

"Үлеү" тарихы 2006 йылдарҙа башлана. Бынан егерме йыл элек Валентина тигән ҡатын әсәй була. Әммә бәйһеҙ тормош алып барыуы арҡаһында ул улын тәрбиәләй алмай. Сабыйҙы биологик атаһына һәм үгәй әсәй ҡулына тапшыра ла, ҡойроғон һыртҡа һала. Әлбиттә, ошо ваҡыт арауығында ул улының барлығы тураһында, уға ярҙам итергә кәрәклеге хаҡында уйлап та бирмәй. Әммә бер ваҡыт эшкә урынлашып, кешесә йәшәргә теләге барлыҡҡа килә. Тик алты йыл элек "үлгән" кешене эшкә алырға теләүселәр табылмай. Баҡһаң, 2013 йылдарҙа уртаҡ балалары булған атай кеше уның юғалыуы тураһында полицияға хәбәр итә. Ә бер нисә йылдан һуң ул үлгән тип иҫәпләнә.
Берәҙәк тормош алып барған ҡатынға ҡабаттан "терелеү" өсөн суд юлын тапарға тура киләсәк.
Фото интернеттан алынды.