Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Июль , 05:03

Аты әйләнеп ҡайтҡан...

Шул ҡайғынан арынып та өлгөрмәгән Хәйернисаға бер-бер артлы өс улын фронтҡа оҙатырға тура килгән.

Аты әйләнеп ҡайтҡан...Аты әйләнеп ҡайтҡан...
Аты әйләнеп ҡайтҡан...

“Һәр кемдең үҙ тәҡдире”, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр. Һәр кемдең тормошонда бәхет-шатлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә була. Бер кем дә был донъяға килгәндән алып фанилыҡҡа күскәнгә тиклем фәҡәт рәхәтлектә генә йәшәй алмай. Был хәҡиҡәт – бер ҡайҙа ла яҙылмаған йәшәйеш ҡануны.
...Хәйерниса менән Мөхәмәтшәриф Бәшәровтар Учалы районының Шәрип ауылында ғүмерҙәрен уҙғарғандар. Ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем баҡыйлыҡҡа күскән. Шул ҡайғынан арынып та өлгөрмәгән Хәйернисаға бер-бер артлы өс улын фронтҡа оҙатырға тура килгән.
Улдарының береһен, Шәриф исемлеһен, иң тәүҙә хәрби әҙерлек үтергә Белоретҡа ебәрәләр. Инәй кеше, төрлө ризыҡ-тәғәм әҙерләп, биштәрен аҫып, йәйәүләп шунда юлланған. Уйлап ҡараһаң, әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡаһарманлыҡ бит был! Кәм тигәндә йөҙ илле километр тәпәйләргә мәжбүр булған бит ул! Кире ҡайтҡанда ла шул уҡ ара... Ашҡынып, ашығып атлаһа ла, Белоретта улғынаһын тап итмәгән – Шәрифе һуғышҡа китеп өлгөргән була. Кемдеңдер: “Шулай итһәң, улың мотлаҡ ҡайтып килер”, тигән кәңәшен күҙ уңында тотоп, улына тәғәйенләнгән ризығын кире алып ҡайтып, ауылда ҡалған ҡарт-ҡороно йыйып аят уҡыта. Дәһшәтле һуғыш йылдарында ул ике улының “похоронка”һын, ә Шәрифтең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙын ала. Әммә өмөтөн өҙмәй, улын көтә. Ә Шәриф Мөхәмәтшәриф улы менән булған хәл үҙе бер мөғжизә!
...Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙған осор. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының бер полкына бик мөһим объектты – тимер юл станцияһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү бурысы ҡуйыла. Һөжүмгә күсер алдынан, урындағы хәлде асыҡлау маҡсатынан, генерал Шайморатов һигеҙ һалдаттан торған разведка төркөмөн әлеге станцияға ебәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төркөм засадаға эләккән. Дошмандарҙың һаны күпкә артығыраҡ булыу сәбәпле, разведчиктарҙың икеһе генә полк ҡарамағына әйләнеп ҡайта алған. Тиңе булмаған ҡаты бәрелеш урынында ятып ҡалғандарҙың аттары ла кире әйләнеп ҡайтҡандар. Шул аттар араһында төркөмдөң командиры Шәриф Мөхәмәтшәриф улы Бәшәровтың да тоғро дуҫы – аты булған. “Тимәк, командирыбыҙ ҙа һәләк булған”, – тип ҡайғырышып, һығымта яһағандар уның полкташтары.
Иртәгеһенә Шайморатовсылар әлеге станцияны дошман ғәскәрҙәренән азат иткәндәр. Яу яланында башын һалған яуҙаштарын тейешенсә ерләү маҡсатынан дивизия хәрбиҙәре мәйеттәрҙе йыйып йөрөгән. Шул саҡта Учалы районының Мулдаш ауылы егеттәре Шәмсетдин Әхтәмов менән Хаммат Уразаев разведка төркөмө командирына барып юлыҡҡандар. Баҡтиһәң, ул тере, әммә бик тә ҡаты яраланған. “Мине атып ҡына китегеҙ, зинһар”, – тип үтенгән ул яҡташтарынан. Егеттәр, яралының ай-вайына ҡуймайынса, күтәреп, хәрби госпиталгә алып барып тапшырғандар...
Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Шәриф Бәшәровҡа ни бары 19 йәш кенә булған. Яралары үлемесле булһа ла, хәрби хирургтар уны ҡотҡара алғандар. Әммә үпкәһенә кереп ултырған дошман пуляһын сығара алмағандар. Шул пуля менән ул тағы илле йыл йәшәгән...
Бөйөк Еңеүҙән һуң Шәриф Бәшәров Мулдаш ауылында тыуып үҫкән Ләбибә исемле һылыу ҙа, эшһөйәр ҙә ҡыҙға өйләнгән. Йәш ғаилә күрше Силәбе өлкәһенә ҡараған, Мулдаштан дүрт-биш километр алыҫлыҡтағы Октябрьский ауылына барып төпләнгән. Бөтә ғүмерҙәре шунда үткән. Яугир хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем урындағы почта бүлексәһен етәкләгән. Ҡатыны иһә ғүмере буйы урман хужалығында эшләгән. Үҙ көстәре менән һалып кергән ҙур, матур йортта улар алты бала – ике ҡыҙ һәм дүрт ул – тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы, ниндәйҙер һөнәри белем алып, үҙҙәренең ғаиләләрен булдырып, тормошта үҙ урындарын тапҡан лайыҡлы шәхестәр.
– Атайым менән инәйем икеһе лә уңған, тырыш кешеләр ине, – тип иҫкә ала уларҙың Мулдаш ауылында көн иткән ҡыҙҙары Зөлфирә Абыҙгилдина. – Ғаиләбеҙ берҙәм, татыу булды. Атайым да, инәйем дә талапсан һәм ғәҙел кешеләр ине. Әйткәндәй, атайымдың I дәрәжәләге Ватан һуғышы орденын иң изге ҡомартҡы итеп, күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

 

 

Мәрйәм Мәхмүтйәнова.
Учалы районы.

Автор:
Читайте нас