

Быйылғы йылда тыуған балаларға ҡушылған исемдәр билдәләнгән. Ҡыҙҙарға Алияхон, Айнэль, Масо һәм Эстер тигәндәре яңы килеп сыҡҡан исемдәр рәтендә. Малайҙарға иһә Адильхан, Кадыр һәм Яр тип исем ҡушыусылар табылған.
Бөгөнгө көндә йыш осраған исемдәр араһында ла ҡолаҡҡа ятышлылары һирәк. Амелия (186), Йәсминә (163), Эмилия (153), Әминә (152) һәм София (146) тип ҡыҙҙарҙы атаһалар, Әмир (236), Эмир (170), Тимур (160), Михаил (159) һәм Марк (141) тигән исемдәр малайҙарға йышыраҡ ҡушыла.
Һеҙҙең балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең исемдәре кем? Ҡасан ҡабаттан Батыр, Батырхан, Булат, Шәүрә, Айгөл кеүек исемдәр модаға керер икән?
Фото интернеттан алынды.