Шоңҡар
+12 °С
Дождь
Йәмғиәт
29 Апреля , 06:33

“Һәр ерҙә лә тәртип яратам...”

– Ундай ваҡиғалар һәр кемдә лә була торғандыр. Мин шул хаҡта телгә алып үтә алам. Өфөлә йәшәгәндә аҡса йәһәтенән ныҡ ҡына алдандыҡ.

“Һәр ерҙә лә тәртип яратам...”“Һәр ерҙә лә тәртип яратам...”
“Һәр ерҙә лә тәртип яратам...”

Моңло һандуғастарыбыҙ күп беҙҙең. Шулар араһында Сибай концерт-театр берекмәһенең йөҙөк ҡашы, үҙенең һоҡланғыс тауышы, күркәм төҫ-ҡиәфәте, ихласлығы, нәзәкәтлелеге һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт һылыуҙарына хас саялығы менән менән әсир иткән Айгөл Әсәҙуллина ла бар. Уның менән әңгәмәлә һүҙ ғәжәйеп танһыҡ тауышы, егәрлелеге менән арбаған йырсының йөрәгендәге уй-кисерештәре, ижад ҡомары, алдына ҡуйған маҡсаттарына хыянат итмәй йәшәй белеү һәм уларҙы ысынбарлыҡ итеү серҙәре хаҡында...

– Һаумы, Айгөл, кәйефтәрең нисек? Ниндәй эштәр менән янып йөрөгән сағың әле?
– Аллаға шөкөр, кәйефтәр яҡшы. Әле илһамланып, дәртләнеп, үҙемдең тәүге соло концертыма әҙерләнгән мәлем. Хоҙай насип итһә, 5 ноябрҙә Сибайҙа бик матур, йырлы-моңло тамаша ойоштороу теләге менән янабыҙ. Унда минең ижадташ дуҫтарым да ҡатнашасаҡ. Искәндәр Ғәзизов, Рәмил Туйсиндар менән башҡарған күптәр яратып өлгөргән дуэттарыбыҙ ҙа яңғыраясаҡ. Быға тиклем ишетелмәгән йырҙар ҙа тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. Һуңынан иһә ошо концерт программаһы менән республика буйлап гастролдәргә сығыу ниәте лә бар. Концерттың сценарий авторы – талантлы яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина. Тамашаны “Айгөл иле” тип атаныҡ. Уны минең йырҙарым аша күңел донъяма сәйәхәт тип атарға ла була. Әле ана шул концертты юғары кимәлдә үткәреү өсөн барлыҡ тырышлығымды һалып әҙерләнгән, башкөллө ижад донъяһына сумған мәлем.
– “Айгөл иле”нә сәйәхәтте балалыҡ йылдарынан башлайыҡ. Бәрәкәтле Әбйәлил ерендә тыуып үҫкәнеңде беләбеҙ. Йәнтөйәгең, бала сағың менән бәйле тәүге хәтирәләргә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ниндәйерәк ҡыҙыҡай ине кескәй Айгөл?
– Эйе, Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуып үҫкәнмен. Күп кенә шәхестәр, шул иҫәптән йырсы-композиторҙар ҙа сыҡҡан беҙҙең ауылдан. Ғаиләбеҙҙә баш бала мин. Бәләкәй саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡмын. Атайым ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итте. “Йәшлек” ансамбле бейеүсеһе булып, концерттар менән Германияла ла йөрөп ҡайтҡан кеше ул. Әсәйем дә матур йырлай минең. Шуға ла был һәләт атайым менән әсәйемдән бирелгәндер. Өс йәшемдән, ғөмүмән, үҙемде белә-белгәндән алып сәхнәләмен. Атайым мине клубта үткән һәр сарала ҡатнаштырыр, мотлаҡ сәхнәгә сығарып йырлатыр, ауылда үткән Яңы йыл маскарадында йыл һайын миңә етди бурыс йөкмәтерҙәр, “Яңы йыл” итеп тәғәйенләрҙәр ине. Әсәйем ошо сара өсөн йыл да матур костюм тегеп кейҙерә торғайны. Шулай итеп, тәүге сәхнәм – Хәлилемдең сәхнәһе булды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ауылдағы бер туй ҙа минһеҙ үтмәй торғайны. Ҡул сабып, дәртләндереп, һорап-һорап йырлатырҙар, аҡса һиберҙәр ине. Ә урамда иптәш ҡыҙҙарым, ике туған апай-һеңлеләрем минең “байып” сығыуымды көтөп тора. Шул аҡсаға магазиндан тәмлекәстәр алып һыйлананыуыбыҙ хәтерҙә...
Тағы ла шундай ваҡиғаны иҫләй биреп ҡуям. Бер мәлде һатыусы апай, йырлаһаң, колбаса бирәм, тип йырлатты-йырлатты ла, вәғәҙәһен үтәмәне. Алданған кешеләй шарылдап илап, өйгә ҡайтып индем. Әсәйем әле лә, әйтеүен әйткәс, йырлатыуын йырлатҡас, бер ҡырҡым ғына була ла, колбаса киҫеп бирһә лә була бит инде, йәлләнем үҙеңде, тип шул хәлде иҫләп ала.
Ә инде бишенсене тамамлағас, Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәгеге музыка интернат-гимназияһына уҡырға бирҙеләр. Башта өйрәнә алмай бер булдым. Мине килеп алығыҙ, тип илай-илай хаттар яҙа инем. Шулай бер мәлде, ҡуй, баланы яфаламайыҡ, үҙебеҙҙең янда ғына йәшәһен тип йәлләп, мине алып ҡайтыу ниәте менән, әсәйем Өфөгә килде. Әммә беҙҙең ауыл мәктәбендә мин ҡурҡҡан бик талапсан математика уҡытыусыһы бар ине. Ниңә ул тиклем ҡурҡҡанмындыр инде, теүәл фәндәрҙе бик төшөнөп бөтмәүем шулай тәьҫир иткәндерме – белмәйем. Ауылға ҡайтһам, ана шул уҡытыусының дәресенә йөрөргә тура киләсәге хаҡында уй ғына мине Өфөлә ҡалырға мәжбүр итте. Ҡурҡыу тойғоһо һағыныуымдан көслөрәк булып сыҡты. Шулай итеп мин, ете йыл Өфөлә белем алып, һуңынан Сибай сәнғәт училище­һына уҡырға индем. Музыка буйынса белемем яҡшы булғас, ыңғай өсөнсө курсҡа алдылар. Студент йылдары тормошомдоң иң иҫтәлекле мәлдәре булып хәтерҙә ҡалған. Радмир Туйсин, Раян Алтыншин, Әлфиә Заһиҙуллина, Баязит Байназаров, Рушан Шаһбаловтар менән бергә уҡыныҡ. Ике йыл эсендә училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлымды Сибай дәүләт филармонияһында башланым. Был мәҙәниәт усағында биш йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына күстем. Унда алты йыл хеҙмәт иткәс, яҙмыш мине баш ҡалаға алып килде. Өфөгә күсеп, “Мираҫ” ансамблендә лә бер аҙ эшләп алдым. Һуңынан иһә яңынан Сибайыма әйләнеп ҡайттым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә күңелем һәр ваҡыт Сибайға тартылып тик торҙо. Урыным ошондалыр, тигән фекергә килдем. Бындағы ижади мөхит миңә бик оҡшай. Әбйәлилем дә яҡын ғына. Бында минең күңелемә рәхәт. Шуға ла бөгөн ошо тыуған коллективымда илһамланып, ҡанатланып ижад итәм. Яңынан-яңы уй-маҡсаттар менән йәшәйем.
– Ижадтан, тынғыһыҙ артист тормошонан ялҡып, сәнғәттән китергә ине тигән саҡтарың буламы? Ғөмүмән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә, һине нимә илһамландыра?
– Йәшермәйем, ундай уйҙарға бирелгән саҡтар ҙа булғыланы. Сәнғәт кешеһе айырыуса хискә бирелеүсән шул. Күңелдең төрлө сағы була бит. Ысынлап та, әллә был өлкәнән китеп, башҡа берәй тынысыраҡ эшкә урынлашырғамы икән тип уйлап ҡуйған саҡтарым бар. Етмәһә, ҡайһы берҙә һинең хаҡта ниндәйҙер һүҙ йөрөтөүҙәренә шаһит булырға тура килә, эшмәкәрлегеңә аяҡ салырға тырышыусылар ҙа осрап ҡуя. Башта ныҡ хафалана торғайным. Хәҙер ундайҙарға бөтөнләй иғтибар итмәйем. Ана шундай аяҡ салып маташыусылар, киреһенсә, һине үҫешкә генә этәрә ул. Әммә шуныһы хикмәт – шундайыраҡ уйҙарға бирелеүем була, ниндәйҙер яңы йыр тыуа, берәй ижади проект хаҡында идеялар барлыҡҡа килә, йәки ҙур ғына тамашала ҡатнашырға саҡыралар... һәм барыһы ла үҙ урынына ҡайта. Мин, ғөмүмән, тормошомдо йырһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Ул – минең стихиям. Мин – үҙ урынымда. Ә инде күңелһеҙ ваҡиғалар була ҡалһа, һағыштан балаларым йолоп ала. Өлкән улыбыҙ Динислам студент инде хәҙер, быйыл туғыҙынсыны тамамлап, Өфөгә уҡырға инде. Уртансы улыбыҙ Арыҫлан алтынсыға барҙы, кескәйебеҙ Самираға өс кенә йәш әле. Уларҙың бер яғымлы ҡарашы етә, барлыҡ һағыштарым таралып, әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет тойғоһо кисерәм. Тағы ла тыуған йортом, атай-әсәйемдең йөрәк йылыһы миңә күңел гөлөмдө шиңдерергә юл ҡуймай. Үкенескә күрә, ғаиләбеҙгә оло ҡайғы кисерергә лә тура килде. 25 йәшлек кенә сағында һеңлем донъя ҡуйҙы. Ошо ҡайғы беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, тағы ла яҡыныраҡ итте. Шөкөр, ҡыуаныслы яңылыҡтар ҙа етерлек: быйыл ҡустымды өйләндереп, гөрләтеп туй үткәрҙек.
Бына шулай, яҡын кешеләремдән, дуҫтарымдан эшемдән илһам алып йәшәйем.
– Яңы йыр тыуғас, ниндәй тойғолар кисерәһең?
– Яңы йыр өҫтөндә эшләү, уны тамашасы хөкөмөнә сығарыу – үҙе бер байрам. Бер үк йырҙарҙы башҡарып, бер урында тапаныу миңә хас түгел. Ғәжәп бер мәл ул йыр тыуыуы... Яңы йырҙар, яңы дуэттар күңелгә ҡанат ҡуя. Шул уҡ ваҡытта тамашасының уны нисек ҡабул итерен көтәһең, тулҡынланаһың. Мин, тәнҡиткә лә ыңғай ҡарайым. Өлкән коллегаларымдың иҫкәрмәләрен дә ихлас ҡабул итәм. Тәнҡит һүҙҙәре әйтһәләр ҙә, үпкәләмәйем. Сөнки ситтән яҡшыраҡ күренә бит. Мин-минләнеп, кеше фекерен ҡолағына ла алмай йәшәгән кеше профессиональ йәһәттән дә, шәхес булараҡ та үҫешә алмайҙыр ул. Ундай йырсының киләсәге юҡтыр тип уйлайым. Ғөмүмән, мин һәр саҡ эҙләнеү, үҫеш өҫтөндәмен. Яңы йырҙар тыуған һайын, тағы ла эшләге килә. Яңы идеялар баш ҡалҡыта. Мин шундай принцип буйынса эшләйем – эшләйһең икән – янып эшләргә лә, эшләмәйһең икән – бөтөнләй тотонмаҫҡа. Һәр ерҙә лә тәртип яратам: тормошомда ла, ижадымда ла, күңелемдә лә. Теүәллек кәрәк. Башлағанһың икән, тамамлап ҡуй. Бөгөнгө эшемде иртәгәгә ҡалдырмайым. Һәр ваҡыт алдан билдәләп ҡуйған план менән йәшәйем.
– Репертуар туплағанда нимәгә иғтибар итәһең?
– Репертуарҙа төрлө йырҙар бар. Халыҡ әҫәрҙәре лә, эстрада йырҙары ла. Профессиональ композиторҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәм, үҙешмәкәрҙәр менән дә. Үҙем дә йырҙар яҙғылайым. Миңә тәғәйен йырҙы тоя беләм. Әлбиттә, иң элек уларҙың һүҙҙәренә иғтибар итәм. Әйткәндәй, профессиналь сәхнәләге эшмәкәрлегем Зөһрә апай Фәйзуллинаның миңә атап яҙған “Ҡайындарым” тигән йырынан башланды. Беҙгә, өс әхирәткә, Нәркәс Сиражетдинова, Әлфиә Әмирханова һәм миңә тип “Әхирәттәр” исемле йырҙы ул ижад итте. Ғөмүмән, Зөһрә апай мәрхүмәнең йырҙары ижадымда айырым урын биләп тора. Бик юҡһынам үҙен...
Ниндәй генә йыр һайлаһам да, күңел ҡылдарымды тибрәтһен ул. Халыҡтың йөрәгенә үтеп инһен өсөн, ул башта минең йөрәгем аша үтергә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, йыр минең күңелемде биләп ала. Күңел ятмаған йырҙы башҡарып булмай.
Әйткәндәй, мине киң тамашасыға, зәңгәр экрандарға сығарған “Башҡорт йыры” проектына, уның етәксеһе Рита Өмөтбаеваға рәхмәтлемен. Бик шәп проект ул. Йәштәрҙе халыҡ араһында күрһәтә, үҫеш өсөн ҡанат ҡуя торған сара.
– Әсәй булыу һиңә нисек тәьҫир итте?
– Әсәй булыу бик ныҡ тәьҫир итте. Элегерәк мин тура һүҙле, бик сая холоҡло булдым. Кешегә уйламаҫтан ғына ҡатыраҡ һүҙ ҙә әйтеп ысҡындыра ала инем. Әсәй булғас, мин үҙгәрҙем. Нәзәкәтлерәк, тынысыраҡ булып киттем. Әсәй булмайынса әсәлек тойғоһон аңлау мөмкин түгел икән. Үҙ сабыйҙарым донъяға яралғас ҡына әсәйемдең хис-тойғоларын аңлай башлағанмындыр. Ҡатын-ҡыҙҙың асылы үҙенең төп тәғәйенләнешен үтәгәс, әсәй булғас ҡына асылалыр. Әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғо ул – әсәлек бәхете. Һәр ҡатын-ҡыҙға ла ошо бәхетте теләйем.
– Башҡорт эстрадаһында кемдәрҙең ижадын ихтирам итәһең?
– Үҙ юлын, үҙ тамашасыһын тапҡан талантлы йырсыларыбыҙ бар, Аллаға шөкөр. Әйтәйек, тырыш та, талантлы ла Римма Амангилдинаның ижадын хөрмәт итәм. Йырҙары ла, үҙен сәхнәлә тотошо ла оҡшай. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ауылдашым булғаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерәм.
– Матди яҡты алғанда, йырлап тапҡан аҡсаң етәме, әллә өҫтәмә эш тә алырға тура киләме?
– Әлбиттә, артистарҙың аҡсаһы бер ваҡытта ла күп булманы. Шулай ҙа аҡса етмәй тип зарланғаным юҡ. Зарланырға яҙмаһын да. Өҫтәмә килем берәүгә лә ҡамасауламай. Шулай ҙа мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, буш ваҡытымды ғаиләмә бүлеүҙе хуп күрәм. Эйе, өҫтәмә килем тип, тамада булып та эшләй алыр инем. Тик ниңәлер күңелем ҡушмай. Ул – минең юлым түгел. Бала саҡта туйҙарҙа, юбилейҙарҙа йырлап туйғанмындыр, ахыры.
– Мөхәббәткә ышанаһыңмы? Бармы ул мөхәббәт тигәндәре?
– Әлбиттә, ышанам. Кеше мөхәббәтһеҙ йәшәй алмай. Минең өсөн мөхәббәт – бер-береңә тоғро булыу, бер-береңде ҡәҙерләй белеү. Мөхәббәт үлмәһен, йәшәһен өсөн усаҡҡа утын ташлаған кеүек ялҡын өҫтәп, бер-береңде илһамландырып, ҡурсып тороу кәрәк шул. Юғиһә, мөхәббәтте тапау, үлтереү өсөн дә күп талап ителмәй. Мөхәббәт бар... Мин мөхәббәткә ышанам!
– Һине бик уңған хужабикә лә, тиҙәр, Айгөл! Ниндәй ризыҡтар әҙерләргә яратаһың?
– Әйткәндәй, аш-һыуға маһирлығым да әсәйемдән күскән миңә. Ул бешергән ризыҡтарҙы ашап туйып булмай. Ысынлап та, аш-һыу бүлмәһендә булашырға яратам. Шөкөр, ҡамыр аштарым да уңа, ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, маринадтар ҙа әҙерләйем. Ҡалала йәшәһәм дә, һалма һатып алғаным юҡ. Барыһын да үҙ ҡулдарым менән яһайым. Гастролдәргә сыҡҡанда юлға берәй ризыҡ бешереп алһам, коллегаларым маҡтай-маҡтай ашай. Ғөмүмән, табын әҙерләргә, яҡындарымды тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратам. Әммә ҡамыр аштарын бешерһәм дә, үҙем уларҙан тыйылам. Сөнки сәхнә кешеһе матур буй-һынлы булырға тейеш тип иҫәпләйем.
– Күҙ теймәһен, эскерһеҙлегең, күңел байлығың йөҙөңә сыҡҡан. Ғөмүмән, матурлыҡ төшөнсәһен нисек аңлайһың?
– Ысынлап та, эскерһеҙ мин. Ул сифат кешелә булһа була, булмаһа юҡтыр. Үҙем тыумыштан шундаймын. Ҡылана ла, алдаша ла белмәйем. Шуға ла эргә-тирәләге кешеләрҙә лә шул һыҙаттарҙы эҙләйем. Күңелдәре матур булһын! Күп нәмә ана шул күңел матурлығына бәйле бит ул. Әгәр ҙә күңелең саф икән, йөҙөң дә матур. Кешенең күңел матурлығы, ысынлап та, йөҙөнә сыға. Шул күңел матурлығың булһа, бер ниндәй битлек тә кәрәк түгел. Һин былай ҙа балҡыйһың. Йәш күренәһең. Мин ана шундай нурлы кешеләрҙе үҙ итәм. Эскерле, үсле, яуыз уйлы кешеләрҙең дә яманлығы йөҙҙәренә яҙылған. Нисек кенә тырышһа ла, ниндәй генә битлек һылаһа ла, ундай кеше матур була алмай.
Мин, ғөмүмән, дуҫтар һайлағанда хәҙер бик һаҡ булырға тырышам. Булды инде. Барыһы ла булды. Күп өтөлдөм. Әле иһә үҙем ышана алырҙайҙар менән генә яҡындан аралаша алам. Уларға ғына күңелемде асып һалам. Хәҙер алама уйлы кешеләрҙе яныма яҡын юллатмайым. Аллаға шөкөр, үҙемде һаҡларға өйрәнә башланым.
– Тормошоңдо ҡырҡа үҙгәрткән, һабаҡ биргән осраҡтар булдымы?
– Ундай ваҡиғалар һәр кемдә лә була торғандыр. Мин шул хаҡта телгә алып үтә алам. Өфөлә йәшәгәндә аҡса йәһәтенән ныҡ ҡына алдандыҡ. Хәҙер кешеләр төрлө шикле пирамидаларға инеп аҡсаһын юғалтһа, беҙ ҙә үҙ мәлендә ҙур ғына афера ҡорбаны булдыҡ. Үҙебеҙҙең милләт кешеһе тип ышанып, осһоҙло фатир алып ҡалабыҙ тип, берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ. Йәш, тормош тәжрибәһе етмәгән саҡ инде. Беҙҙән тыш, тағы ла илле кешене төп башына ултыртҡан булып сыҡты теге әҙәм. Ә аҡса кредитҡа алынған ине. Бына шул хәл, ысынлап та, ғүмерлек һабаҡ булды. Аҡса мәсьәләһендә бик һаҡ эш итергә, матур һөйләгән кешеләргә ышанап бармаҫҡа өйрәтте. Ул аҡсаны түләп бөттөк. Хәҙер онотолдо инде ул тарих. Әммә ҙур бер тормош дәресе булып ҡалды.
– Ҡатын-ҡыҙға бар йәһәттән дә өлгөрөргә кәрәк. Эштә лә, ғаиләлә лә. Ошо тормош мәшәҡәттәренә сумып, нисек үҙ-үҙеңде юғалтмаҫҡа, нәзәкәтле гүзәл зат булып ҡалырға?
– Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙың алдында күп бурыстар тора. Ул өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тейеш. Күп хәстәрлек уларҙың иңенә төшә. Әммә мин өлгөрәм. Аллаға шөкөр! Беләһегеҙме, бының сере ниҙә? Тормошҡа, киләсәккә ҡуйған маҡсаттарым миңә бер ваҡытта ла юғалып ҡалырға, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә күмелеп ҡалырға юл ҡуймай. Ана шул маҡсаттар мине хәрәкәт иттерә, йәшнәтә, йәшәртә, йәшәтә. Шуға барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла үҙ-үҙҙәренә хыянат итмәҫкә, хыялдарын тормошҡа ашырырға, матур маҡсаттар менән йәшәргә кәңәш итәм.
Ижадта ла, тормошта ла үҙең булып ҡалыу – маҡсатым шул. Күңел кисерештәрең менән аҡылың бер кимәлдә, музыка термины менән әйткәндә, бер “тональностә” булырға тейеш. Миңә үҙемдең тормошом ғәләмәт оҡшай. Нисек кенә булмаһын, үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем. Сөнки Аллаһы Тәғәләмдең мине бер ваҡытта ла ташламаҫына, үҙемдең көсөмә ышанам. Эйе, Хоҙай Тәғәлә һынауҙар ҙа ебәреп тора. Унһыҙ булмай. Төндәрен уянып, балконға сығып, айға ҡарап теләк теләгән саҡтарым да бар минең. Әммә ана шул һынауҙарҙы үткән һайын һин бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәреләһең. Үҙ көсөңә тағы ла нығыраҡ ышана башлайһың.
Бына ниндәй сағыу ҙа, үҙенсәлекле лә икән Айгөлөбөҙҙөң иле... Һынауҙар ҙа, кәртәләр ҙә уны һындыра алмай, тағы ла нығыраҡ балҡыта, матур башланғыстарға әйҙәй. Хеҙмәтенең тәмен тойоп, сәмләнеп ижад итеп, был донъяны моңға сорнап, тирә-йүнгә гүзәллек кенә өләшеп йәшәүен теләйек уға!

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Архив, 2021 йыл.

Автор:
Читайте нас