

Күп һанлы фатирҙарҙа, ҡул һуҙымы ерҙә тотош бер ауыл халҡы хәтлем кеше йәшәһә лә, күптәр стена аша кем йәшәгәнен, нисек көн күргәнен белмәй. Белгән осраҡта ла, һуҡыр, һаңғырау булып йәшәй тынысыраҡ, отошлораҡ, тип уйлай. Өфө ҡалаһында Зорге урамының күп һанлы йорттарының береһендә 85 йәшлек, күп ваҡыт тубыҡланып йөрөргә мәжбүр булған әбейҙе, ирекмәндәр урамда йөрөгән сағында күреп ҡала һәм ярҙам итергә ашығалар.
“Әбейҙең деменция. Күп ваҡыт үҙен ҡарай, тәрбиәләй алмай. Фатирына кергәс, түбәгә тиклем өйөлгән сүп-сарҙы күрҙек. Сысҡан, тараҡан ояһына әйләнгән ул. Тын алыуы ла ауыр. Фатирҙы тәртипкә килтерә башланыҡ. Эш күп әле”, - ти ирекмәндәр.
Күршеләр был осраҡта нисек йәшәнеләр икән?
Фото интернеттан алынды.