

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстрада йырсыһы Венера Рәхмәтуллина ижадына 25 йыл тулыу айҡанлы ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Венера, бөгөн йырларға теләгән һәр кем, махсусу белеме булмаһа ла, сәхнә йондоҙо булып китә ала. Ә һеҙ шул сәхнәгә сығыр өсөн ете йыл буйына Өфө сәнғәт институтында уҡығанһығыҙ!
– Музыкаль белемһеҙ институтта ныҡ ҡыйын булды. Башҡалар музыка мәктәбе бөткән, нота беләләр. Ҡайһылары училище тамамлаған. Мин ул нотаның “до”һын да, “ре”һын да, нотный станды ла, скрипка асҡысын да белмәйем. Институтҡа ингәндә теориянан имтихан бирәбеҙ. Партала эргәмдә Илдар Абдразаҡов ултыра, ул музыка мәктәбен бөткән. Мин аңшайып, нимә эшләргә лә белмәйем. Илдар алдыма дәфтәрен һалды ла: “Перепиши”, – ти. Ә мин уны нисек күсереп алайым! Үҙемә уңайһыҙ, ғәрләнәм, илар сиккә еткәнмен! Илдар аптыранды. Ярай уҡытыусы мине аңланы. Аҙаҡ, уҡый башлағас, беренсе класс балаһына өйрәткән һымаҡ дәрестән тыш көн дә уҡыта башланы. Ете йылда мин теорияны ятлап алдым. Бүлмәлә скрипкасы ҡыҙ Гүзәл йәшәүе лә ярҙам итте. Үҙем дә ныҡыш булғанмын инде. Уҡығы килә, йырлағы килә бит! Көн дә илай-илай ултырам, төн уртаһына тиклем өйрәнәм. Иң йәнем әсегәне – балаларға мәктәптә элементар музыкаль белем бирмәүҙәре. Һис юғында нотный станды, ярты, четверть ноталарҙы белһендәр ине!
Пластинка тыңлап, ниндәй көй икәнен белергә викторина яҙабыҙ. Кемдең симфонияһы, ҡайһы өлөшө. Прелюдиямы, нимәкәй. Барыһын да яҙырға кәрәк. Уны тыңламайса яҙып та булмай. Мин “5”-кә яҙып сыҡтым, сөнки ныҡ тырыштым. Уҡытыусыма, профессор Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусинаға, ныҡ рәхмәтлемен. Ете йыл буйына ул беҙгә әсәй урынына булды, үҙ балаһылай күреп тәрбиәләне.
Институтта сит тел белмәүем дә бәкәлгә һуҡты. Ауылда немец телен уҡый башлағайныҡ, уҡытыусыбыҙ ҡырға китеп барҙы. Шуға бында итальян телен һайлап, баштан өйрәнергә тура килде.
– Ауылда берҙән-бер пианино һеҙҙә була торғайны...
– Эйе, уны әсәйем күрше ауылдан алып ҡайтты. Мишәр (Яңы Монасип) ауылы магазинында бер кем алмаған да. Нотаны белмәһәм дә, доңғорҙатып, арыу уҡ көй һупалай инем бәләкәй саҡта. Әле фортепианоны мәктәп музейына һоранылар. Бирмәнем. Ҡыҙым Айзифа ла ҡайтһа уйнай, үҙемә лә кәрәге тейеп тора. Ирем Рушандың атаһы скрипкасы булған. Уның да скрипкаһы һаҡлана. Рушан үҙе ҡурайҙа ғына түгел, фортепианола ла, гитарала ла уйнай. Гитарала уйнау – минең хыялым. Бала саҡта өйҙә ниндәйҙер музыка инструменты булһа, бала тота ла өйрәнә. Булмаһа – ҡыҙыҡһынмай ҙа, ылыҡмай ҙа, күңеле лә тартылмай. Шуға ғаиләлә берәй музыка ҡоралы булһын ине ул.
– Әсәйең Әлфиә апай ҙа сәнғәт кешеһе бит Һеҙҙең...
– Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған әсәйем ғүмер буйы клубтан бушаманы. Атайым менән өйҙә ҡалабыҙ. Ул тотҡан була ла баян тысҡылдата. Көй сығарып маташа. Миңҡылдатып уйнай ҙа уйнай, уйнай ҙа уйнай. Миңә ҡыйын шул тиклем, күңелһеҙ. Эсем бошҡаны ныҡ күңелгә уйылып ҡалған. Клубта эшләгәс, әсәйем үҙе йырсы, үҙе бейеүсе, үҙе алып барыусы, үҙе иҙән йыуыусы, үҙе китапханасы, сценарий, шиғырҙар авторы. Бөтә нәмәне лә элек бер генә кеше эшләне лә баһаң. Уның араһында фермаға барып, һауынсыларҙың исемлеге буйынса көн дә кем күпме һөт һауып алғанын яҙып бара. “Ҡыҙыл таң” колхозында. Ферманың “Ҡыҙыл мөйөш”өнә аҙна һайын гәзит сығара. Өйҙә фломастерҙар, плакат, тушь, гуаштар тулып ята. Бер туҡтауһыҙ белдереү яҙа. Ул бер ҡасан да бушаманы. Стенгазета сығарып төнө буйы ултыра. Атай көйә. Байрам етһә, уның: “Кешеләргә ҡыҙыл дата, миңә ҡара дата”, – тигән яратҡан һүҙе була торғайны. Беҙ, артистар, шулай уҡ өйҙә булмайбыҙ бит, байрам итә алмайбыҙ, тегендә-бында йөрөйбөҙ, сығыш яһап.
Атай, башҡортса белмәгәс, русса йырлай торғайны. Проигрывателдән рус йырсыларын тыңланы. Әсәйҙең пластинкаларында Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Хәйҙәр Бигичев, Әлфиә Афзалованың йырҙары, башҡа пластинкалар юҡ. Шуларҙың йырҙарын ятлап алып, татарса нисек йырлайҙар, тап шулай итеп йырлай инем. Ә атайымдың атаһының, олатайымдың, тальян гармуны булған. “Уу, олатайың хәтәр гармун тарта, ә өләсәйең шәп йырлай ине”, – ти торғайны әсәйем. Олатайым сығышы менән Борай районының Себергән ауылынан. Өләсәй – Ишембай районының Көҙән ауылынан. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҫеп, рус телендә генә һөйләшкән, татарса әҙ-мәҙ һупалаған атайым Бөрйәндә йәшәп, башҡортса матур һөйләшергә өйрәнде. Бөрө педагогия институтына уҡытырға киткәс (ул физик ине): “Бында мин башҡорттарҙан бер үҙем генә”, – тип өйгә хат яҙҙы.
Радионан концерттарҙа элек Илфаҡ Смаковты, Мәғәфүр Хисмәтуллинды, Фәриҙә Ҡудашеваны йыш йырлаттылар. Халыҡ йырҙарын улар һуҙып йырлай. Аңламайым нимә тураһында һүҙ барғанын. Оҙон итеп йырлағас, оҙон итеп һуҙаһың икән, тип уйлайым да, һуҙам да һуҙам йырҙы. “Улай йырламайҙар”, – тип әсәйем 4-се класта уҡығанда “Сәлимәкәй”ҙе өйрәтте. Мин сәхнәгә сығып халыҡ йырын йырланым. Оҙон көйҙө йырлағас, класташтар көлә: “Әбейҙәр һымаҡ йырлайһың”, – тип. Оялам, сәхнәгә сыҡҡым килмәй, тик үҙемә оҡшай бит халыҡ йырҙары! “Абдрахман”ды өйрәндем. Уны ла әсәйем өйрәтте. Иҫем китеп яратып шуны йырлай башланым. Бер мәл “Уйыл”ды өйрәнге килә бит! Әсәй әйтә: “Уйыл”ды Сәлихйән апаң ғына белә (Сәлихйән Дәүләтбирҙин – ред.). Киттек шунда. Көтөп йөрөнөм әле барғаныбыҙҙы! Әлеге лә баяғы, әсәй бушамағас. Апа бер нисә тапҡыр йырлап күрһәтте, өйрәндем. Насыров Ишбулды ағай мәрхүм генә ауылда ҡурайҙа һыҙғырта. 6-сы класта уның менән сәхнәгә сығып йырлап маташтым мин “Уйыл”ды, “Сәлимәкәй”ҙе. Халыҡ йырҙары, халыҡсан йырҙар миңә ныҡ яҡын. Эстрада йырҙарын, әйтеп-һөйләй торғандарын килештерә лә алмайым, бармай ҙа миңә, күңелемә лә ятмай. Әммә йырлайым. Халыҡҡа кәрәк, тип яраҡлашырға мәжбүрмен.
– 4-се класта уҡығанда уҡ сәхнәлә башҡорт халыҡ йырын башҡарыу үҙе бер батырлыҡ инде ул!
– Сәхнәне яратырға класс етәксеһе Гәүһәр Ямалова өйрәтте. Бала саҡта ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Беҙҙең класс ныҡ дәртле, актив булды. 23 бала уҡыныҡ. Тәрбиә буйынса етәксебеҙ Сәғиҙә Газина ине. Концерттан килгән аҡсаға 5-се класта Мәскәүгә барып ҡайттыҡ әле беҙ! Колхоздың Мишәрҙәге баҡсаһын һатып алып, шунда һуған сәсеп, ҡарағат йыйып халыҡҡа һаттыҡ. Шул аҡсаны ла ҡушып, билет алып, класс менән йәйгеһен “Зайцев” исмендәге теплоходта Өфөнән Мәскәүгә барҙыҡ. Горький, Ярославль, Кострома, Чебоксарыла туҡтап, ял итеп, ҙур тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.
Милли кейемдәр ул ваҡытта һатыуҙа юҡ ине. Һәр беребеҙ тауарҙар һатып алып, Гәүһәр апайға барҙыҡ. Уҡытыусыбыҙ үҙенең өйөндә беҙгә милли костюмдар тегеп бирҙе. Ҡашмауҙы үҙебеҙ эшләнек. Гәүһәр апай, мәрхүмә бар нәмәгә лә ныҡ оҫта ине. Бейеүҙәрҙе лә үҙе өйрәтә, үҙе һала... Ул беҙҙе ни менәндер мәшғүл булһындар, аҙып-туҙып йөрөмәһендәр тип, үҙенсә тәрбиәләргә тырышҡандыр инде. Ауыл балаһы былай ҙа һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл. 9-10-сы кластарҙа, йәйге каникул мәлендә, ике йыл бейә һауҙым. Йәйләүгә барып яттыҡ ҡыҙҙар менән. Һыйыр ҙа һауҙыҡ. Аҙаҡтан линейкала колхоз исеменән сәғәт бирҙеләр.
– Бөрйән үҙе лә моңға бай төйәк. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәттә йырламай нисек түҙмәк кәрәк!
– Бөрйәндең тәбиғәте ысынлап та көс-дәрт бирә миңә. Әсәйемдең әсәһе Маһикамал, өләсәйем дә урман яратты. Гел беҙҙе, ейәндәрен – Инсаф ағайҙы, мине, Сөмбөл сәпсим бәләкәй булғандыр инде (йырсы Сөмбөл Моратова), ҡустым Маратты эйәртеп, урманға сәй эсергә сығабыҙ. Шул балалар ыңғайына йөрөгән өләсәйемде әйтәйем. Бер елде табаҡ, ҡутарғанса, май икмәк бешерә, баҡырсаға һыу тултырып алабыҙ. Барып етеү менән ҡыуыш эшләп бирә. Талаша-талаша шунда инеп ятабыҙ. Сәй ҡайната. Көн буйы шунда йөрөп, миндек алып ҡайтырға булһа, миндек бәйләп, еләк, бөрлөгән, мәтрүш йыйып алып ҡайтабыҙ.
Гел үлән йыйҙы өләсәйем. Мейесенең плитәһендә үлән төнәтмәһе ултырҙы. Ҡыҙыҡһынмағанмын, ниндәй үлән нимә өсөн икәнен. Хәҙер үкенәм. Берәй ерем ауырта-нитә ҡалһа йә ауырыйым тиһәм, плитә өҫтөндәге көрөшкәгә күрһәтеп: “Ана ултыра үлән. Эсеп ал, хәҙер генә шәбәйәһең”, – тиер ине.
Өләсәйем 96 йәшкә тиклем йәшәне. Үҙен ныҡ ҡараны. Мунса яратты. Гел минән ҡаҙ майы менән арҡаһын ыуҙыра торғайны. Урамдан беҙҙән ат тиҙәге йыйҙырта ине. Шунан мунсала йылытып, клеенкаға һалып, шуға төрөнә. Яңы һуйылған кәзә-һарыҡ тиреһенә лә төрөнә һала. Имән ҡайырыһы һыуына ултыра, сайына. Ерек япрағына ла төрөнә. Беҙ урайбыҙ, тандыр ғына яғылған мунсала ята. Ҡарап тороп, ваҡыты еткәс, клеенканы асабыҙ...
“Урманға сыҡ. Тик ятма. Был мәлдә кеше ятамы? Хәҙер генә урман шәбәйтә. Атлап йөрө! Атлап йөрө!” – бына уның һүҙҙәре. Гел йәйәү йөрөнө.
– Һеҙ тәбиғәт балаһы булып үҫкәнһегеҙ. Ә ҡыҙығыҙҙың, ҡала балаһының, хәлдәре нисек?
– Ҡыҙыбыҙ берҙән-бер бөртөк кенә, көтөп алынған, Айзифа исемле. Мин ҡатыраҡ булып маташһам да, атаһы иркәләтә лә ҡуя. Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында 5-се класта уҡый. Фортепиано дәресенә йөрөй. Классик музыканы ныҡ яратып тыңлай. Чайковский, Шопен, Рахманиновты. Бейей, акварель, майлы буяуҙар менән һүрәт төшөрә. Сәғәттәр буйына, көнө буйына ултыра ала. Бәләкәй сағынан яратты һүрәт төшөрөргә – обойҙарҙы ҡалдырманы, буяп бөттө. Бысратһа ла, өндәшмәнек. Ҙурайһа, алыштырырбыҙ әле, тинек.
Мин үҙем дә ҙур ғаиләнән түгел. Ҡустым менән икебеҙ генә үҫтек. Мәрхүм булып китте Маратыбыҙ... Күп ғаиләлә үҫкән балалар бер-береһенә терәк булып, бер-береһен тәрбиәләп, ҡарап үҫтерәләр. Ә Айзифаға иптәш юҡ. Алсаҡ, тиҙ аралашыусан ҡыҙыҡай. Бер үҙенә күңелһеҙ булмаһын тип, мин гастролгә йөрөй башлағас, эт алдыҡ. Һарт тип ҡушҡайныҡ, Һарди булып китте. Беҙ концерттан йә гастролдән ҡайтҡанса ҡыҙым этенә әүрәй.
– Гастроль тигәндәй, әле сәнғәт өлкәһендә ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
– Ирем Рушан Биктимеров “ҠураЙыр” шәхсән шоу-проекты асҡайны. Унда халыҡ артистары Лилиә апай Хәлит ағай Фатиховтар, Радик ҡайнаға (Вәлмөхәмәтов), Рушан үҙе һәм мин ҡатнашам. Бригаданың графигы тығыҙ. Райондарға, ҡалаларға сығабыҙ. Сит өлкәләрҙә йөрөйбөҙ.
“Сәнғәт хыянатты яратмай, – тигәйне сәхнәгә сыға ғына башлаған мәлемдә концертҡа килгән Нурия Ирсаева. – Һәр саҡ үҙ эшеңә тоғро булып ҡал. Тоғро булмаһаң, ул һине үҙенә яҡын ебәрмәй”. Йылдар үтте, кәртәләр күп булды. Билдәле сәбәптәр менән дә, билдәһеҙ сәбәптәр менән дә, тигән кеүек. Ауырлыҡтар кисерергә тура килде. Шулай ҙа бер ҡасан да сәнғәтемә хыянат итмәнем. Моңдо, йырҙы бер нисек тә йөрәгеңдән алып ташлап булмай. Профессияңды алыштыр, юлда йөрөргә ярамай, тинеләр. Гастроль эштәре шулай ул – йоҡо ла, ашау ҙа юҡ. Бер туҡтауһыҙ тәгәрмәс өҫтөндәһең. Улар булмаған һаулығыңа өҫтәп зыян итә бит инде. Әммә сәхнә – үҙенә арбаусан, мөғжизәле донъя! Унда бер сыҡҡанһың икән – унан баш тартып булмай. Һин уға яратып, теләп килгәнһең икән, ул һиңә ләззәт бирә! Шунан нисек уны ташлайһың!
Сәнғәт бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләүҙе талап итә. Тауышты ла бер туҡтауһыҙ сарлап торорға кәрәк. Филармонияла Нурия Вәкиловна Басыроваға дәрескә йөрөйбөҙ. Йәш тә үҙенекен итә. Әҙерәк кенә көйләмәһәң, тауыш ултырырға ғына тора. Баланан һуң, декрет отпускыһынан һуң ҡатын-ҡыҙ йырсыға ныҡ ҡыйын. Ауырыу ҙа, операция-фәлән дә тауышҡа йоғонто яһамай ҡалмай. Нурия апайға ныҡ рәхмәтлемен – тауышымды ипкә һалып, көйләп алды.
Һуңғы арала Наил Шәймәрҙәновтың йырҙарын үҙ итәм. “Ауыл көйө”, “Иҙел” кеүек халыҡсан йырҙарҙы репертуарыма алырға тырышам. Композиторҙар менән ул хәтлем тығыҙ бәйләнештә эшләмәйем. Яңыраҡ Хөсәйен Әхмәтовтың йырҙарын ҡарап ултырҙым, үҙемә яраҡлыларын таптым.
Репертуар һайлағанда йәш үҙенекен итә. Тәүҙә бер йырҙарҙа туҡталып ҡарайһың, шунан күпмелер ваҡыттан һуң элек һиңә оҡшамаған йыр оҡшап китә. Әле сәхнәгә сыҡмаған халыҡ йырҙарым күп. Солянка кеүек нәмәлә халыҡ йырын йырлап булмай бит. Башҡаларҙың репертуарына яраҡлашып, эстрада йырҙарын һайлайһың. Иҫән-һау булайыҡ. Йырланаһы йыр йырланыр. Был ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә бер-береңдең ҡәҙерен белеп, яратҡан шөғөлөңдән ҡыуаныс табып йәшәргә насип булһын. Һәр беребеҙҙең үҙ юлы, тормошта үҙ йүнәлеше.
– Рәхмәт, Венера, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн. Һеҙҙе “Шоңҡар” республика йәштәр журналы исеменән күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Сәхнәнән йәм табып, матур ижади ғаиләгеҙҙә бер-берегеҙгә терәк булып, мөхәббәттән илһам алып, йыр-моң тулҡынында тирбәлеп, бәхетле йәшәргә яҙһын!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.