

Хөрмәтле журнал уҡыусылар! “Шәрифә” повесы һеҙҙең күңелгә хуш килгәндер, тип ышанабыҙ. Әҫәрҙең авторы – Гөлдәр Ғәбитова (Хәмитова) Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуған. Күп йылдар Федераль һалым хеҙмәте идаралығында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “Рәсәй һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” айырма билдәһе менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Замандашыбыҙ дәүләт эшенән тыш, әҙәби ижад менән дә ихлас шөғөлләнә. Йөрәккә үтерлек әҫәрҙе уҡығандан һуң хисләнеп, беҙ ҙә авторға бер нисә һорау бирҙек.
– Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы, һеҙҙең ижадҡа һәләтегеҙ ҡайҙан килә? Төп һөнәрегеҙ әҙәбиәттән дә, сәнғәттән дә йыраҡ бит.
– Бәләкәй саҡтан уҡ фантазер булдым. 5-6 йәштәрҙә ҡурсаҡтарҙы үҙ-ара һөйләштереп уйнарға ярата инем. Йәй көндәре бер үҙем баҡса артына ҡасам йә кәртә башына менеп ултырам. Ҡыш көндәре мейес артындағы урындыҡҡа ҡасып ултырам да ҡурсаҡтар уйнатам, төрлө сценарийҙар уйлап сығарам. Бер кәрзин ҡурсаҡтарым (өләсәйем, әсәйем яһап биргән), уларҙың кейемдәре, пластилиндан эшләнгән мебелдәре була торғайны. Ҡайһы саҡ әсәйем йә оло апайҙарым ипләп кенә килеп тыңлап торалар, минең сәғәттәр буйы бер үҙем уйнағанға, ҡурсаҡтар булып һөйләшкәнгә аптырайҙар ине.
Үҫә килә, 7–10 йәштәрҙә, әкиәт һөйләргә керешеп киттем. Яҡын-тирәләге күрше балаларын, үҙемдең кесе туғандарымды йыйып алам да: “Нимә тураһында әкиәт тыңлағығыҙ килә?” – тип һорайым. Ауыл балалары ни, яҡын-тирәлә нимә күрәләр, шул темаға заказ бирә торғайнылар: кесерткән, төймә, тауыҡ, баҡа... Мин шунда уҡ уйлап сығарып әкиәт һөйләй башлайым. Хәҙерге хыялым – “Әкиәттәр йыйынтығы” ижад итеү.
Мәктәп йылдарында Әмир ағай Моратовтың “Йәш хәбәрсе” түңәрәгенә йөрөнөм. Ул беҙгә шиғырҙар яҙырға өйрәтте, район, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәҡәләләр яҙҙыра ине. 1978 йылда Өфө ҡалаһына экскурсияға алып килде, билдәле яҙыусылар Кәтибә Кинйәбулатова, Ноғман Мусин һәм башҡа шәхестәр менән осраштырҙы, Матбуғат йортон күрһәтте.
8-се кластан һуң Сибай педагогия училищеһында уҡығанда, Рәсимә апай Ураҡсина менән таныштым. Шул шәхестәрҙең сәскән орлоҡтары ипләп кенә шыта башлағандыр тип уйлайым. Әҙәбиәткә ынтылыуыма ла улар сәбәпсе!
– Һеҙҙең байтаҡ шиғырҙарығыҙға композиторҙар көй яҙған. Йыр өсөн әҫәр нисек ижад ителә? Ҡайҙан илһам алаһығыҙ?
– Мин йырҙарҙың һүҙҙәренә ныҡ иғтибар бирәм, сөнки көйгә һалып йырлағас, бик ныҡ психологик көскә эйә булалар. Ҡайһы бер кешеләр илай-илай ҡайғынан арына, ҡайһылары ҡушылып йырлап кәйефен күтәрә.
Һуңғы йылдарҙа миңә күп йырҙарҙың һүҙҙәре оҡшамай. Улар бәйләнешһеҙ, мәғәнәһеҙ, йөкмәткеһеҙ текстан тора. Шуға ҡайһы саҡ (ундай саҡ бик һирәк була) бер үҙем ҡалып ниндәйҙер эш менән булышҡанда (күберәк баҡсала, тәбиғәт ҡосағында) үҙем уйлап сығарып йырлап йөрөргә яратам. Ҡайһы берҙәрен йыр итеп сығарҙым. Мәрхүм композитор Илшат Яхин менән эшләүе бик еңел ине. Ул мине ярты һүҙҙән аңлай торғайны. Беҙҙең бергәләп яҙған 20-ләп йырыбыҙ бар.
Илһам беҙҙең тирә-яҡ мөхиттән тыуа: матур тәбиғәтле үҙ илебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Күп милләттәргә был бәхет эләкмәгән. Көслө рухлы халҡыбыҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ һаҡланған. Дөрөҫ тәрбиә биргән атай-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, ысын дуҫтарыбыҙ бар. Ашарға икмәгебеҙ, эсергә һыуыбыҙ бар. Тағы ни кәрәк инде кешегә? Шуға шатланып, булғандың ҡәҙерен белеп, юғалтҡандың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, бала-сағаларға еткереү өсөн яҙабыҙ инде.
– Әҙәбиәткә һөйөү ҡасан яралды? Нимә этәргес көс булды?
– Әҙәбиәткә һөйөү ғаиләнән килгәндер. Атай-әсәй бик күп гәзит-журналдар яҙҙырҙы, китапханаға йөрөнө. Мин биш йәштә атайымдың ҡәләмен алып, улар эштән ҡайтҡансы гәзит-журналдарҙың хәрефтәрен күсереп яҙып бөтә инем. Улар ҡайтыуға ауыҙым ҡәләмдән күм-күк була торғайны. Почтальондың килгәнен күҙәтеп, көтөп йөрөй инек – кем алдан күрә, шул беренсе уҡый башлай.
Атайҙың китапхананан алған китаптарын, унан йәшереп-ҡасып уҡый инем. 6–8-се кластарҙа Александр Дюманың 12 томын, Марк Твен, Теодор Драйзер һәм башҡа бик күп сит ил яҙыусыларын уҡып бөттөм. Өй китапханаһында Ноғман Мусиндың, Дауыт Юлтыйҙың, Зәйнәб Биишеваның, Һәҙиә Дәүләтшинаның, Мостай Кәримдең, Әнүәр Бикчәнтәевтең, Ғәли Ибраһимовтың һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының китаптары бар ине. Бәләкәйҙән уларҙы ҡат-ҡат уҡып үҫтек. Әле лә китап магазиндарына йөрөргә яратам, юлда йөрөгәндә электрон китаптар уҡыйым, аудио-китаптар тыңлайым. Күптән түгел командировкаларҙа Гоголдең “Үле йәндәрен” тыңлап хәтерҙе яңырттым. Әммә күңелде ҡырғаны шул – башҡорт яҙыусыларының аудио-китаптары бик әҙ. Был тарафта ныҡ эш алып барырға кәрәк!
– Повесть яҙа башлауға нимә сәбәпсе булды? Әҫәрҙәге геройҙар һәм ваҡиғалар тормоштан алынғанмы?
– Бәләкәй саҡтан өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең аяныслы яҙмыштары тураһында ишетеп үҫтем. Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бик сабыр, түҙемле, көслө. Был беҙҙең генетик кодтыр ул. Һуңғы йылдарҙа улым ғаиләм, ҡартатай-олатайҙары, өләсәй-ҡартәсәйҙәре, ауылым, туғандарым, башҡорттарҙың тарихы, йәшәү рәүеше тураһында йыш ҡына һораша. Шуға күрә мин улыма ғына түгел, хәҙерге заман кешеләренә лә иҫтәлектәрҙе яҙып ҡалдырырға булдым. Халҡыбыҙ ниндәй тормош һынауҙарын үткән, ниндәй ауырлыҡтар булһа ла, кешелек сифатын, ысын йөҙөн юғалтмаған. Башҡорт халҡына хас булған изгелек, киң күңеллелек сифаттарын һөйләгем килә йәштәргә.
Был “Шәрифә” исемле повесть өләсәйем тураһында. Өләсәйем күп хәтирәләрен һөйләй торғайны. Ул 1977 йылда яҡты донъянан китеп барҙы. Повестың нигеҙенә өләсәйемдең һәм башҡа ауылдаштарының һөйләгән иҫтәлектәре һалынды. Уларҙы мин күреп-белеп үҫтем. Бик яҡшы кешеләр булдылар, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре матур тормош ҡорғандар.
– Повестың дауамы булырмы? Ижади пландарығыҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында тағы өс повесть яҙырға ниәтләйем, Алла бирһә. Ул әҫәрҙәр өләсәйем Шәрифә, ҡартәсәйем Зәнзәбилә, әсәйем Гөлйемеш тураһында буласаҡ. Был минең зат-ырыуым, туғандарым алдында бурыс булып тора.
– Икенсе һөнәр һайлау теләге берәй мәл булманымы?
– Минең беренсе һөнәрем – башланғыс класс уҡытыусыһы, икенсеһе – юрист, өсөнсөһө – экономист. Әлеге ваҡытта психолог һөнәрен алырға тигән ниәт менән йөрөп ятам! Икенсе тормошта дирижер булыр инем. Шаяртам, әлбиттә. Ә шулай ҙа был – минең хыялым! Минең девиз – “Век живи, век учись!”
– Һеҙ – билдәле дәүләт эшмәкәре, БР Мәҙәниәт министрлығында министр урынбаҫары. Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ тураһында ла белге килә.
– Эшем бик яуаплы, ҡатмарлы. Эштең һөҙөмтәләре минән генә түгел, барлыҡ команданан тора. Командабыҙ һәләтле, әммә йәштәр йыш алмашына. Уларҙы өйрәтергә, һаҡларға тырышабыҙ. Ғөмүмән, мин 28 йыл хөкүмәт эшендәмен. Федераль үҙәккә, республика ҡаҙнаһына барып, иҫбатлап, аҡса бүлдереп алыу, ул аҡсаны ваҡытында, тәләфләмәй тотоноу бик ҙур эш ул.
Ҡыҙым Азалия – экономист, Санкт-Петербург ҡалаһында уҡыны һәм шунда уҡ йәшәй. Кейәүем Сергей – инженер, Аллаға шөкөр, матур донъя көтәләр. Улым Айҙар – геолог. Былтыр нефть университетын тамамланы, армияла хеҙмәт итте. Өйләнмәгән, Өфө ҡалаһында йәшәй, вахта ысулы менән эшләй.
– Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы, төплө фекерле, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңы 2026 йыл һеҙгә ижади уңыштар, яңынан-яңы күркәм әҫәрҙәр ижад итергә илһам килтерһен!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина әңгәмәләште.