+17 °С
Облачно


Башҡортостан тәбиғәте берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Көндәр йылы, ҡояшлы торғанда һәр кем тәбиғәт ҡосағына атлығып ҡына торалыр. Башҡортостанда белем алыусы Һиндостан студенттары ла бындай мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып Айғыр ҡаяһына менәләр. Тик ваҡытты дөрөҫ планлаштырмайҙар һәм ҡараңғыла үҙ аллы ғына ҡайтыр юлды тапмаҫтарын аңлайҙар. Ҡотҡарыусыларҙың ваҡытында улар янына барып етеүе арҡаһында өс студенттың сәйәхәте имен-һау тамамланған.
Дуҫтар! Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмағыҙ! Һәр сәйәхәтебеҙ матур булып хәтерҙә ҡалһын өсөн үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Фото интернеттан алынды.