Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Йәмғиәт
6 Мая , 04:24

Булмышына йыһан сере һыйған

Бер айҙан инде йәш бейеүсе яңы таныштары менән бергә Себер тарафтарына оҙайлы гастролдәргә юллана. Артабан – республика райондары һәм ҡалалары, күрше төбәктәр...

Булмышына йыһан сере һыйғанБулмышына йыһан сере һыйған
Булмышына йыһан сере һыйған

Ҡатын-ҡыҙҙың булмышына йыһан сере һыйған, тиҙәр. Маҡсатына ирешер, уй-ниәттәрен ысынбарлыҡ итер өсөн гүзәл затҡа бары тик шул эште яратыр, күңел һалыр ғына кәрәк. Өфө ҡалаһының Нуғай мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ САБИТОВА – быға асыҡ миҫал. Нескә билле, бәләкәй генә буйлы сибәр ҡыҙ булмышына оло талант та, йомшаҡ күңел дә, ҡаты характер ҙа, бар донъяны ҡабындырыр ялҡын да һыйған.

Тормошҡа ашмаған хыял

Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында тыуып үҫкән Гөлназ үҙен белгәндән алып бейеүсе булырға хыяллана. Сәнғәткә тартылыуына ҡулынан гармуны төшмәгән атаһы Самат ағай менән халыҡ һәм эстрада йырҙарын өҙҙөрөп йырлаған әсәһе Венера апай сәбәпсе булғандыр, моғайын. Инглиз телен тәрән өйрәнгән гимназияла белем алыуҙан тыш, ҡыҙ музыка мәктәбенең фольклор бүлеген һәм фортепиано класын тамамлай. Ә бейеү сәнғәтенә Учалы ҡалаһының “Ҡойон” ансамбленең (Силәбелә үткән фестивалгә саҡырылған була улар) сығышын ҡарағандан һуң ғашиҡ була. Шунда Гөлназ үҙенең киләсәген билдәләп ҡуя ла инде. 9-сы класты тамамлау менән ҡыҙ хыялы артынан Учалыға юллана.
– Ул саҡта буйым 146 сантиметр ғына ине. Ә уҡырға инеү өсөн кәмендә 155 булырға тейеш – имтиханға ингәнсе үк буйҙы үлсәйҙәр. Үлсәнгән саҡта һиҙҙермәй генә плинтусҡа баҫтым. Сәстәрем билемдән төшөп тора, комиссия ағзалары алдында “Оҙон сәс” бейеүен башҡарҙым. Һәләтемде, теләгемде күреп уҡырға ҡабул иттеләр. Тик тағы ла кәм тигәндә биш сантиметрға үҫергә тигән шарт ҡуйылды. Нимәләр генә ҡыланып ҡараманым икән ул мәлдә? Махсус күнегеүҙәр эшләнем, күпләп кишер ашай торғайным. Тик Аллаһы Тәғәлә биргәнде үҙгәртеп булмай икән. Уҡыу алдынғыһы инем. Уҡытыусылар ойоштороу һәләтемде күреп, тәүҙән үк курс старостаһы итеп тәғәйенләне. Уҡыуҙан тыш, төрлө саралар үткәреү, һабаҡташтарҙы туплау, уларҙың ҡайһы бер проблемаларын хәл итеү, уҡыу барышын контролдә тотоу кеүек эштәрҙе еңел генә башҡарҙым. Ә бына “Ҡойон” ансамблендә бейергә тигән хыялым тормошҡа ашманы – буйым арҡаһында алманылар. Әхирәттәремдең репетицияға инеп киткәнен ҡарап үҙәктәрем өҙөлгәне һаман да иҫемдә. Илап ҡайтҡан ваҡыттарым да булды. Бер саҡ шулай тиҙ генә репетицияға килеп етергә ҡуштылар. “Талантымды күргәндәр, бейетәләр!” – тип шатлана-шатлана йүгереп барып еттем. Бер бейеүҙең ҡыҫҡа ғына өлөшөндә солист егеттең елкәһенә ултырырға бәләкәй буйлы, еңел кәүҙәле ҡыҙ кәрәк икән. Ризалаштым – ошо кескәй генә сығыш та минең өсөн оло ҡыуаныс ине, – тип ул саҡтарҙы йылмайып хәтерләй Гөлназ Самат ҡыҙы.
Шул мәлдә үк бейеүсе ҡыҙ үҙенең сәхнә балҡытырҙай “йондоҙ” була алмаҫын һиҙемләй. Тик күңелһеҙ уйҙарға урын ҡалмаһын өсөн ваҡытын минутлап тигәндәй бүлеп ҡуя: думбырала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә, хор түңәрәгендә шөғөлләнә. Тағы ла балалар баҡсаһына бейеү уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. “Учалы таланттары” конкурсында уның тәрбиәләнеүселәре 1-се урын яулай. Ошо еңеү уға киләсәккә ҡанат бирә лә инде. Учалы районының мәҙәниәт бүлеге һәләтле студентты концерт-агитация бригадаһына эшкә саҡырғас, ике лә уйлап тормай ризалаша. Ауылдан-ауылға концерт ҡуйып, кешеләр менән аралашып йөрөү Гөлназға оҡшай, арыу-талыу белмәй эшләй. Уҡыу йылдары шулай эш, концерттар, әүҙем тормош менән шаулап-гөрләп үтеп тә китә.
Диплом алған ҡыҙ, баш ҡаланы яуларға, тигән маҡсат менән юлға сыға. Ансамблгә эшкә алмаҫтарын инде аңлай, шуға ла Башҡорт дәүләт филармонияһына килә. Бәләкәй генә буйлы ҡыҙҙың ут сәсрәтеп торған характерлы бейеүҙәрен худсовет ағзалары һоҡланып ҡарай ҙа, әммә эшкә алыуҙан баш тарта. “Иҫ киткес матур бейейһегеҙ, тик беҙгә икенсе Гүзәл Мамина кәрәкмәй”, – тип аңлата улар был ҡарарҙы. Хыялдары селпәрәмә килгән Гөлназ филармониянан үкһеп иларға әҙер генә сыға. Йыраҡ китеп өлгөрмәй – “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” бригадаһы етәксеһе Вәлит Илембәтов ҡыуып етә лә: “Бик һәйбәт артист үҙенең бригадаһына бейеүсе эҙләй ине”, – тип популяр композитор, йырсы Ризуан Хәкимовтың телефон номерын бирә. Бер айҙан инде йәш бейеүсе яңы таныштары менән бергә Себер тарафтарына оҙайлы гастролдәргә юллана. Артабан – республика райондары һәм ҡалалары, күрше төбәктәр...

Көл өҫтөндә гөл үҫтерер гүзәл зат

Аҙ ғына эш хаҡы, ҡуртымға алынған фатир, тормошҡа ашмаған хыял... Күңел төшөнкөлөгөнә бирелерҙәй кеше булһа, Гөлназ Самат ҡыҙы, моғайын, тәүге йылды уҡ барыһына ҡул һелтәп, тыуған ҡалаһына, яҡын кешеләре янына юлланыр ине, моғайын. Ә ул үҙ-үҙенә яңы маҡсаттар ҡуя белә. Башҡорт дәүләт педагогия университетында хореография бүлеге асылыуын белгәс, шунда уҡырға инә. Үҙендәге һәләтте киләсәк быуынға тапшырып була бит!
Гөлназға уҡыу ваҡытында легендар бейеүсе, БДУ-ның данлыҡлы “Ирәндек” ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Екатерина Варламова менән танышыу бәхете тейә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, эшен “Битлек” балалар ижады үҙәгендә дауам иткән. Легендар шәхес үҙе янына эшкә саҡырғас, йәш ҡыҙ шатланып ризалаша. Гөлназдың бөгөнгө тормошона ошо эше күпер һала ла инде: уның балалар менән нисек эшләүен күреп ҡалған Нуғай мәктәбенең ул ваҡыттағы директоры Наталья Иванцова үҙҙәренә эшкә “ҡоҙалай”. Бер аҙҙан балалар баҡсаһына музыкаль етәксе кәрәклеге асыҡлана. Бер йылдан талантлы белгескә мәҙәниәт йортона директор булырға тәҡдим итәләр. Икеләнгән ҡыҙҙы дөйөм ятаҡтан бүлмә бирергә вәғәҙәләп ризалаталар.
22 йәшлек кенә бейеүсе ҡыҙ ул саҡта ниндәй “һөргөнгә” барып эләгеүен күҙ алдына килтерҙеме икән?! 2008 йыл. Ул саҡта Нуғай бәләкәй генә ауыл була. Яңы йорттар ҙа, урамдар ҙа, шаулап йөрөгән йәмәғәт транспорттары ла, шулай уҡ заман мөмкинлектәре лә юҡ. 1966 йылда төҙөлгән иҫке бинаның икһеҙ-сикһеҙ проб­лемаларынан ялҡып, һуңғы ун йылда ете хеҙмәткәр алышынған. Бер генә коллектив та, түңәрәк тә эшләмәй.
Быға тиклем тик ижад ялҡыны менән йәшәгән Гөлназ Самат ҡыҙына тиҙ арала үҙен хужа итеп тойорға, иҫәп-хисап, документ эштәрен өйрәнергә, юридик проблемаларҙы яйға һалырға тура килә. Еңелсә генә ремонт үткәреү өсөн дә оҙон-оҙаҡ сираттарҙа тороу, бер нисә инстанцияны үтеү кәрәклеге лә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Һирәк-һаяҡ йөрөгән автобустарға һуңлап, бер нисә мәртәбә Өфө автовокзалында төн үткәргәндән һуң (полиция хеҙмәткәрҙәре лә шик белдерә башлай), ҡыҙға, бурысҡа инеп, еңел машина алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡар өйөмө кеүек тойолған проблемаларҙы хәл итә-итә нескә күңелле, хис-тойғоларға бай ҡыҙҙан кәрәк саҡта тимерҙәй ҡаты, боҙҙай һалҡын ҡанлы, үҙ һүҙен һүҙ итә белгән ныҡышмал, эшлекле ҡатын барлыҡҡа килә.
Ә төп эше – мәҙәни саралар ойоштороу, клуб эшен йәнләндереү, коллективтар туплау өсөн Гөлназ таланттарҙы ысын мәғәнәһендә өйҙән-өйгә тигәндәй йөрөп эҙләй.
– Нуғайҙа үткән тәүге концерттар минең ижад кисәмде хәтерләтә ине: үҙем йырлайым, бейейем, шиғыр һөйләйем. Уның араһында тамашасыларға уйындар ойоштороп, уларҙы күҙәтәм: кемеһе нимәгә һәләтле? Икенсе юлы уларҙы сығыш яһарға саҡырам, – ти Гөлназ. – Кемеһелер баш тарта, кемеһелер ризалаша, хатта күршеһен йәки әхирәтен эйәртеп алып килә. Бер шулай урам буйлап барғанда бер нисә оло йәштәге рус әбейенең халыҡ йырҙарын ысын хорҙағыса, бер нисә тауышҡа йырлауын ишетеп ҡалдым. Баҡса утап йөрөгән ҡарсыҡтар янына барҙым да: “Инәйҙәр, һеҙгә бындай талант менән сәхнәлә йырларға кәрәк”, – тим. Ҡайҙан килгән әҙәм был тигәндәй, ышанмай ғына ҡарап торҙолар. Шулай ҙа, саҡырыуымды ҡабул итеп, икенсе көндө мәҙәниәт йортона килделәр. Шулай итеп, “Бабье лето” рус вокаль ансамбле барлыҡҡа килде. Артабан башҡорт һәм татар ҡатын-ҡыҙҙарын туплап, “Заман”, “Хазина” фольклор коллективтары эш башланы. Уларҙа 30 йәштән алып 83 йәшкә тиклемге талантлы йырсылар шөғөлләнә. Фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәре яуланылар. “Ғәйшә” бейеү студияһында донъя халыҡтары мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнәбеҙ. Ололар төркөмөндә 60-ты үткән апайҙар ҙа бар. Шулай уҡ бер түгел, ике театр түңәрәге эшләй. Балалар шөғөлләнгән “Арлекино” берекмәһен хеҙмәттәшем Снежанна Ғәлимйәнова етәкләй. Ә мин төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән “Балаган” төркөмө менән эшләйем. 20 йылға яҡын арауыҡта беҙ 15-ләп мюзикл сәхнәләштерҙек, бынан тыш, артистарым барлыҡ байрам сараларын, концерттарҙы театрлаштырылған тамаша кеүек ойошторорға ярҙам итә.
Әлбиттә, барыһы ла яҡшы ғына бармай. Бөгөнгө уңыштарға ирешер өсөн Гөлназ Самат ҡыҙына күҙ йәштәре түгергә лә, үҙенең идеяларын яҡлап, етәкселек менән әрләшергә лә тура килә, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, эштән китергә ғариза яҙған саҡтары ла була. Әммә алға табан яһалған аҙымдар артҡандан-арта барып, Нуғай ауылының мәҙәни тормошо көндән-көн сағыулана бара. Элек клубтың ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәгән кешеләр тәүҙә зал тултырып концерт ҡарарға йөрөһә, хәҙер инде уларҙа үҙҙәре үк ихлас ҡатнаша. Ауылдың ҡайһы бер эшҡыуарҙары бүләктәр алырға аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙән дә баш тартмай.
Шулай уҡ мәҙәниәт усағының матди-техник базаһы ла нығынған. Ансамблдәр эшен яйға һалыу менән Октябрь район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге вәкилдәрен саҡырып, ҙур концерт программаһы күрһәтә йәш етәксе. Бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән таланттарҙы бер генә кешегә туплауы ауыр булыуын аңлайҙар һәм штат берәмеген дүртәүгә арттыралар. Хәҙер инде фольклор ансамблдәр менән махсус белеме булған билдәле йырсылар эшләй. Әйткәндәй, музыкантты ла Гөлназ ысын мәғәнәһендә урамда табып ала: Өфө урамында баянын һуҙған ирҙе күреп, талантына таң ҡала һәм үҙҙәренә эшкә саҡыра.
Баш ҡаланың янында ғына урынлашҡан, бер-бер артлы оло йыйынға тиң байрам саралары ойошторолған мәҙәниәт йортоноң тышҡы ҡиәфәте йәлләү тойғолары уята. Бәләкәй генә залда ҡыҫылышып ултырған тамашасыларҙың өшөй-өшөй концерт ҡарап ултырыуы оло батырлыҡҡа тиң булһа, көнө-төнө тигәндәй шул авария хәлендә тиерлек бинала байрам ойоштороусы хеҙмәткәрҙәр, унда ҡатнашыусы һәүәҫкәр артистар хеҙмәтенә ниндәй генә баһа ҡуйһаң да аҙ булыр кеүек.
– Иң ҙур хыялым – Нуғай ауылында заманса, бөтә уңайлыҡтары булған, иркен сәхнәле, йөҙәрләгән тамашасы һыйҙырырлыҡ мәҙәниәт йорто төҙөү. Мин бит үҙемдең дә, хеҙмәткәрҙәремдең дә, артистарымдың да мөмкинлектәрен яҡшы беләм. Күңелдәге дәрт-дармандың, тынғы бирмәгән идеяларҙың дүрттән бер өлөшө лә тормошҡа ашмай ҡала бит. Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ҡуйған ҡайһы бер талаптар үтәлмәй. Һыу һәм канализация үткәреү өсөн ниндәй хәйләләргә барырға, кемдәр менән айҡашырға тура килгәнен үҙем генә беләм. 25 йәштә ауырлыҡтарға ла, проблемаларға ла бирешмәйһең ул. Әммә 40-ҡа яҡынлай килә тормоштоң үтеүе һиҙелә башлай. Бер үк проблемаларға ҡабат-ҡабат ҡаҡлығып-һуғылып йөрөгәндә, ҡайһы саҡ барыһына ла ҡул һелтәп, күтәрә һуғып сығып китке килә. Ошо эшемде яратмаһам, бөртөкләп йыйған коллективтарым юҡҡа сығыр тип борсолмаһам, күптән киткән булыр инем. Һөнәремә булған оло һөйөү генә күңелемдәге осҡондарға һүнергә бирмәй, тын өрөп тора кеүек, – ти мәҙәниәт йорто директоры.
Ысынлап та, 50 меңләп халҡы булған, һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешкән, йәш ғаиләләр күпләп йорт алған ауыл заман талаптарына яуап биргән мәҙәниәт һарайына лайыҡ түгелме ни? Ең һыҙғанып эшләгән хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләре булыуы үҙе үк күрһәткес бит...

Һәр эшкә өлгөрә

Бейеүсе булырға теләгән Гөлназдың мәҙәниәт йүнәлешенән китеүе осраҡлы түгел кеүек. Тыуған көнө 25 март – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә тап килеүе лә юҡҡа түгелдер. Сәхнә йүнәлешен генә һайлаһа, ниндәй уңыштары булыр ине билдәһеҙ. Ә бында ул көн һайын Нуғай ауылы халҡының рәхмәтен ишетеп, уларҙың тормошон йәмләп йәшәй. Хәйер, бала саҡ хыялын барыбер тормошҡа ашыра Гөлназ – бейеүсе булараҡ Өфө генә түгел, Рәсәй ҡалалары, хатта Истамбул, Пекин, Ҡаһирә сәхнәләрендә сығыш яһай. Тығыҙ, тынғыһыҙ эш графигында яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба. 25 йылға яҡын “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ҡарамағындағы “Дива” этник бейеү студияһы бейеүсеһе ул.
Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы булыуын Гөлназға ҡарап белергә мөмкин. Бер ҡайҙа ла реклама бирмәй, шулай ҙа уның туй һәм юбилей табындарын ойоштороусы, тамада булараҡ даны таралған.
– Бер йылы Мәскәү ҡалаһына ла саҡырҙылар. Шуға ла эшемде яҡшы белгән туғандарым: “Туйҙар үткәреп кенә йөрөһәң, үҙеңә лә тыныс булыр, аҡсаһы ла мулыраҡ сығыр. Ташла клубыңды!” – тиҙәр. Ә аҙаҡ үҙҙәре үк: “Һине Нуғайҙан бәйләп тә алып сығып булмаҫ инде”, – тип көлөп ҡуялар. Ысынлап та, миңә хәҙер был ауыл тыуған яғыма ҡарағанда ла яҡыныраҡ, кешеләре дуҫтарымдай ҡәҙерле. Эшемде нисек яратыуымды һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, – тип йылмая Гөлназ Самат ҡыҙы.
Һөнәреңә һөйөү, тоғролоҡ – күңелгә бәхет тойғоларын бүләк итеүсе хис ул. Ә был һөйөү ике яҡлы булһа, бәхет икеләтә арта. Гөлназ Сабитованың хеҙмәтен Нуғай халҡы ғына түгел, район, ҡала, республика етәкселеге лә лайыҡлы баһалай. Былтыр республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров указы менән уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем бирелде.

Гөлнур БИК.

Автор:
Читайте нас