

Ниңәлер ошо мәҡәлдең ошоғаса бер ҙә мәғәнәһен төптән уйламағанмынсы. Үҙемсә моғайын ризыҡ, берәй эшкә файҙаһы тураһында микән тинем. Бәлки атлы кеше, мәртәбәле кеше миҫалындалыр, бөгөн мәҡәлгә булған ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе.
Еләк-емеш йыйырға яратам мин, ауылда саҡта бер сығып китһәм дүрт-биш сәғәткә урманға инеп юғалып йөрөр холҡом бар ине.
Ялан кешеләре урман юлына инһәләр тын тарыға, тирә-яҡ өҫтөңдө баҫып килгән төҫлө, ҡурҡыныс ул ҡара урман, тигәндәрен ишеткәнем булды. Яланға сыҡһалар ҡулдарын йәйеп ебәрәләр, йәнәһе иркенлеккә сығалар.
Миңә урман яҡыныраҡ, ялан ерҙә кәрәккәндә юл буйында йомошоңдо ла йомошлап булмай ҙа, бөтә тирә яҡ асыҡ, ҡырыҫ һалҡынлыҡ бәрелгән кеүек, ел, күҙ ҡарашыңды ҡайҙа төртөргә белеп булмай, йә үтә эҫе. Интернетта шартый еләге йыябыҙ, тигән фотолар сығыу менән эсемдәге ҡортом йыбырлай башланы, был нисек барып еләк йыйырға ят ерҙә...
-Эшемдән бушай алмайым,-тине бабай тәүҙә, иртәгәһенә, арыным ныҡ, йонсоғанмын тине. Көн болотло булғанғамы, башын да күтәрә алмай ятты, эргә-тирәһендә тыбырсынып йөрөнөм дә, күптәнән Баймаҡта йәшәгән Тәнзиләләргә сәй эсергә, үҙемсә әйткәндә ултырмаға киттем, сыҙап булмай шул, уларҙың тын алышын тикшерергә, еләккә бармайҙармы йәнәһе, ер-һыу уларға таныш...Юл уңманы, тауыш-тын сыҡмай.
Бөгөн торғас та таңдан уҡ һөйләнеп йөрөйөм, үҙемсә йыйынған булам, еләктән бәлеш һалыр инем ауылда булһам, Әйййй... Эт һейгәнсе барып урай торғайным йә, бында ҡайҙа үҫкәнен дә белмәйем шул, барам тиһәң, ер аръяғы, ер башы әйтәгүр. Ризалашты бабайғынам, йәлп иттереп менеп тә ултырҙым янына. Ҡыуаныстан алдан югереп сабырҙай булып киләм, тәбиғәткә сығабыҙ ҙаһа. Барыр ергә барып еттек, ер еләге түшәлеп ята, турғай башы ҡәҙәре һәр һуҡтаһында, бер ҙә эреле ваҡлы түгел, һәр һуҡтаһында һигеҙ-унлап еләк бер сама ҙурлыҡта, йыл ямғырлы килде. Сей һуҡталылар ҙа күп, улар ҙа эре, йыйырға эйеләм, нимә еҫе сыға??? Унан ҡарайым, быныһын ҡалдырам, минең күҙ күрмәй, ҡолаҡ ишетмәй, ну мейес кеүек танау еҫте һөйрәп тарта шул. Бабайға әйҙә бында ныҡ бешһә лә ыуаҡ, тегендә барып ҡарайыҡ, тием. Унда барғас бында эре булһа ла бешмәгән тип мыжыйым, унда ла шул уҡ еҫ сыға, иҫкә төштө, йылҡы малының тибенлегендә йөрөйбөҙҙөр.
Тауға менһәң дә шул уҡ еҫ, ҡыш үҙәндә ҡар күп булғанға бында тибенгәндәрҙер, үҙәктә лә шул еҫ бар. Мейес кеүек ҙур танау емерелеп төштө, нишләргә?.. Беҙҙе бер нисә машина үтә биреп китеп туҡтап еләк йыйыусылар төштө. Арыраҡ тағы йыйыусылар күренәләр, йыялар, өҫтәп тағы килделәр, былар еҫте тоймаймы икән ней. Бабай бәләкәй биҙрәһен тултырған, мин йөрөйөм еҫкәнеп йыйған бер литрҙай еләгемде тотоп.
-Бер ҙә ыратмағанһың, күп ашап йыяһыңдыр, эсең ауыртыр.
Ашарһың бында, йыйырға сикәнеп йөрөлә, еҫе танауға бәрелә шул. Былай булмай, тип үҙемде тынысландырам, картуфлыҡҡа тиреҫ һатып алып һалабыҙ, был ат тиреҫе еҫе, йый әбей, ҡойроғоңдо нығытып төйнә лә, һөйрәлеп йөрөмә. Ауылда элек мал-тыуар күпләп тотолғанда, еләге, бәшмәге күп булды, ауыл таралып, мал кәмегәйне, еләк, бәшмәк тә кәмене, үләндәр бейек үҫә. Ҡәйнәм мәрхүмкәй әйтә ине, һыйыр бәшмәк ашап сысһа ғына бәшмәк күп була тип. Элек уйланылмаған был турала, әллә ысынды һөйләгән, бына көтмәгән бәйләнештең сиселеше. Бында тибенлек еҫе, кеше йыя, тимәк миңә лә йыйырға кәрәк, шунан һуң ғына ихластан йыя башланым. Биҙрәләремде еҫкәйем, еләк еҫе сыға, ерҙе еҫкәйем тибенлек еҫе, ҡайтҡас еләктәремде ебетеп йыуып, туңдырырмын, киптерермен. Ә элек урмандан йыйған еләгемде бер ҙә йыуып эшкәртмәнем, кемдер көлөр, ғәжәпләнер, ҡарағат, бөлдөргәнде йыуҙым, ҡурай еләген таҙарттым ҡый-һайынан, еләкте йыумағанмын, хатта таҙартҡандан ҡалған һуҡтаһын-япрағын киптереп, ҡыш сәйгә ҡушыр инем, урманда, ауылда был!
Күп йыйҙыҡ бөгөн еләкте бабай менән, етерлек йыйҙыҡ, тамылйып ултырған еләктәр күҙҙәрҙе ҡыҙҙырһа ла ямғыр болоттары ҡуйыра башлағас ҡайтырға сыҡтыҡ, кеше өлөшө лә ҡалһын. Әйткәндәй, иртә йыяһығыҙ тиһәләр ҙә, еләктәр араһында бурһығандары ла бар ине, хатта бешеңкерәмәгәндәре лә бурһыған. Өйҙә таратып һалғас, танауҙы ҡытыҡлап тәмле еләк еҫе аңҡыны, тибенлек еҫе сыҡмай, юғиһә ныҡ ҡына бөжләткәйне, ыҙалап йыйғанды ашап булырмы тиеп. Ат аунаған ерҙә төк ҡала, һеҙ был мәҡәлдең мәғәнәһен нисек аңлатыр инегеҙ?
Гөлдәр Кәлимуллина.
Фото интернеттан алынды.