Шоңҡар
+14 °С
Ясно
Йәмғиәт
9 Июня , 09:42

Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы

“Урал батыр” эпосы көнөндә республиканың һәр төбәгендә был көн айырыуса матур, файҙалы үтте. Стәрлетамаҡтар ҙа был саранан ситтә ҡалманы.

Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символыҺомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы
Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы

Быйыл икенсе тапҡыр республика “Урал батыр” эпосы көнө уҙғарыла. Мәшһүр халыҡ ижадының был әҫәренә иғтибар йылдан-йыл артыуы һөйөнөслө күренеш.  Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла Мәрйәм Бураҡаева программаһы буйынса төҙөлгән берҙән-бер башҡорт лагеры “Йәйләү” эшләй. Каникулдарының тәүге көндәрен бында үткәреүсе уҡыусылар ҙа “Урал батыр” эпосы менән танышты. Башта улар оригами техникаһын ҡулланып “Урал батыр" эпосында ҡоштар батшаһы Самрау менән күк гүзәле Ҡояштың аҡҡош ҡиәфәтенә ингән ҡыҙҙары Һомайҙы эшләне. Һуңынан А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгенә барып унда китапханаса апайҙар үткәргән “Урал батыр эҙҙәре”  тигән викторинала ҡатнашты.

Баланың күңеленә тыуған илгә, телгә, мәҙәниәткә, халыҡ ижадына, әҙәбиәткә һөйөү орлоҡтарын һалыу өсөн көн дә ниндәйҙер файҙалы эштәрҙе бергәләп башҡарырға кәрәк.   Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла Мәрйәм Бураҡаева программаһы буйынса төҙөлгән берҙән-бер башҡорт лагеры “Йәйләү”ҙә эшләгән һәр уҡытыусы, тәрбиәсе быны яҡшы аңлай һәм көн дә файҙалы, кәрәкле, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған бер сара үткәрәләр.

Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы
Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас