Йәмғиәт
28 Апреля , 04:44

Элек ата-әсәләр эшләй ине

Ә балалар?! Ә балалар әҙер эштәрҙе бер кистә күсереп өлгөрмәй! Таң менән тороп шиғыр ятлай! 

Элек ата-әсәләр эшләй инеЭлек ата-әсәләр эшләй ине
Элек ата-әсәләр эшләй ине

Өйгә эш темаһы уҡыусыһы булған һәр ата-әсәйҙең сей еренә тейә торған темалыр инде... Бынан ун - егерме йыл элек аҙна буйына бирелгән күнегеүҙәрҙе замана балалары бер көндә эшләй. Дөрөҫөрәге, эшләргә тырыша. Бер фәндән генә һәр көнгә өсәр-дүртәр күнегеү бирелә, ятларға шиғыр булһа, таң һарыһы менән тороп ятлап маташа... Бигерәк тә, башланғыс кластарҙа ата-әсәләрҙең нимәгә һәләтле икәнлеген тикшереү буйынса ярыш ойошторолған һымаҡ булып китә... 

Рособрнадзор киләһе йылдан уҡыусыларға өйгә эштәрҙе бөтөрөргә уйлай. Юҡ, балаларҙы йәлләүҙән түгел. Ә барыбер нейроселтәрҙәр эшләй, шуға бының әһәмиәте юҡ, ти. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бөгөн уҡыусыларҙың өйгә эштәрен кем эшләй? 

Элек ата-әсәләр эшләй ине
Элек ата-әсәләр эшләй ине
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас