+20 °С
Облачно


"Ваҡыт берәүҙе лә аямай, тигәндәре шулдыр инде. Бынау бәрәңгене былтыр ҡаҙып алғанда йәш кенә, матур ғына ине... Әле тағы килеп сыҡты. Һаҡал үҫтергән, мыйыҡ ебәргән. Күҙҙәре күгәргән, битен йыйырсыҡтар баҫҡан. Хас ҡарт кеше инде. Йәлләмәйсә нисек ашайһың, үҙ үлеме менән үлгәнсе сереп ятыр инде", - тип яҙа Архангел районынан Зимфира Ғафарова.
Дуҫтар! Ҡыҙыу баҡса эштәре менән булышҡан мәлдә һеҙҙең дә былтырғы йәшелсә, емеш-еләктәрҙең тарихы булһа яҙығыҙ.