Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Мая , 02:50

Улар байрамдарҙа ла туҡтамай

Беҙҙең халыҡ бер ҡатлымы, әллә иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмаймы? 

Улар байрамдарҙа ла туҡтамайУлар байрамдарҙа ла туҡтамай
Улар байрамдарҙа ла туҡтамай

Республиканың теге йәки был төбәгендә мутлашыусылар арҡаһында фәлән кеше фәлән сумма аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, тигән хәбәрҙе йыш ишетергә тура килһә лә, беҙҙең халыҡҡа барып етмәй. Әйләнгән һайын бер тырмаға баҫып ҡына торалар. 

Нефтекамала йәшәүсе 38 йәшлек иргә башта, йәнәһе лә, почта бүлексәһенән заказлы хатты алыр өсөн код һорап ебәрәләр. Тыңлаусан кеше ҡушылғанды үтәй. Иртәгәһенә "ФСБ кешеһе" банк картаһындағы аҡсаһын "ышаныслы" урынға күсерергә тәҡдим итә. Һаҡалы биленә етеп барған сабый быныһына ла ризалаша. 350 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, мутлашыусылар ҡорбаны булғанлығын аңлай һәм полицияға йәнә бер эш өҫтәлә. 

Мутлашыусылар ҡорбанына әйләнмәҫ өсөн, шикле һылтанмаларға керергә, кодтарҙы әйтергә ярамай. Улар байрам, ял көндәрендә лә йоҡламағанлығын онотмайыҡ.  

Фото интернеттан алынды. 

Улар байрамдарҙа ла туҡтамай
Улар байрамдарҙа ла туҡтамай
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас