Шоңҡар
+12 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Мая , 17:00

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете”

28 һәм 29 майҙа Өфөләге «Торатау» конгресс-холында VI «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтәсәк. Был уникаль хәйриә проекты алтынсы йыл инде Рәсәйҙең төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә. Ҡунаҡтарҙы ике көнлөк лекциялар, дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар һәм сағыу мәҙәни саралар көтә.

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете”“Ҡатын-ҡыҙ бәхете”
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете”

28 һәм 29 майҙа Өфөләге «Торатау» конгресс-холында VI «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтәсәк. Был уникаль хәйриә проекты алтынсы йыл инде Рәсәйҙең төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә. Ҡунаҡтарҙы ике көнлөк лекциялар, дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар һәм сағыу мәҙәни саралар көтә.

Сараға киләсәк ҡунаҡтар: театр, кино, телевидение актёры, театр режиссёры, сценарист, кинопродюсер Сергей Безруков, психология докторы, «SKILLFOLIO» компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Виктория Шиманская, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, телетапшырыуҙар алып барыусы Марина Ким, «Хорев» медицина үҙәгенең баш табибы, «Сикһеҙ табиптар» ойошмаһы президенты Роман Барак (Израиль), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, совет һәм Рәсәй эстрада артисы, актёр Карен Аванесян, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, театр, кино һәм телевидение актёры, театр һәм кино режиссёры Андрей Соколов, Әзербайжан Республикаһының атҡаҙанған артисы Этери Джафарова, Милли Мәжлес мәҙәниәт комитеты рәйесе, Әзербайжан Республикаһының, Башҡортостан Республикаһының, Үзбәкстан Республикаһының, Төркмәнстандың халыҡ артисы, профессор Полад Бюль-бюль оглы, Шопен исемендәге халыҡ-ара йәш пианистар конкурсы лауреаты, «Эмми» премияһы лауреаты Лола Астанова (АҠШ) һәм башҡалар.

Быйылғы «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» сәнғәт темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүләсәк.

28 май, беренсе көн, стратегияға, лидерлыҡҡа, хәйриәгә һәм киләсәк тураһында асыҡ диалогҡа арналасаҡ. Концерт залында педагогтар, психологтар, мәғариф өлкәһе белгестәре өсөн психология докторы Виктория Шиманскаяның «Ҡурҡыныс зонаһындағы балалар: ата-әсәләр нисек хәүефте бәлә килгәнгә тиклем күрә ала?» тигән лекторийы, шулай уҡ депутат Андрей Исаев, телетапшырыуҙар алып барыусы Юлия Барановская һәм мода тарихсыһы, сәнғәт белгесе Анатоль Вовк ҡатнашлығындағы «Сәнғәт һәм сәйәсәт» эксперт майҙансығы үтәсәк.

29 май, икенсе көн, һаулыҡ, ғаилә, психология һәм эске гармонияға йүнәлтелгән. Көн тәртибен концерт залында психолог-консультант Владимир Хмыровтың «Улар оҙон һәм бәхетле йәшәнеләр. 21-се быуатта оҙайлы мөнәсәбәттәрҙе нимәгә ҡорорға» тигән лекцияһы башлап ебәрәсәк. Бында шулай уҡ Гөлназ Фәттәхова («Бәхетле булыу сәнғәте») һәм Лилиә Ҡурамшина («Һөйләү сәнғәте») сығыш яһаясаҡ. Параллель рәүештә төп медицина майҙандары эшләйәсәк: Израилдән һәм Рәсәй табиптарының «Сәләмәт булыу сәнғәте» (модераторы – табип-терапевт, кардиолог, медицина фәндәре кандидаты, «Беренсе линия» longevity-курортының баш табибы Анна Ратникова), башҡа саралар.

 Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-05-21/ufa-vnov-stanet-territoriey-zhenskogo-schastya-4694587

Рәшит Кәлимуллин

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас