+15 °С
Облачно


Һыу инеү миҙгеле башланыу менән һыуға бәйле хәүеф-хәтәр, сир-сор һағалап ҡына торған кеүек. Һуңғы йылдарҙа йылға-күлдәрҙең ҡортлауы арҡаһындамы, әллә башҡа берәй сәбәптәнме тирегә төрлө сыбыртмалар сығыуы тураһында йыш ишетелә. Быйыл әле үк башланған. Ҡашҡаҙанда һигеҙ йәшлек малай ҡойоноп ҡына сыға. Тиҙҙән тәненә ҡыҙыл сыбыртмалар сыға. Был хәл был урында һыу инеүсе башҡалар менән ҡабатланыуы ла билдәле була.
Фото интернеттан алынды