

Тырыш, уңған, аҡыллы уҡыусылар һәр мәктәптең йөҙөн билдәләй.
Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ғорурлығы булған, белем усағын мәртәбәле иткән, юғары уңыштары менән яңынан - яңы бейеклектәр яулаусы, алдынғы, яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, матур эштәре менән маҡтауға лайыҡ шәп уҡыусылары бихисап.
Шундайҙарҙың береһе – быйылғы йылда 11 класты тамамлаусы Ғилемдар Илдар улы Дәүләтшин.
Ғилемдар география фәне күгендә йондоҙ булып балҡып, Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йыйҙы. Был - Байназар мәктәбе тарихында тәүге иҫ киткес шәп ваҡиға!
Район тарихында быға тиклем ниндәйҙер фәндән 100 балл йыйыусы уҡыусы, әлбиттә, барҙыр.
Байназар мәктәбе йылъяҙмаһына БДИ - ла 100 балл йыйып алтын хәрефтәр менән инеүсе бөгөн - ул Ғилемдар Илдар улы Дәүләтшин.
Афарин, Ғилемдар һам уның остазы, юғары категориялы география уҡытыусыһы, класс етәксеһе, мәктәпкә фәнни - ғәмәли, эҙләнеү эштәре конкурстарында күп һанлы еңеүсе уҡыусылары менән данлы Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, һәр саҡ ғаиләһендә балаһы өсөн тырышҡан әсәһе Гөлнара апай.
Ә инде башҡа уҡыусыларға үрнәк булған Ғилемдарҙың үҙе хаҡында киңерәк итеп яҙып үтеү был тәңгәлдә урынлы булыр.
- Уҡыуҙа бер ваҡытта ла ул һынатмай, тик «яҡшы» билдәләргә генә өлгәшеп, ҙур ҡаҙаныштары менән хайран итеп, бөтә фәндәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә ул. Бигерәк тә, география, математика, информатика, физика фәндәрен бик ярата, улар буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм Гагарин Кубогы буйынса олимпиадаларҙа, фәнни - эҙләнеү эштәрендә призлы урындарға сыҡты. Күп уҡыған, күп белер, тигән бик матур мәҡәл тап Ғилемдар кеүек бынамын тигән аҡыллы, үҙ фекере булған тырыштарға төбәлеп әйтелгән кеүек. Яҡшы укыусының уҡыуға ынтылышы шул тиклем көслө. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеп, берҙәй бөтә фәндәрҙе лә яратып өйрәнеүе эҙләнеүе, яңы заман технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуы, шәп, матур - матур презентациялар эшләүе уның уғата тырышлығы хаҡында әйтә, - тип ҡыуанып һөйләй класс етәксеһе, география уҡытыусыһы Айһылыу Роберт ҡыҙы.
-Иң мөһиме: мәктәп йылдарында уҡытыусыларына хөрмәт менән ҡарауы, иптәштәренә ҡарата ярҙамсыл булыуы, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуы башҡа уҡыусыларға ҙур үрнәк булып тора.
Ҡыҫҡаһы, Ғилемдар - бик тырыш, яҡшы уҡыусыларыбыҙҙың береһе.
Яратҡан мәктәбендә лә , өйөндә лә бар эштәргә өлгөрә ул. Ана шулай тырыш кеше һәр яҡлап та үрнәк була, бар эштәре лә уң була, Ғилемдар тап шундайҙарҙан.
Бына шуның өсөн дуҫтары ла, тауҙай уңыштары ла күп уның һәм уны класташтары ла, уҡытыусылары ла хөрмәт итә. Ниндәй генә өмә, кластан тыш сара булмаһын, Ғилемдар уның уртаһында ҡайнай.
Байназар мәктәбендә уҡыуға ла, хеҙмәткә лә, спортҡа ла, ялға ла, сәнғәткә лә берҙәй ҙур иғтибар бүленә.
Ғилемдарҙы беҙ көслө спортсмен булараҡ та беләбеҙ: хоккеист, волейболист, футболист, баскетболист, "Любизар" хәрби - патриотик клубы миҙалы эйәһе лә ул.
Эшләргә теләгән тауҙай эштәр аткарыр. Быны Ғилемдар миҫалында ла күрергә була.
Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: беҙҙең мәктәптә
" Мәктәп. Уҡыусы.Ғаилә" институты, тиһәк тә хата булмаҫ, бик яҡшы эшләй.
Ошо "Өс Таған" таймайынса, берҙәм, татыу, ойошҡанлы рәүештә эшләй икән, бөтә уңыштарға, маҡсаттарға өлгәшеп була. Быға беҙҙең мәктәптә ныҡлы нигеҙ һалынған, - ти, ҡыуаныстары менан уртаҡлашып, Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.
Мәктәп уҡыусылары араһында кеселеклелеге, сабырлығы, баҫалҡылығы, кешелеклеге, эшһөйәрлеге, һәр кем күңеленә асҡыс табыусанлығы менән дә айырылып торған Ғилемдарҙың район, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа һанһыҙ еңеүҙәр яулауы һоҡланғыс. Әлбиттә , бына ошо сифаттары өсөн тотош мәктәптә ихтирам яуланы ул.
Ғилемдар – бер кемде лә бер ҡасан да ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ шәп таяныр ышаныслы дуҫ та.
Ғилемдар кеүек ошондай сифаттарға эйә булған уҡыусылар, әлбиттә, маҡтауға лайыҡлы.
Һәр кешенең бала саҡтан алдына ҡуйған уй - хыялдары, маҡсаттары була. Ул алдағы киләсәктә географ булыу теләге менән яна. Ниндәй генә алдына маҡсат ҡуйһа ла, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табып, алдына алған хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын уға!
Сәйҙә Сәйәхова.
Бөрйән районы.