

Бер бәләкәй генә ҡаласыҡта ике ғаилә күрше йәшәгән, ти. Берәүһендә бәхет, тыныслыҡ хөкөм һөрһә, икенсеһендә көн дә иреш-талаш, ғауға ҡупҡан, ти. Күршеләренең татыу йәшәгәненә күҙе ҡыҙған ҡатын бер көндө иренә: “Уларға барып нисек уртаҡ тел табып, бәхетле йәшәгәндәрен белеп кил әле”, – тигән ти.
Ҡатынының һүҙен тыңлап ире күршеләренә киткән. Йорт эсендә аулаҡ бер урында йәшәнеп кенә тороп сит ғаиләне күҙәтә башлаған. Хужабикә был ваҡытта ауыҙ эсенән ниндәйҙер күңелле көйҙө көйләй-көйләй өй йыйыштыра, ти. Ҡиммәтле гәлсәр вазаны ҡулына алып саңын һөртә башлағанда, ҡапыл телефон шылтырай. Яуап бирергә ашыҡҡан ҡатын вазаны өҫтәл ситенә генә ҡуя, тегеһе осоп төшөп селпәрәмә килә. Шул ваҡыт икенсе бүлмәлә нимәлер эшләп йөрөгән ғаилә башлығы ла килеп сыға.
– Ҡәҙерлем, ғәфү ит, телефонды алырға мин тиҙерәк килеп етһәм, ваза ватылмаҫ ине, – ти ул.
– Минең алабарманлығым арҡаһында килеп сыҡты, – ти ҡатыны. – Өҫтәлдең уртаһына ултыртырға кәрәк ине...
Сит ғаилә тормошон күҙәтеп торған ир өйөнә ҡайтып китә.
– Йә, бәхетле ғаилә тормошо хаҡында белдеңме инде? – тип ҡатыны унан һорай.
– Белдем, – ти ире. – Уларҙың йортонда барыһы ла ғәйепле, беҙҙекендә икебеҙҙең дә фекер дөрөҫ...
Күңел тыныслығында, бәхетле йәшәр өсөн үҙ фекереңде башҡаларға көсләп таҡмаҫҡа, үҙ ғәйебеңде ваҡытында танырға ла кәрәк шул...
Фотоларҙа "Шоңҡар" журналының геройҙары.