+10 °С
Облачно


Май байрамдары йәнә һыуыҡ алып килде. Хәйер, күпертеп-шапыртып, халыҡтың ҡотон осороп алдан һөйләнелгән иртә килгән эҫе яҙҙы күрмәнек тә шикелле. Бер нисә көн йылыға туйынып ҡалған инек, йәнә һыуыҡ, әсе еле килеп сыҡты. Күктә йөҙгән ауыр ҡара болоттар ҙа ҡар һыуығын хәтерләтеп тора. Ә иртәгә республиканың ҡайһы бер өлөшөндә алты градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе көтөлә, тиҙәр.