Йәмғиәт
27 Апреля , 09:49

Мәскәүҙеке кәрәкмәй

Былай ҙа ауырыусыларҙың һаны артты.

Мәскәүҙеке кәрәкмәйМәскәүҙеке кәрәкмәй
Мәскәүҙеке кәрәкмәй

Апрель айы үтеп өлгөргәнсе үҙенең холҡон тулыһынса күрһәтеп ҡалырға  ашыға, шикелле. Һыуытыуы, әсе ел етмәгән, ҡар ҙа яуа башланы. Мәскәүҙә бөгөн ун сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған, ти. Әлбиттә, иң тәү сиратта был йәйге тәгәрмәстәрен алмаштырып өлгөргән машинала йөрөүселәрҙең бәкәлдәренә һуға.

Элегерәк, Мәскәүҙең ҡойма ямғыры, ҡары, селләһе, ел-дауылы  беҙгә өс көндән һуң килеп етә, тип фаразлай торғандар ине. Тик был һынамыштар ҙа хәҙер кешенең башын бутай. Нисек кенә булһа ла беҙгә Мәскәүҙең ҡары кәрәкмәй. Йылы һүндерелгәндән һуң былай ҙа тымау тейеп ауырыусыларҙың һаны артты.

Фото интернеттан алынды.

Мәскәүҙеке кәрәкмәй
Мәскәүҙеке кәрәкмәй
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас