Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Мая , 13:01

Тыуған көнгә генә барған

Ярҙам һораған үҫмерҙең ата-әсәһенә яуап биреүсе булмаған. Парк хужалары болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп маташа. Балаларҙың уйнаған мәле төшөрөлгән видео ла юҡҡа сыҡҡан. 

Тыуған көнгә генә барғанТыуған көнгә генә барған
Тыуған көнгә генә барған

Бәлә аяҡ аҫтында. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ун ике йәшлек Артем С. унынсы майҙа "Гагарин" паркына дуҫының тыуған көнөнә бара. "Вальс" аттракционында уйнарға әҙерләнгәс, оператор Артемдың икенсе урынға күсеп ултырыуын һорай. Тик ул күрһәткән урынға үҫмер барып етә алмай ҡала. Аттракцион эшләй башлай.  Аттракционды болгарка менән ҡырҡып ҡыҫылған баланы алырға тура килә. Ун өсөнсө майҙа Артемды санавиация менән Өфөгә килтерәләр. Аяғының ике бармағы өҙөлгән, умыртҡа һөйәге һынған һәм тағы ла күп төрлө тән йәрәхәттәре алған үҫмерҙең ғүмере өсөн бөгөн табиптар көрәшә.

Үҫмер бәләгә тарығандан һуң, ата-әсәһе парк хужаларынан, ҡала хакимиәтенән ярҙам һорап ҡарай. Тик ярҙам итеүсе табылмай. Етмәһә, балалар уйнаған мәлде төшөргән видео ла үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡҡан. Был ваҡиға тураһында тикшереү эштәре башланған. Әммә парк элеккесә эшләүен дауам итә, яңы аттракцион да килтергәндәр. 

 

Фото интернеттан алынды. 

Тыуған көнгә генә барған
Тыуған көнгә генә барған
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас