Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Июня , 10:00

Кемгә ышанырға?

Халыҡтың фекере икегә бүленгән. Берәүҙәр, һеләүһендән ҡурҡһа, икенселәре... 

Кемгә ышанырға?Кемгә ышанырға?
Кемгә ышанырға?

Өфө ҡалаһы янындағы "Өршәк" коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә бер нисә ай дауамында һеләүһен йәшәй, ти. Әлбиттә, был йыртҡыс йәнлектән күптәр ҡурҡалар һәм алып китеүҙәрен һорайҙар. Тик баҡсала йәшәүселәрҙең барыһының да фекере бер иш түгел икән шул. 

"Пин һәм Пуф" ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау Үҙәге етәксеһе Дмитрий Стрельников хәбәр итеүенсә, белгестәр йыртҡысты алырға ун тапҡыр самаһы килә. Тик бындағы халыҡтың ҡайһы берҙәре һеләүһенде уларҙың алып китеүен теләмәй. Баҡһаң, был йәнлек бында йәшәй башлағас, берәҙәк эттәр килеүҙән, урам буйлап хужа булып йөрөүҙән туҡтаған икән.

Фото интернеттан алынды. 

Кемгә ышанырға?
Кемгә ышанырға?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас