+18 °С
Облачно


Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй олимпиадаһында юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларҙы бүләкләне.
Республика Башлығы ҡулынан дәүләт наградалары алыусылар араһында Күгәрсен уҡыусылары ла бар: М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Иҙел Исҡужин менән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Артур Айытҡолов республика Башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Егеттәрҙе оло бүләге менән ҡотлайбыҙ!
Фото: "Мораҙым" гәзите