

Һатыу үҙәктәрендә, һабантуй кеүек халыҡ күп йыйылған урындарҙа ата-әсәләрҙең балаларын юғалтыуҙары хаҡында йыш ишетелә. Бөгөн Салауат районында үткән һабантуйҙа ла ике бала юғала. Ике йәшлек ҡыҙ баланы ун йәшлек ағаһы менән ҡалдыралар ҙа, ата-әсәй һатыу нөктәләре буйлап китеп донъяларын онота. Тиҙҙән үҫмер малай күмәк халыҡ араһында һеңлеһенән күҙ яҙҙыра. Тәртип һаҡсылары яңғыҙы йөрөгән баланы тапҡас, машиналарына ултыртып ҡуялар. Ун бишәр минут һайын ҡабат-ҡабат алһыу төҫтәге костюмлы ҡыҙсыҡ табылыуы тураһында иғлан биргәс кенә ата-әсәһе, ниһайәт, барлыҡҡа килә. Улар ҙа был ваҡытта бала юғалыуы тураһында аңғарып ҡалған булған икән.
Ошо уҡ һабантуй яланында ике йәшлек малайҙы ата-әсәләре аттракционда ҡалдыралар ҙа, юҡҡа сығалар. Полицияға был осраҡта йәнә ата-әсәне үҙҙәренә эҙләргә тура килә.
Ике йәшлек баланы күҙ уңынан ысҡындырған ата-әсәләргә, әлбиттә, һорау күп. Вайымһыҙлыҡмы был? Әллә башҡа берәй сәбәп бармы?
Фото интернеттан алынды.