

"Аҡ халатлы һеңлеләремде һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Бер туған һеңлем - Насырова Гөлназ Ильгиз ҡыҙы Өфө ҡалаһында Макаров стоматология клиникаһында теш табибы ассистенты булып эшләй.
Ике туған һеңлеләрем, Насырова Сәлимә Юнир ҡыҙы һәм Яхина Рәсимә Батыр ҡыҙы, Бөрйән районы үҙәк дауаханаһында эшләйҙәр. Сәлимә - стационар педиатры, ә Рәсимә - Әбделмәмбәт ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләп, декрет ялына сыҡты. Медицина өлкәһендә эшләгәндәренә 5 йыл.
Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ тигән һорауға, өсөһө лә: "Бала саҡ хыялыбыҙ ине", - тип яуапланылар. Ҡурсаҡтарға укол ҡаҙап, табип булып уйнап үҫкәндәр улар. Ә Сәлимә һеңлем: "Фонендоскоп ныҡ оҡшай торғайны", - тип көлә.
Һеңлеләрем!Һеҙ кешенең иң ҙур байлығы - һаулығы һағында тораһығыҙ! Һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, оҙон-оҙаҡ йылдар эшләргә насип булһын!
Ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, ғаилә бәхете, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә еңеллек, иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалам", - ти апайҙары Илүзә Баязитова.