+15 °С
Облачно


Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәге, 62-се башҡорт балалар баҡсаһы менән берлектә, Халыҡ-ара "Китап-Байрам"ы йәрминкәһен асып ебәргән. Китапхана хеҙмәткәрҙәре уларға "Донъя халыҡтарының әкиәттәре" тигән сара уҙғарған. Балалар әкиәт жанры аша яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше хаҡында белгән, төрлө халыҡтарҙың йолалары менән танышҡан. Викторина һорауҙарына яуаптар биргән, әкиәт геройҙарын таныу буйынса ярышҡан. Китапханасылар башҡорт халыҡ әкиәттәре тураһында ла ентекләп һөйләгән. Башҡорт халыҡ ижадына, әҙәбиәткә һөйөүҙе бала бәләкәй сағынан тәрбиәләгәндә киләсәктә илһөйәр, телһөйәр быуын үҫер.