

Улымды әйтәм, врач булам, кешеләрҙе дауалайым, аҡ халат ҡына кейеп йөрөйөм, тип бүстәккә бәләкәйҙән башын ҡатырған. Ул врач булам тип кенә барҙың да уҡырға керҙең түгел икән. Химия, биологияһын һыу кеүек эсергә кәрәк. Уныһына мәктәптә уҡытыусыһы булһа бер хәл. 11-се класта ярты йыл буйы химия уҡытыусыһы булманы. Биологиянан иһә мал духтыры төплө белем бирҙе. Бөтә кеше репетиторҙарға йөрөй тип, уларына әллә күпме аҡса түктек. Ул медҡа былай ғына яҡын барырлыҡ түгел тип целевой направление алып, көскә инеп китһә лә, ярты йылдан кире тып килеп сыҡты. Насар билдә ҡуйған этлекле нәмәләр. Минең улымдың изге теләген аңламаған әҙәмдәр аяҡ салалар. Беләм, беләм, уларға аҡса төртөргә кәрәк. Хәҙер, көтөп торһондар! Тотһондар томшоҡтарына! Врач булыу өсөн һеҙҙең диплом нимәгә хәжәт! Ана, беҙҙең күршенең улы көскә “өскә” һөйрәлеп йөрөһә лә, врачтарыңдан мең артыҡ йәшәй. Әллә ниндәй дарыуҙар һатып йөрөп, сереп байыны ла китте. Хәҙер әптиге лә, балнисы ла, дипломы ла хәжәт түгел икән.
Духтыр тигәс тә, уныһына геүелдәтеп барып кермәй тор әле. Ауырып китереңде алдан белеп торорға тейешһең, сөнки, бына үлеп барам әле, тиеүеңде этем дә ишетмәйәсәк. Әллә ун, әллә егерме көн алдан яҙылырға тейешһең. Бәхетеңдән булып, кәрәкле духтырыңа эләкһәң, ярты сәғәт буйы компьютерға текәлеп ултырып, бер ҡосаҡ дарыу яҙа. Уларын: “Анау урамда фәлән адрес буйынса аптека бар. Мотлаҡ шунан барып ал. Башҡаларҙыҡы килешмәйәсәк”, – тип ҡулыңа бер ҡағыҙ киҫәге тотторор. Ул дарыуҙар ат хаҡы тора. Ә хәҙер яман рәхәткә һалыштыҡ, ул дарыуҙарына боролоп та ҡарамайбыҙ. Беҙҙе шул рәхәткә сығарған, әлеге лә баяғы, ҡытайҙарға ҙур рәхмәт инде. Кейендергән дә, дауалаған да әлдә шулар бар әле. Рәхмәт төшкөрө!
– Уф, атай! Башты ташҡа ғына бәрәйемме икән? Үләм дә ҡуям!
Уҡыуына артына типкәндәренә улым ҡайғырып ҡайтҡайны ла, кәйефен тиҙ күтәрҙем. Ошоларҙы һөйләп биргәс, йөҙө асылып, ҡыуанып китте.
– Ишеттеңме, ҡытайҙар “Канчи” тигән үләндән шәп дарыу уйлап тапҡандар. Шунан яһалған шыйыҡса ауырыуҙы, хатта сихырҙы ҡул менән һыпырып ташлағандай алып ташлай, ти. Ана, телевизорҙан да, радионан да шул дарыу хаҡында көнөнә йөҙ туҡыйҙар. Бына бөгөн дә машинала радионы ҡабыҙыуым булды, теге егет әлеге шәп дарыу хаҡында һөйләй ҙә башланы. “Һәр кем үҙенең һаулығын йәштән хәстәрләргә тейеш. Беҙ арлы-бирле сөскөрөү менән услап дарыу ашай башлайбыҙ. Ә дарыу, үҙегеҙ беләһегеҙ, бер ағзаға саҡ ҡына файҙа килтерһә, бүтәндәрен ныҡ зарарлай. Ә бына шул үләндән эшләнгән дарыу бөтә ергә лә дауа. Тамсы ла зыяны юҡ. Һеҙгә Хоҙай үҙе шул дарыуҙы ебәргән. Үлән тамырынан эшләнгән был дарыу ғәжәп үҙенсәлеккә эйә. Был дарыуҙы “ирҙәр хазинаһы” тип йөрөтәләр. Ул иҫ киткес энергия бүләк итә”... Телевизорҙы ла инде яңылыҡ ҡарайым тип асһаң, әлеге лә баяғы, “Канчи”ҙы маҡтайҙар. Яман шәп, ти бит!
Ошоларҙы һөйләп биргәс, йөҙө асылып, ҡыуанып китте.
– Дөрөҫ әйтәһең, атай, ул диплом өсөн һис ҡайғыраһы түгел. Төкөрҙөм университетына, – тине шатланып. – Ҡуша ҡараһындар шул медтарына! Унда йыйын хаслыҡлы уҡытыусылар йыйылғандыр ул!
Улым өсөн ҡыуанып бөтә алмайым хәҙер. Ул мед тип юҡҡа ғына мейе сереткәнбеҙ. Шул ҡытайҙарҙың бер ергә лә зыян килтермәй торған дарыуы менән халыҡты рәхәтләнеп дауалай хәҙер. Хатта врачтар хәҙер үҙенә күпләп заказ бирә башлаған. Эше бара улымдың. Хоҙайға шөкөр! Шулай булмаһа, Өфөнөң уртаһында шәп фатир һатып ала алыр инеме ни!
Ағаһынан күрмәксе ике улым да уның кеүек врач булмаҡсылар. Бик хуп, бик шәп! Дипломһыҙ ҙа бына тигән врач булып була.