

Латыпова Светлана Марат ҡыҙы Ғафури районының Сәйетбаба ауыл табиплыҡ амбулаторияһында табип-терапевт булып ике йылға яҡын эшләй. Светлана Марат ҡыҙы студент сағынан һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды. Коронавирус ваҡытында ла һаулыҡ һағында торҙо.
“Табип - ауырыуҙарҙы, йәрәхәттәрҙе диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау, шулай уҡ пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле белемгә һәм квалификацияға эйә булған медицина белгесе. Табип үҙенең белемен һәм күнекмәләрен һаулыҡ һаҡлау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ҡуллана. Табип - ул һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше”, - ти ул.
Оҙаҡ йылдар иҫән-һау эшләүен теләйбеҙ!