Шоңҡар
+14 °С
Дождь
Йәмғиәт
23 Июня , 08:42

Быуа буйҙары таҙарып ҡалды

- Ыңғай үҙгәреш күҙәтелә, - тип уртаҡлашты Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна.

Быуа буйҙары таҙарып ҡалдыБыуа буйҙары таҙарып ҡалды
Быуа буйҙары таҙарып ҡалды

Хәйбулла районында иғлан ителгән "Тере һыу" конкурсы сиктәрендә Федоровка ауыл биләмәһе халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Тиргәмеш йылғаһы быуаһы буйында "Таҙа яр" тигән экологик акция ойошторҙо.

Әбүбәкер, Федоровка ауылдары халҡы ҡатнашлығындағы сираттағы экологик өмә барышында быуала ял итеүселәр ташлаған суп-сарҙан таҙартылды һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың мөһимлеген иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт табличкаларын ҡуйҙылар.

- Ыңғай үҙгәреш күҙәтелә, - тип уртаҡлашты Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна. - Был беҙҙең быйыл икенсе акциябыҙ. Тәүге тапҡыр сүп-сар күп булһа, сүп һауыттары ҡуйғандан һуң хәл һиҙелерлек яҡшырҙы. Кешеләр әкренләп тәртипкә өйрәнә һәм тирә-яҡты таҙа тоторға кәрәклеген аңлай.

"Таҙа яр" акцияһы - тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт матурлығын һаҡлауҙа мөһим аҙым. Федоровка ауылы биләмәһе хакимиәте артабан да ошондай саралар үткәрергә планлаштыра.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас