

Түлһеҙлек темаһына ҡағылғанда, ғәҙәттә, күҙ алдына ҡатын-ҡыҙ килеп баҫа. Ниңәлер был диагноз гүзәл заттарға ғына хас һымаҡ. Шуғамы икән, ир-аттар проблема уларҙа ла булыуы ихтимал икәнен танырға ашыҡмай: “Минең барыһы ла яҡшы, бер ерем дә ауыртмай”, — тип, табиптарға бара һалмай. Ирҙәр түлһеҙлеге — хөкөм түгел, тиҙәр белгестәр. Ваҡытында дауаланған осраҡта һәр кеше атай булыу бәхетен кисерә аласаҡ.
Ирҙәр түлһеҙлеге тураһындағы һорауҙарға Өфө ҡалаһынан уролог-андролог Тарас Васильевич РЯБУХА яуап бирҙе.
— Нимә ул ирҙәр түлһеҙлеге? Был ауырыуҙың сәбәбе ниндәй?
— Парҙың йыл дауамында һаҡланмай енси тормош менән йәшәп тә, ҡатын-ҡыҙҙың балаға уҙмауын түлһеҙлек тип атайҙар. Үкенескә ҡаршы, проблема көнүҙәк. Парҙарҙың 15 проценты ошо ауырыу менән ыҙалай. Йыл һайын был күрһәткес үҫә генә бара.
Түлһеҙлек, тәү сиратта, парға ҡағылһа ла, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр түлһеҙлеген айыралар. Ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы менән гинеколог шөғөлләнһә, ирҙәрҙеке менән — уролог-андрологтар.
Орлоҡ шыйыҡсаһының (эякуляттың) параметрҙары тейешле сиктәрҙән түбән төшһә, ирҙәр түлһеҙлеге йәки инфертиллектең ирҙәр факторы (Male infertility) тураһында һүҙ йөрөтөргә була.
— Нимә йәки ниндәй ауырыуҙар ирҙәр түлһеҙлегенә килтерә?
— Сәбәптәре күп. Бында нәҫел ауырыуҙары ла (мәҫәлән, Кляйнфельтер синдромы — ир ике Х-хромосома һәм бер Ү-хромосома менән тыуа, Кальман синдромы, Картагенер синдромы, муковисцидоз), тышҡы антропоген факторҙар ҙа (ауыр металдар һәм химикаттар менән ағыуланыу, зарарлы производствола эшләү, ионлаулы нурланыш), тормош рәүеше лә (мәҫәлән, күкәйҙәрҙең даими тирләп бешеүе, алкоголь эсеү, наркотиктар ҡулланыу, һимереү), ауырыуҙар ҙа (енси юл аша бирелгән инфекциялар, күкәйҙең йәрәхәте, енси ағзаларға операция эшләү, варикоцеле) роль уйнай. 30 процент осраҡта сәбәптәрен билдәләп булмай. Был хәлдә түлһеҙлек идиопатик тип атала.
— Симптомдары буламы? Түлһеҙлекте нисә йәштән асыҡларға мөмкин?
— Айырым, үҙенә генә хас симптомдары юҡ. Парҙың йыл дауамында ауырға ҡала алмауы — табипҡа күренергә этәргес. Шуға ҡарамаҫтан, артабан түлһеҙлеккә килтергән ҡайһы бер ауырыуҙарҙың симптомдарын ир-егеттәр алдан тоя ала. Мәҫәлән, тоҡса, күкәй тирәһендә ауыртыуҙар, кесе ярау иткәндә һыҙланыу. Ошоноң кеүек үҙгәрештәр тойолһа, мотлаҡ табиптарға күренергә кәрәк.
Ир инфертиллеге тигән диагноз, ғәҙәттә, ир-егет ғаилә ҡорғандан һуң ҡуйыла. Шуға ла беҙҙең пациенттар 25—34 йәштәрҙә. Әммә ир фертиллеген тәүге тапҡыр 18 йәше тулғас та тикшерергә була. Был йәш юридик аспектҡа бәйле. Ошо осорҙа эякулятты тапшырғас, тейешле әҙерлектән һуң, спермограмманың анализы яһала.
Был мотлаҡ тип иҫәпләнмәһә лә, минеңсә, 18 — 19 йәше тулған һәр егеткә ошо анализдарҙы тапшырырға кәрәк. Беренсенән, орлоҡ шыйыҡсаһының параметрҙары түбәнәйеүен алдан диагностикаларға һәм дауаларға мөмкин. Икенсенән, физик формаһы һәм һаулығы яҡшы саҡта алынған параметрҙарҙы артабанғы һөҙөмтәләр менән сағыштырып буласаҡ.
Спермаграмманан ҡайһы берәүҙәргә төптәнерәк тикшеренеү кәрәклеге лә күренә. Уға сперматозоидтар ДНК-һы фрагментацияһының кимәлен асыҡлау, енси ағзаларҙы ультратауыш ярҙамында ҡарау, енси юл менән бирелгән инфекцияларға тикшеренеү һәм башҡа күп төрлө анализдар инә.
— Ирҙәр фертиллегенә тормош рәүеше ниндәй йоғонто яһай?
— Тормош рәүеше туранан-тура фертиллеккә йоғонто яһай. Ирҙәр түлһеҙлеге сәбәптәрендә ул беренсе урында тора. Ҡайһы бер факторҙар тураһында әйтеп үттем инде. Бында тағы ла көнкүреш ғәҙәттәр, туҡланыу, йәшәү урыны, ҡайһы бер производстволарҙа эшләүҙе өҫтәп китергә була. Һәр бер факторҙы айырым атау әллә нисә битте аласаҡ. Әммә иғтибарҙы айырыуса шунда йүнәлтер инем: саманан тыш ашау, алиментар (ашаныу арҡаһында) һимереү, гиподинамия (физик хәрәкәт етмәүҙән мускулдарҙың хәлһеҙләнеүе) һәм ултыраҡ, офис эше, актив һәм пассив тәмәке тартыу, алкоголь эсеү, электромагнитлы нурланыу, мускулдарҙы ҙурайтыу өсөн тестостерон дарыуҙарын ҡулланыу — түлһеҙлеккә тура юл.
— Һыуыҡҡа ултырырға ярамай тигәндәре дөрөҫмө әллә мифмы?
— Дөйөм алғанда, был миф түгел. Һыуыҡҡа ултырыу уңайһыҙ булыуынан тыш, бәләкәй таз өлкәһен бер тапҡыр ныҡ өшөтөү ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ирҙәрҙә лә урындағы иммунитет кәмеүенә һәм аҫҡы һейҙек юлдары ауырыуҙарына — циститҡа һәм простатитҡа килтерә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, һуң башланған йәки дөрөҫ булмаған дауалау арҡаһында, был ауырыуҙар эргәһендә урынлашҡан енси ағзаларға ла барып етеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә түлһеҙлек диагнозы ҡуйыла.
Шулай уҡ даими, әммә саҡ ҡына өшөүҙәрҙең дә эҙемтәләре тынысландырырлыҡ түгел. Мәҫәлән, автомойка хеҙмәткәрҙәре йәки ҡышҡыһын балыҡ тоторға яратыусылар ҡурҡыныс аҫтында.
— Нимә йышыраҡ осрай: ирҙәр түлһеҙлегеме әллә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡымы?
— Ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да инфертиллеге яҡынса бер тигеҙ осрай. Парҙарҙа ирҙәр түлһеҙлеге — 35—50, ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлеге — 35—50, икеһе лә түлһеҙ булыу 20—30 процент осраҡта була. Мин ғаилә медицинаһы клиникаһында эшләгәс, приемға килеүсе ирҙәр араһында түлһеҙлек диагнозы яртыһына ҡуйыла.
— Импотенция һәм түлһеҙлек — бер үк ауырыумы?
— Юҡ. Был ике төрлө диагноз, әммә түлһеҙлек импотенцияның эҙемтәһе була ала. Түлһеҙлек — балаға уҙмау, ә импотенция — тулы енси акт үткәрә алмау. Билдәле, был ауырыуҙарҙы дауалау төрлөсә.
— Түлһеҙлектең сәбәптәрен белер өсөн ниндәй белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк?
— Бер йыл дауамында балаға уҙа алмаһа, ҡатын-ҡыҙға гинекологка йә репродуктологка барырға кәрәк, ә ирҙәргә — уролог-андрологкка. Түлһеҙ парҙарҙы дауалаусы белгестәр йыш ҡына үҙ-ара аралашып эш итә, шулай уҡ эмбриологтарға ла мөрәжәғәт итәләр. Бындай бәйләнештәр, лаборатория диагностикаһы саралары менән тәьмин итеү түлһеҙлекте дауалауҙың махсус үҙәктәрендә булдырыла.
— Ирҙәр түлһеҙлеген дауалап буламы? Ул уңышлы үтһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
— Әлбиттә, ирҙәр түлһеҙлеген дауалап була. Ғәҙәттә, уңыш, башҡа осраҡтарҙағы кеүек үк, дауалауҙы башлау срогынан тора.
Дөйөм алғанда, дауалау методтарын консервативҡа (дарыу һәм уколдар ярҙамында) һәм оперативҡа (операциялар) бүлергә мөмкин. Иң тәүҙә тормош рәүеше факторҙарынан башларға кәрәк: тартыуҙы һәм алкоголде ташлау, тән ауырлығын — нормаға, физик хәрәкәтте, енси тормошто рәткә килтереү. Дауалауҙың һөҙөмтәһе ирҙең теләгенән дә тора. Бер минутлыҡ “ләззәттәрҙән” баш тартып тороп, атайлыҡ бәхетен кисерергә әҙерме икән ул?
Консерватив дауалау ваҡыты— дарыуҙар эсеү курсы — табылған патологиянан тора. Курс инфекцияларҙы дауалағанда — 10 көндән алып, сперматозоидтарҙың һаны һәм сифаты үҙгәргән осраҡта бер нисә айға тиклем (3—6) һуҙыла. Ҡайһы бер түлһеҙлеккә килтергән ауырыуҙар, мәҫәлән, варикоцеле — күкәй тирәһендә тамырҙар ҙурайыуы — операция ярҙамында ғына дауалана. Ҡыҫҡаһы, схемалары бик күп, һанап бөтөрлөк түгел. Белгес иң ҡулайлыһын һәм пациентҡа тап килгәнен һайлап эш итәсәк.
— ЭКО — түлһеҙлектән ҡотолоу юлымы?
— ЭКО – эсктракорпораль аталандырыу — ярҙам итеүсе репродуктив технологияларға (ЯИРТ) ҡарай. Ул түлһеҙлекте еңеп сығыу юлының береһе. ЭКО ярҙамында тыуған беренсе бала, Луиза Браун, 1978 йылғы. Ул хәҙер инде үҙе әсәй. Әйткәндәй, балаға Луиза тәбиғи юл менән уҙған. Хәҙерге көндә ЯИРТ-тың һөҙөмтәлерәк методтары барлыҡҡа килде — ICSI, PICSI һәм башҡалар. Уларҙы ҡулланыу һау-сәләмәт бала тыуыуының ихтималлығын арттыра.
Әммә парҙарға шуны оноторға ярамай: теләһә ниндәй технология ҡулланыуҙың уңышы күп кенә факторҙарҙан тора. Шул иҫәптән, ғаилә парының ЯИРТ-ға әҙерләнеү юлы. Был бит бер тапҡырлыҡ ҡына эш түгел. Табиптар саҡырған көндө килеп, эякулят тапшырып, ҡайтып китеп кенә булмай. Ентекле һәм дөрөҫ әҙерләнәһең, махсус дарыуҙарҙы ҡалдырмай эсәһең, табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалаһың икән, ябай булмаған процестың аҙағы уңышлы буласаҡ, түлһеҙлек еңеп сығыласаҡ.
— Хыялланып та, бала таба алмаған парҙарға нимә кәңәш итәһегеҙ?
— Тәү сиратта, өмөттәрен юғалтмаҫҡа кәңәш итәм. Дауаланыу теләгән һөҙөмтә килтермәһә лә, ЯИРТ уңышлы үтмәһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәһендәр ине. Һәм, әлбиттә, ярҙамды квалификациялы, тәжрибәле белгестәрҙән, махсус үҙәктәрҙән алырға кәрәк.
Үҙемдең практиканан ике миҫал килтерәйем. Улар иң ауыр осраҡта ла уңышҡа ирешергә мөмкин икәнен күрһәтә.
Беренсе миҫал. 18 йыл бергә булған пар 10-дан ашыу (!) уңышһыҙ ЯИРТ циклын үткәс кенә, ниһайәт, бәпесле булды. Күп тә үтмәй, икенсе бала тураһында уйлай башланылар. Тик был юлы ЯИРТ циклы уңышһыҙ үтте. Ике йылдан һуң, ирле-ҡатынлы 40 йәштән уҙғас, икенсе бала тураһында хыялдарын оноттолар. Әммә тап шул мәлдә ҡатын тәбиғи юл менән ауырға ҡалды. Шундай мөғжизәләр ҙә осрай!
Икенсе миҫал. 33 йәшлек ир мөрәжәғәт итте. Уның бик ҡатмарлы ауырыу тарихы. Бәләкәй саҡта күкәйе тоҡсаһына төшмәгәнлектән кисерелгән операциялары бар. Шунан күкәйҙең яман шешен дауалай. Бынан һуң гормондары боҙолоуы арҡаһында азоосперма – эякулятта спермотозоидтар булмауы — асыҡлана.
Беҙгә сперматозоидтарҙы алыу буйынса операция — күкәй биопсияһы эшләргә тура килде. Был операция уңышлы үтте. Алынған сперматозоидтар ЯИРТ циклында ҡулланылды. Бына бит, күпме генә процедуралар аша үтһә лә, атай булыу бәхете тейҙе ул егеткә! Шуға ла белгестәрҙән, табиптарҙан, үҙеңдең проблемаларыңдан ҡурҡмай, махсус үҙәктәргә барырға, ауырыу менән көрәшергә кәрәк!
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Тарас Васильевич!
Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/medium-shot-couple-with-pregnancy-test_23442429