Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Мая , 14:02

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бара

Эштәр 2026 йылдың 26 июненә тиклем ҡабул ителә.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бараМХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бара
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бара

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләр тураһында ижади конкурс бара. Рус йәки башҡорт телендә хикәйә, эссе йәки очерк яҙырға кәрәк.

Темаһы – ишле ғаилә тормошо, ғаилә ҡиммәттәре һәм махсус операцияла ҡатнашҡан яҡын туғанына ярҙам.

Ижади эштең күләме – буш урындарын да иҫәпкә алып 10 000 баҫма билдәгә тиклем.

Тарихҡа ғаилә архивынан кәм тигәндә өс фотоһүрәт ҡушып һалырға кәрәк. Форматы – JPEG, үлсәме 300 dpi-нан кәм булмаһын.

Ғариза биреү ысулдары:
  электрон почта аша ye02@yandex.ru һәм r.ahmetvanova@fzo.gov.ru (тема бүлегендә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының хикәйәләр конкурсына» тип күрһәтергә кәрәк);
  шәхсән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат адресы буйынса.

Эштәр 2026 йылдың 26 июненә тиклем ҡабул ителә.

Ойоштороусылар: Рәсәй халыҡтар ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, «Йәшлек» гәзите редакцияһы.

Конкурс тураһында мәғлүмәтте – Башҡортостандан МХО геройҙары һәм уларға ярҙам итеүселәр хаҡындағы «Земля батыров» берләшмәһендә ҡарарға мөмкин.

Автор:
Читайте нас