Шоңҡар
+18 °С
Ясно
Йәмғиәт
16 Июня , 16:39

Яҡты доғам минең - Салауат!

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл. 

Яҡты доғам минең  - Салауат!Яҡты доғам минең  - Салауат!
Яҡты доғам минең - Салауат!

ЯҠТЫ ДОҒАМ МИНЕҢ - САЛАУАТ!
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Хәтеремдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп хисем,
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.

 

Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!
Тоҡандыра мине азатлыҡ!
Батырҙары булған илемдең тип,
Әйтеү бөгөн әллә ғазапмы?

 

Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәмен һуҙа фарманы.
Ауазыңды эҙләп, Батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым!

 

“Салауат!” тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә!
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман
Именлектәр теләп илеңә!
Таңдарым да минең – Салауат ул!
Ай-йондоҙло төнөм – Салауат!
Төштәремдең изге яугиры ла,
Ҡотло көнөм – өнөм – Салауат!

 

Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә!
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште!

 

Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Яҡты доғам минең – Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына,
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына
Барып етһә ине был аят!..
Салауат!..
Лариса Абдуллина.

Фото интернеттан алынды. 

Яҡты доғам минең  - Салауат!
Яҡты доғам минең - Салауат!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас