Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
29 Мая , 10:22

Ҡымыҙ сере

Бер бейәнән көнөнә 5 литр тирәһе һөт сыға. Эсемлеккә сит-ят еҫтәр һеңмәһен өсөн ағас көбөгә ҡоялар.

Ҡымыҙ сереҠымыҙ сере
Ҡымыҙ сере

Башҡорт милли эсемлеге борон замандарҙан үҙенең шифалы үҙенсәлектәре менән билдәле булған. Файҙаһы һанап бөткөһөҙ! Аш һеңдереү системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, витаминдар һәм минералдарға бай. Унда һыйыр һөтөнә ҡарағанда вита­миндар ун тапҡырға күберәк. Фер­мент­тар һәм микро­эле­менттар күп төрлө. Ашҡаҙан сирҙәрен, туберкулезды дауалағанда ҡулланыла, имму­нитетты нығыта. Соста­вында кальций һәм фосфор булыуы тештәрҙе һаҡлауға һәм һөйәктәрҙе нығытыуға булыш­лыҡ итә. Нервыларҙы тыныс­ландыра, хәтергә, иғти­барға, аң эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай. Хатта яман шеште иҫкәртеү йәһәтенән дә өлөшөн онотмау мөһим.

Ҡымыҙҙы балалар өсөн тәғәйенләнгән ризыҡтарҙа ла ҡулланалар, сөнки ундағы аҡһымдар тиҙерәк һәм яҡшыраҡ һеңдерелә. Ҡымыҙ менән дауалауҙы һүрәтләгән тәүге табип Н. В. Постников булған. Өс һүҙҙә ул ҡымыҙҙың кешегә ыңғай йоғонтоһон аңлатып бирә: туҡландыра, нығыта, яңырта.
Ҡымыҙ менән дауалау фәнни нигеҙгә таяна, ә боронғо эсемлектең шифалы үҙенсәлектәре клиник һынауҙар менән иҫбатлана.
Ҡымыҙ – әсетелгән һөт эсемлеге. Уны етештереүе еңелдән түгел. Бейәне йыш-йыш һауып алалар. Бер бейәнән көнөнә 5 литр тирәһе һөт сыға. Эсемлеккә сит-ят еҫтәр һеңмәһен өсөн ағас көбөгә ҡоялар. Шунан һуң кисәге ҡымыҙҙы әсетке итеп ҡушалар ҙа сәғәт буйы бешәләр. Артабан, быяла һауыттарға һалып ултыртҡандан һуң, эсемлек әсей башлай.
Ҡымыҙҙың шифалы үҙенсәлектәре бейә һөтөндәге файҙалы матдәләрҙән тыш, әсетеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы ферменттарға бәйле. Ҡымыҙ әсегән саҡта аҡһым, май, һөт шәкәре еңел һеңдерелә торған матдәләргә – һөт кислотаһына, этил спиртына, углекислы газға әүерелә. Әсетеү һөҙөмтәһендә үҙенсәлекле тәмгә эйә әскелтем шәрбәт эсемлек килеп сыға.
Ҡымыҙ тәме һәр төбәктә үҙенсә, барыһы ла урындағы тәбиғәт шарттарына, үҫемлек төрлөлөгөнә һәм әҙерләү ҡағиҙәләренә бәйле. Һауытҡа ҡойолғандан һуң ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡыты 48 сәғәт тәшкил итә. Һыуытҡыстарҙа ҡымыҙ оҙағыраҡ һаҡлана, әммә был осраҡта ул ҡеүәтлерәк була.
Башҡортостан элек-электән ҡымыҙ етештереү һәм ҡымыҙ менән дауалау төбәге булараҡ билдәле. Күренекле әҙиптәр Антон Чехов, Сергей Аксаков, Лев Толстой, Марина Цветаева башҡорт төпкөлөндә ҡымыҙ менән дауаланыуҙары тураһында яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған. Башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина ла был шифалы эсемлек менән дауаланған. “Яҙын, ҡара тупраҡлы дала йәш, һутлы, хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас, барлыҡ йәйләүҙәрҙә ҡымыҙ бешеү башлана. Барыһы ла, ҡымыҙҙы эсә алған һәр кем, имсәк балаһынан алып бәлтерәгән ҡартҡа тиклем, баштары әйләнгәнсе ошо шифалы, бәрәкәтле баһадирҙар эсемлеген эсә, һәм ни ғәжәп, һыуыҡ ҡыштан ҡалған сирҙәр, ҡартлыҡ һыҙланыуҙары юғала, һурылып ҡалған йөҙҙәр, аҡһыл биттәр алһыулана”, – тип яҙған С. Т. Аксаков үҙенең “Ғаилә йылъяҙмаһында”.
1843 йылда Владимир Даль былай тип яҙа: “Ҡымыҙ күсмә халыҡтарҙың төп аҙығы һәм кинәнес сығанағы булып тора. Ул һыуһынды ҡандыра, асығыуҙы бөтөрә һәм үҙенсәлекле көрлөк бирә. Ҡымыҙ бер ҡасан да ашҡаҙанды таштырмай, уны күпме теләйһең, шул күләмдә эсергә була. Ҡымыҙ – балалар аҙығы кеүек еңел үҙләштерелгән, туҡлыҡ талап иткән сирҙәргә дауа. Шифаһы бер аҙнанан йәки унан да әҙерәк осорҙа һиҙелә.Үҙеңде көр, һау тояһың, иркен тын алаһың, йөҙҙөң төҫө яҡшыра”. Бөйөк яҙыусы Лев Толстой ҡымыҙ менән һаулығын нығытып алғас, был ғәжәп эсемлекте көн дә татыр өсөн, башҡорт ауылдары янында ер һатып ала. “Һуғыш һәм солох” романын тап ҡымыҙ эсеп ял иткән саҡтарында яҙа башлаған тигән фараз да йәшәй. Ҡымыҙ менән үҙебеҙҙең яҙыусылар ғына дауаланмаған, милли эсемлектең даны сит тарафтарға ла таралған. Хатта сит илдән килеп уның шифаһын күреүселәр булған.
Ял итеү өсөн торлаҡ табыу буйынса сервис tvil.ru социаль селтәрҙәрҙә һорау алыу ойошторған. Ул халыҡтан ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн ҡайҙа барырҙар ине тип ҡыҙыҡһына. Яуаптар буйынса Башҡортостан лидер булып тора. Асыҡланыуынса, 41% турист беҙҙең республикаға ҡымыҙҙан ауыҙ итеү, милли ризыҡтарыбыҙҙы татып, тирмәләрҙә йәшәп ҡарау ниәте менән килә. Икенсе урында Ҡалмыҡ төбәге торһа, өсөнсө урынды Татарстан биләй.
Йәнә шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса – беренсе, ә йылҡы малы иҫәбе йәһәтенән икенсе урынды алған. Ауыл хужалығы етештереүселәре йылҡы итен һәм ҡымыҙҙы сауҙа, социаль һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына тапшыра. Тармаҡ артабан да үҫешһен, милли йолалар һаҡланып ҡалһын өсөн, “Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһы эшләй. Йылҡы малы тотоп, бейә һауып үҙебеҙҙең боронғо кәсепкә тотонған замандаштарыбыҙ артыуы ҡыуандыра. Магазиндарҙағы газлы эсемлектәр урынына милли эсемлегебеҙҙе һайлау һау-сәләмәт киләсәк ҡорорға ярҙам итер ине. Ҡымыҙҙың туристар йәлеп итеүе лә отошло. Аҡсалы ла, һау ҙа булһын башҡорт халҡы.
Данлайыҡ, ҡулланайыҡ, күберәк һөйләйек милли эсемлегебеҙ хаҡында!

Айлина КИЛДЕБАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас