Шоңҡар
+14 °С
Ясно
Йәмғиәт
9 Июня , 14:15

Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?

 Йәнә БашРТС-тың эшенә лә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп.

Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?
Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?

Юлдар беҙҙә һәр миҙгелдә лә иң актуаль темаларҙың береһе булып ҡала. Йыш ҡына: “Ҡайҙа юл бөтә, шунда тыуған яҡтар башлана”, - тип шаяртабыҙ. Яҙын-көҙөн маршрут автобустары батып ултырған осраҡтар ҙа булғылай. Шул уҡ ваҡытта соҡор-саҡырлы, һикәлтәле юлдарҙы ҡала урамдарында ла йыш осратырға тура килә.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы соҡорҙарҙы ремонтлауҙы тиҙләтеүҙе талап итте. Өфө ҡалаһының бер нисә районы, Нефтекама, Туймазы, Белорет, Ишембай райондарынан юлдарҙың төҙөкһөҙлөгө хаҡында ялыуҙар күп килә икән. “Ихата” программаһына ярашлы эштәрҙең дә аҡһауы күҙәтелә. Йәмәғәт урындарын йыйыштырырға, ҡороған ағастарҙы йыйырға, билгә тиклем үҫкән үләнде сабырға ла күп осраҡта өлгөрмәйҙәр.

Йәнә БашРТС-тың эшенә лә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп. Йылы һыуҙы һүндереп эшләнгән ремонт аҙнанан артып китә. Көндәр буйы һыуһыҙ ултырған осраҡтар ҙа була.

Фото интернеттан алынды. 

Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?
Һеҙҙең яҡта юлдар нисек?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас