалмаған меҫкен ҡатын баш ҡына ҡаҡты.
Тетмәләрен теттеләр генә эскеселәрҙең йыйылышта. Бер тауыштан тағы бер эләкһәләр, колхоздан ҡыуырға, икенсе тапҡыр эске ойошторһалар, судҡа бирергә, тип ҡарар сығарҙылар. Ҡоттары алынды тегеләрҙең, мунсанан сыҡҡандай ҡыҙарышып, бер-береһенә ҡарамаҫҡа тырышып, шым ғына таралыштылар. Өйҙә ҡауға күтәрергә артыҡ баҙнаты етмәне бынан һуң Сөләймәндең дә.
Аталары кеүек һомғол кәүҙәле булып үҫеп етте Зөлхыяның уландары. Эстән генә һоҡлана ҡатын, күҙ тейгеҙергә ҡурҡа. Әлибайының армияға алыныр ваҡыты етеп килә.
– Ҡара әле, бисәкәй, – тине бер көнө Сөләймән. – Әлибайҙы Өмөгөлсөм киленгә өйләндерергә кәрәк, ире үлеп ҡалғанға ярты йыл уҙып бара. Яҡын еңгәһе. Ҡәйнештең еңгәйгә өйләнеүе борондан ҡалған йола. Быға ҡаршы Зөлхыя:
– Һуң, уны бит тиҙҙән әрмегә алалар, унан килеп әллә оҡшата киленде, әллә юҡ, – тине.
– Нимәгә кәрәк оҡшатыу-оҡшатмау, әрмегә алһалар ней, әҙер донъяһы ҡала, әҙер һыйыр, әҙер өй тигәндәй. Кемгә тейә ундай бәхет, Өмөгөлсөм килен әле ҡалаҡҡа һалып йотмалы.
Аптырап ҡалды Әлибай, әсәһе әйткәс.
– Юҡ, әсәй, юҡ, ул бит минән өлкән, етмәһә, тиҙҙән армияға китәм.
– Өйләнеп китһәң арыу булыр ине, балам, ҡустың да эргәңә һыйыр ине. Үҙ донъяң булыр, –тигәс, әсәһенә иғтибар менән ҡараны егет. Ғүмер буйы ике ут араһында балаларыма һүҙ теймәһен тип, уларҙы ҡурсалап йәшәп, бигерәк бөтөрөнөп киткән икән шул ҡәҙерлеһе.
Әсә күңелен уйлап риза булды Әлибай.
Бик тиҙ екһендерҙе ғаилә тормошо егетте. Иркә, наҙ күреп үҫмәгән Әлибайға еңгәһенең әрһеҙлеге, кеше алдында ла һырпаланып барыуы оҡшаманы. Хатта төндәрен Өмөгөлсөмдән ҡасып өҫтәл аҫтында йоҡлай торған булды. Килен кеше был хәлде ҡәйнәһенә еткерҙе.
– Йәш бит, сабыр бул, өйрәнер әле, – тигән булды Зөлхыя. Яратмаған кеше менән йәшәүҙең нисек икәнен белгән ҡатындың йөрәге әсене, балаһын йәлләп.
1939 йылдың яҙында әрме сафына алынды Әлибай. Шул китеүҙән 1948 йылдың йәйендә генә һалдат һурпаһы эсеп, һуғыш ғәрәсәттәрен татып әйләнеп ҡайтырға насип булды уға. Тыуған ауылында бер кем дә көтмәй ине инде. Әсәһенең үлеү хәбәрен әрмелә саҡта алды. Кесе улы Хәлимде әрмегә оҙатҡандан һуң үлеп ҡалған әсәйҙәре. Оҙатҡанда айырыла алмай үҙәге өҙөлөп ныҡ илап ҡалғайны, йөрәге һиҙгәндер, күрәһең, башҡаса күрешә алмаҫтарын.
– Бик һағынһаң, ҡояшҡа ҡара. Ҡайҙа ла бер ҡояш, – тигәйне әсәһе шунда.
Өмөгөлсөм еңгәһе кейәүгә сығып, инде ике бала әсәһе булып киткән. Был турала ҡустыһы яҙғайны уға. Бәхеткә күрә, Хәлим дә һуғыштан имен-һау ҡайтҡан, хатта һылыуҡай тол ҡатын менән танышып өйләнергә лә өлгөргән. Ул ғына ла түгел, Баймаҡ ҡалаһына күсеп, фатирға урынлашып, заводҡа эшкә төшкәндәр. Ағаһын да саҡырҙы ҡустыһы эргәһенә, тик ауылды ныҡ һағынғайны Әлибай. Ҡайтып ике туған апайы Зөлҡағиҙәлә туҡталды. Ҡыуанып ҡаршы алды апайы. Ире һуғыштан ҡайтҡас, икенсе ҡатынға әүрәп сығып киткән. Ике балаһы, улы һәм ҡыҙы менән генә көн күрә ине Зөлҡағиҙә.
Ауыл халҡы ныҡ йонсоған, күптәр һуғыштан ҡайтмаған, ҡайтҡандары ла яралы, һыңар аяҡлылары ла, буш еңен һәлберәтеп йөрөгәндәре лә бар.
– Бында ла ныҡ ауырға тура килде. Персиҙәтел Мырҙабаев – ҡырҙан килгән кеше, бик ҡаты әҙәм, – тине апайы. – Бер ус бойҙай өсөн дә кешеләрҙе төрмәгә яптырҙы. Һеҙҙең ауылдан бер бригат кешеләре алтаулашып бер тоҡ игенде бүлешеп алғандар. Кем, ҡайҙан белеп ошаҡлағандыр, тотолдолар бахырҙар, етешәр йылға ебәрҙеләр, һәр береһенең етешәр, һигеҙешәр балаһы ҡалды. Ҡуй инде, балалары астан шешенә башлағас алғандарҙыр инде, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Әйләнеп ҡайталһалар ярай ҙа. (Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: хөкөм ителгәндәрҙең береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай). Һин, ҡустым, берәй аҙна ял ит башта, ҡыҙҙар күҙлә, Өмөгөлсөм килен көтмәне инде ярай, яҙмыш шулай ҡушҡандыр. Һиңә лә яҙғаны табылыр. Ҡыҙҙар ней, хәҙер быуа быуырлыҡ, – тигән булды Зөлҡағиҙә, ҡустыһы идараға барып эш һорайым тигәс.
Уттай эш ваҡытында ял итеп ятыуҙы яҡшыһынманы Әлибай. Үҙ урынында ине председатель ул барғанда.
– О, фронтовик, әйҙә түрҙән уҙ, ҡустым. Кем булаһың, ҡайҙан киләһең тигәндәй? – тине хужа кеше, Әлибай ингәс.
“Ошо икән Мырҙабаев тигәндәре”, – тип уйланы егет, түрәнең тулы кәүҙәле, ҙур башлы, табаҡ битле ҡиәфәтен күҙҙән үткәреп.
– Үрге Урман ауылыныҡы мин. Әлегә бында апайымда туҡталдым, эш һорап килгәйнем, – тине.
– Бик тә кәрәк беҙгә һиндәй егеттәр. Әлибай Харисов ызначит. Һин давай, ҡустым, ырҙын табағын ҡабул итеп ал. Унда беҙгә бик шәп етәксе кәрәк. Көҙгә тиклем келәттәрҙе әҙерләп, молотилка, сортировкаларҙы йүнәтеп ҡуйырға тейеш булаһың.
Өлгөрттө Әлибай ырҙын табағын көҙгә. Кәрәк урында талап итте, кәрәк урында инәлде, көн тимәй, төн тимәй тырышты һәм өлгөрттө. Өйләнергә лә өлгөрҙө хатта. Түбәнге Урман ауылында атаһы һуғыштан ҡайтмаған, әсәһе, һеңлеһе менән генә йәшәгән Рәүиләне алды. Киске уйында танышҡайнылар. Шул кистән ысҡындырманы Рәүилә егетте.
– Һеңлеһенә өйләнһәң, арыуыраҡ булыр ине, – тине Зөлҡағиҙә апаһы. – Быныһының уйында уйын да көлкө, ихахай ҙа михахай. Бөтә донъяларын һеңлеһе алып бара.
Һуғыштан һуң хужаһыҙ ҡалған бер өйҙө һөйләшеп, һипләп, йүнәтеп алып йәшәп киттеләр. Йыл үтеүгә малайҙары донъяға килде. Рәүилә тәүге йылдарҙа баҫылып донъя көтөргә тырышты, колхоз эшенә лә, өйөнә лә өлгөрҙө.
Малайҙары үҫә төшөп, имеүҙе ташлағас, йыш ҡына йә әсәһенә, йә күрше әбейгә ҡалдыра ла ҡыҙҙар менән ултырмаға сығып китә.
Бына бөгөн дә өйҙә булмай сыҡты ҡатыны. Эштән асығып, арып ҡайтҡайны Әлибай. Ишекте асып өйгә инеп, йыуынып алды. Тағы тамаҡҡа әҙерләмәй сығып киткән Рәүиләһе. Ҡоро-һары менән тамаҡ ялғап алды ла урындыҡҡа ятып уйға сумды. Эштә эшең кирегә киткәндә өйөңдә ыңғай булһын ине ул, председатель менән дә борсағы бешмәй һуңғы арала.
Быйыл ашлыҡ йылдағына ҡарағанда күпкә уңышлы булды. Шуға күрә райондан колхоздарҙа уңыш байрамы үткәрергә ҡушылды. Шулай уҡ хөкүмәткә тейешле иген тапшырылғас, халыҡҡа эшләгән көндәренә ҡарап иген бүлеп бирергә ҡарар килде.
Халыҡҡа иген тарата башлау менән төрлө яҡтан председателдең әшнәләре килә башланы.
– Хужа ҡушты, – тип кенә ебәрәләр.
– Һинең эшең – тейәтеп ебәреү, кемгә биреү – минең эш, улар бөтәһе лә кәрәкле кешеләр, – тине председатель, Әлибай бер-ике кешене кире бороп ебәргәс.
Яратмай Мырҙабаев бойороғон үтәмәгән кешене. Тура һүҙле, ғәҙел Харисов күптән инде асыуын ҡайната, сығарып ҡына ебәрер ине, урынына ҡуйырҙай кеше юҡ, ә был эшкә әрһеҙ, егәрле.
Бына бөгөн дә Әлибай ырҙын табағына килеп инеү менән ҡарашы иген өйөмөнә боттарын киреп менеп ултырып, бойҙайҙы ике ҡуллап һирпеп уйнап ултырған ҡатынға төштө. Асыуы алҡымына тығылды.
– Төш, нимә ҡарап менеп ултырҙың бисә башың менән иген өҫтөнә! – тип екерҙе.
Шыуып төштө лә теге ҡатын:
– Беләһеңме, Харисов, мин – судья Сәлимова. Эләгерһең әле, – тип янап сығып китте.
Ошо бөгөнгө көндә булып үткән ваҡиғаларҙы ҡабаттан башынан үткәреп көйөп ятҡанда, Рәүилә ҡайтып инде, улдары Әсләмде күтәреп. Ас кешенең асыуы яман, ғүмерҙә булмағанса екереп өндәште ҡатынына:
– Ҡайҙа йөрөйһөң? Тамаҡҡа бешермәгәнһең, бала кешелә!
– Бешер ҙә аша, мин дә тик йөрөмәйем, эштән һуң ҡалып байрамға уйын әҙерләнек.
– Һинең уйыңда шул уйын да көлкө инде, балаңды ла, иреңде лә онотаһың. Эштән көйөп ҡайттым, ишек бикле.
Асыуланышҡан ир менән ҡатын бер-береһенә арҡа ҡуйып йоҡларға яттылар.
Уңыш байрамы бригадир Хажиндың ике яҡлы өйөндә ойошторолғайны. Ирҙәр бер өйҙә, ҡатын-ҡыҙҙар солан аша икенсе өйҙә.
Аш ашап, бал эсеп ҡыҙып алған ир-егеттәр гармун тартып, ҡурай уйнап йырлап, бейешә башланы.
Мәжлестең иң ҡыҙған ғына мәлендә ирҙәр яғына Рәүилә килеп инде. Ҡатынын күреп, Әлибай аптырап китте. Уңайһыҙланыуын белдермәҫ өсөн:
– Йә, Рәүилә, бейе, – тигән булды.
Уныһы, иренең һүҙен ишетмәгән һымаҡ, ҡурай тотоп торған Хажиға йылмайып тора бирҙе.
– Һин бейетә алмайһың уны Әлибай, ә мин хәҙер бейетәм. Йәле, Рәүилә, бейе! – тип ҡурайынан дәртле бейеү көйө һыҙҙырып та ебәрҙе Хажи.
Шуны ғына көткән кеүек Рәүилә, һул ҡулының һыртын үбеп (йәнәһе, Хажиҙы үбә була), бейергә төшөп тә китте. Өйөрөлөп бейене-бейене лә ҡапыл килеп Хажиҙың алдына тып итеп баҫты, унан нисек ҡапыл килеп ингән булһа, шулай ҡапыл сығып та китте. Бөтә кеше Әлибайға әйләнеп ҡараны, әллә уға ғына шулай тойолдо. Ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарған, ғәрләнгән ир түҙеп тора алманы, ҡурай уйнағанда бер аяғын алғараҡ сығарып бейетеп торған Хажиҙың аяғына тибеп ебәрҙе. Уларға һуғышып китергә ирек бирмәй, икеһен ике ергә айырып ултырттылар. Ғүмерҙә булмағанса, иҫергәнсе эскән Әлибай нисек ҡайтҡанын да иҫләмәне.
Иртәгеһенә Хажи төнөн ауырып киткән, һуҡыр эсәгенә операция эшләгәндәр, тигән хәбәр ишетелде. Ә бер нисә көндән, Хажи үлеп ҡалған,операцияны күтәрә алмаған, тигән яңы хәбәр килеп етте.
Шул көндә Әлибайҙы ҡулға алдылар. Уңыш байрамында бригадирҙың эсенә типте, тип өс кеше бер булып милицияға ялыу яҙғандар.
Ялыуҙы ла, һуңғы көндәрҙә булып үткән хәлдәрҙе лә Мырҙабаев ойошторҙо.
Әлибайҙың байрам ваҡытында бригадирҙың аяғына типкәнен ошаҡсылары уға еткергәйне. Хажиҙың һуҡыр эсәген алдырыуы уға һылтау булды.
Участка врачы булып йәш кенә Романов тигән егет килгәйне. Йәһәтләп һарыҡ һуйҙыртып, башҡа төрлө күстәнәстәр алып барҙы Мырҙабаев врачҡа. Бригадир больницанан үҙ аяғы менән сығырға тейеш түгел икәнлеген аңғартты. Шул кистә үк Хажиға ҡабаттан операция эшләнеләр. Билдәле, һуғыш үткән, йөрәге лә насар булған яугир был операцияны күтәрә алманы.
Әлибайҙы айырым камераға ябып ҡуйҙылар. Көнө буйы баҫтырып ҡуйып һорау алдылар.
– Ни өсөн үлтерҙең, эсе ауыртҡанын белеп типтеңме? Ниндәй үсең бар ине? – тип һорау алдылар.
– Үлтермәнем, эсенә түгел, аяғына типтем, – тине Әлибай.
Күпме ыҙалатһалар ҙа, хатта таңға һөйрәп сығарып подвалға төшөрөп, ҡан сәсрәп бөткән стенаға һөйәп атам хәҙер, тип торһалар ҙа, үҙ һүҙенән ҡайтманы.
– Атығыҙ, үлтермәнем, – тине.
Бер айҙан суд булды. Судья Сәлимова Әлибайҙы күреү менән:
– Әйткәйнемме мин һиңә, Харисов, эләгерһең әле, тип? Бына эләктең, – тине.
– Яҙмышҡа яҙылғанын күрермен, ҡайҙа ла бер ҡояш, – тине Әлибай, уның күҙенә тура ҡарап.
Тура ҡарашты күтәрә алманы Сәлимова, китергә ашыҡты.
Ғәйебен танымаһа ла, ете йылға хөкөм иттеләр Әлибайҙы.
Биш йыл ултырғас, төрмә начальнигы саҡыртып алып:
– Яҡшы тәртибең өсөн ике йыл алдан азат итәбеҙ һине, – тине. – Суд ҡарары буйынса ла ойоштороп эшләнгән эш икәне күренеп тора. Ғәйебеңде танымағанһың. Шуға күрә лә алдан сығарыуҙы юлланым, артабанғы тормошоңда яңылышма.
Күҙенән йәштәре сыҡты Әлибайҙың, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп хушлашты начальник менән.
Эт егеп, бесәй теркәп, тигәндәй, Баймаҡҡа килеп етеп, ҡустыһында йоҡланы.
Күп яңылыҡтар еткерҙе уға Хәлим. Әлибайҙы ултыртып, ике йыл үткәс, Рәүиләне ике йылға ултыртып ҡуйғандар. Иген таҙартҡанда кеҫәһенә ике ус иген һалып алған өсөн, ике кило иген урлағанһың, тип ғәйепләгәндәр. Сәсе үрә торҙо Әлибайҙың.
– Миңә нишләп яҙманығыҙ?! – тине тыны ҡыҫылып. Улым нисек кисерҙе икән был хәлдәрҙе?
– Ҡәйнәң ҡараны улыңды, мин ярҙам итеп торҙом, һиңә хәбәр итмәҫкә ҡуштым, – тине ҡустыһы. – Күреп ултырам, ағай, баянан бирле, йөрәгеңде йыш тотаһың, иртәгә врачҡа күренеп ҡайт.
Урта йәштәрҙәге табип ҡатын оҙаҡ ҡына тикшерҙе Әлибайҙы. Бер арҡаһын, бер түшен тыңланы.
– Бына ошо дарыуҙарҙы алып эсегеҙ, ике айҙан килеп күренерһегеҙ, нервыларығыҙ ныҡ ҡаҡшаған, йөрәгегеҙ шуға ауырта, – тине.
Улым нисек икән, танымаҫ инде мине, тип уйлап ҡайтҡайны. Ишектән инеү менән, “Атай” тип ҡысҡырып муйынына аҫылынды балаҡайы. Күҙенән йәштәре сыҡты Әлибайҙың. Ҡайтып улымды күрермен, дә Рәүиләне айырып Баймаҡҡа эшкә китермен, тип уйлап ҡайтҡайны. Балаҡайын күкрәгенә ҡыҫҡас, улынан айырылып китә алмаҫын тойҙо. Үҙе атайһыҙ, етемлектең әсе һурпаһын татып үҫте, нисек итеп малайын етем итһен.
Үҙенән һис айырыла алмаған улын ҡосаҡлап йоҡланы ла иртә менән тороп идараға эш һорарға китте. Мырҙабаевты урынынан бушатып, икенсе кешене ултыртҡандарын Хәлим әйткәйне уға.
Йәш кенә егет икән яңы председатель, Әмиров тип таныштырҙы үҙен.
– Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр, ағай, эш урынығыҙ буш түгел, йәшелсә баҡсаһына ҡарауылсы кәрәк, әлегә шунда эшләп тороғоҙ, аҙаҡ күҙ күрер. Баҡсала хәҙер артыҡ эш юҡ, ҡоро көндәрҙә һыу ҡойоп торорға кәрәк, – тип йылмайып ҡулын бирҙе Әлибайға.
Һаҡмар туғайында урынлашҡан баҡса артыҡ ҙур түгел икән. Йәшәүгә йәтеш кенә өйө, эргәһендә шишмәһе лә бар. Оҡшаны Әлибайға эш урыны, яңғыҙың ҡалып, һуңғы көндәрҙә сыуалған уйҙарын тәртипкә һалырға ла уңай.
Теге яҡтан ҡайтҡан кешегә бындағы эш уйын һымаҡ ҡына күренә.
Инде өлгөрөп килгән йәшелсәләргә нисек итеп һыу ҡойорға агроном Хисмәт килеп өйрәтеп китте.
Баҡсаның ярты өлөшөнә кәбеҫтә ултыртылған, ҡалған яртыһын сөгөлдөр, кишер, шалҡан, һуған биләй, хатта торма ла үҫтерәләр. Рәт аралары таҙа итеп уталған, йәшелсәләр һутҡа тулышып, өлгөрөп тә килә. Әлибай рәхәтләнеп кишер, шалҡан, сөгөлдөр ашай, шишмә буйынан ҡарағат, ҡурай еләге тирә. Күкрәктәре киңәйеп, тын алыуҙары иркенәйеп ҡалды хатта. Ҡайһы көндәрҙә малайы Әсләм эйәреп килә, уны күберәк баҡса эргәһендәге борсаҡ баҫыуы ҡыҙыҡһындыра. Атаһына һөйләп хәбәре бөтмәй үҙенең. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай хәҙер Әлибай. Әкренләп тыныслана, кешеләргә ышаныс менән ҡарай башлағанын тойҙо. Рәүиләгә булған асыуы, үпкәләре лә онотолоп бара.
Эйе, тормоштоң үҙ ҡанундары, әҙәм балаһы яраҡлаша барыһына.
Көҙ етеп, йәшелсәне йыйып тапшырғас, йомош менән Баймаҡҡа барғайны, табип ҡатындың килеп күренеп китергә ҡушыуы иҫенә төштө.
Төрлө яҡлап тыңлап ҡарағас:
– Ниндәй шифаханала булдығыҙ, – тип һораны табип.
– Йәшелсә баҡсаһында, – тине Әлибай. –Тыуған еремдең һауаһы, йәшелсә-емеше ҡайтарҙы һаулығымды.
Дауахана тупһаһын аша атлап сығыу менән тетрәндергес хәлгә осраны ул. Оло ғына бер ағайҙы санитарҙар машинанан төшөрөргә аҙаплана. Теге аяҡ терәп ҡарыша, үҙәк өҙгөс тауыш сығарып ҡысҡыра. Ауыҙынан күбектәр аға, күҙҙәре аҡайған. Был кешелә элеккке председатель Мырҙабаевты танып, тертләп китте. Мырҙабаев та уны күреп танығандай итте. Ҡыҙғаныс өн сығарып, ҡулдарын һуҙҙы. Хаслыҡ ҡылған кеше барыбер ҡасан да бер язаһын ала, тип әсәһенең әйткәне иҫенә төштө Әлибайҙың. Был тирәнән тиҙерәк китергә ашыҡты. Эйе нисек булһа ла тормош дауам итә. Ә күктә ҡояш йылмая. “Эйе, ҡайҙа ла бер ҡояш”, тип уйланы. Тик тыуған ерҙеке барыбер яҡтыраҡ.