

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл Халыҡ-ара "Китап-Байрам"ы йәрминкәһе республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә үтәсәк.
"Был яңылыҡты шатланып ҡабул иттек һәм алдан әҙерлек эштәре башланыҡ. Өс көн дауамында төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. Тәүге көндө "Әҙәби калейдоскоп" һәм "Минең ҙур һәм татыу ғаиләм" тигән саралар уҙғарыу ҡаралған. Иртәгәһенә "Мағаш тауышы" ағзалары менән осрашасаҡбыҙ. Ә утыҙынсы майҙа район һабантуйында әҙәби күргәҙмә буласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ, әҙәби кафе ойоштороласаҡ", - ти Ғафури районының үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй, бөгөн Халыҡ-ара китапханасылар көнө билдәләнә. Һөнәри байрамығыҙ менән әҙәбиәт һағында тороусылар! Китап уҡыусыларығыҙ күп булһын!